газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Февраль 2022, 14:05

Көн ҡаҙағында - экология

“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтендә ҡала халҡының атмосфера һауаһының сифаты буйынса дәғүәләргә бәйле һорауҙар буйынса һөйләшеү булды.

Көн ҡаҙағында - экология
Көн ҡаҙағында - экология

“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтендә ҡала халҡының атмосфера һауаһының сифаты буйынса дәғүәләргә бәйле һорауҙар буйынса һөйләшеү булды.
1 февралдә ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятиела үткән кәңәшмәлә “Газпром нефтехим Салауат”тың техник етәкселәре, баш экологы, ҡала хакимиәте, Роспотребнадзор, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Рәсәйҙең федераль медицина-биологик агентлығының төбәк-ара 72-се идаралығы, ҡаланың йәмәғәт палатаһы вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыу халыҡтың экологик хәлдең насарайыуына ялыуҙары артыуына бәйле ойошторолдо һәм кешеләрҙең фекеренсә, был хәлдә төп сәбәпсе - “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте.
Кәңәшмә алдынан предприятиеның сәнәғәт майҙансыҡтары буйлап экскурсия уҙғарылды, компанияның генераль директорының производство буйынса беренсе урынбаҫары Азамат Хәбибуллин йәмғиәттең экологик проекттары менән таныштырҙы. Ҡунаҡтарға сульфид-һелтеле ағымдарҙы таҙартыу ҡоролмаһын, техник көкөрт һәм каталитик крекингтың яңы производство комплекстары төҙөлөшөн күрһәттеләр. Әлеге ваҡытта төҙөкләндереү алып барылған “СәнәғәтҺыуКаналы” йәмғиәтенең таҙартыу ҡоролмаларында ла булдылар. Объекттарҙы эшләтеп ҡарап тикшерелгәндә нефть тоҙаҡтарынан сыҡҡан парҙы таҙартыу системаһының һөҙөмтәһеҙлеге асыҡланған. Әлеге ваҡытта һауаны таҙартыу кимәлен күтәреүсе технологияларҙы һайлау бара.
Экскурсиянан һуң экологик һорауҙарҙы хәл итеү өсөн кәңәшмәлә ҡатнашыусылар “түңәрәк өҫтәл” артына ултырҙы.
- Һуңғы ваҡытта берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә ялыуҙар бик күп килә. Мәсьәлә республика кимәлендә ҡарала, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов.
- Беҙҙең компания эске экологик сәйәсәтте үтәй. Ул беҙҙең өсөн мөһим документ. Сәйәсәт экологияға көсөргәнешлекте йыл һайын кәметеүгә йүнәлтелгән маҡсаттарҙы һәм ҙур программаны үҙ эсенә ала, - тип яуап бирҙе “Газпром нефтехим Салауат”дың генераль директорының сәнәғәт, экологик хәүефһеҙлек һәм хеҙмәт һағы буйынса урынбаҫары Игорь Таратунин. - Беҙ халыҡтың борсолоуын аңлайбыҙ, шуның өсөн инициативаға яуап бирҙек. Беҙҙә булған проблемалар хаҡында һөйләргә әҙербеҙ, беҙ диалог өсөн асыҡбыҙ.
Уның һөйләүенсә, уҙған йылдың декабренән алып бер нисә тапҡыр метео шарттарҙың насар булыу режимы иғлан ителде, ул ваҡытта һауа торошо елһеҙ була, түбәнәйә, атмосфера баҫымы күтәрелә. Тап ошо ваҡытта кешеләрҙән ялыуҙар арта. Шуға ҡарамаҫтан, “Газпром нефтехим Салауат” был осраҡта ла саралар күрә.
- Беҙ был хәлдә ҡоролмаларҙа йөкләмәне кәметәбеҙ, һауа атмосфераһынан анализдар алабыҙ. Бынан тыш, шылтыратыу булһа, тикшереүгә сығабыҙ, - ти Игорь Таратунин.
Кәңәшмә ваҡытында компания адресына йыш ҡына нигеҙһеҙ дәғүәләр килеүе билдәләнде.
- Бына бөгөн Салауат ҡалаһының Ленинград урамынан насар химик еҫ булыуы хаҡында ялыу булды, әммә бөгөн ел көньяҡтан һәм ул ҡаланан бөтөнләй кире яҡҡа иҫә, - тип дауам итте Азамат Хәбибуллин. - Тимәк комбинаттан ул яҡҡа еҫ барыуы мөмкин түгел. Бәлки ул икенсе предприятиеларҙан киләлер.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Салауат ҡалаһындағы һәм Ишембай районындағы территориаль бүлеге начальнигы Рәзилә Баһаутдинова уларҙың ведомствоһы даими рәүештә һауа торошона контроль алып барыуы хаҡында һөйләне. Йылына 400-ҙән ашыу тикшереү уҙғарыла.
- Йылдан йыл граждандарҙың мөрәжәғәттәр һаны арта, - тип билдәләне ул үҙенең сығышында. - Әгәр 2020 йылда тик 7 мөрәжәғәт кенә булһа, 2021 йылда 60-тан ашыу. Быйылғы йылдың ғинуар айында ғына 21 мөрәжәғәт. Был халыҡтың ағымдағы хәл менән ризаһыҙлығы тураһында һөйләй.
- Рәсәйҙең федераль медицина-биологик агентлығы һауаға сығарып ташланған матдәләр исемлегенә һылтана. Беҙ дөйөм ҡалдыҡтарҙың артыҡ булғанын асыҡланыҡ, - тип билдәләне Рәсәйҙең федераль медицина-биологик агентлығының төбәк-ара 72-се идаралығы етәксеһе урынбаҫары - Салауат ҡалаһындағы территориаль бүлек начальнигы Рөстәм Ишбирҙин. - Һәм бында был ҡалдыҡтарҙың һауаға ҡайҙан сығарып ташланыуын билдәләргә кәрәк. Экологияға бөтә предприятиелар ҙа тәьҫир итә, һәр береһен тикшереү зарур.
- Һөйләшеүҙәр өҫтәленә Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембайҙың бөтә производство предприятиелары ултырырға тейеш, - тип һығымта яһаны Артур Рәжәпов. - Беҙ барыһын да тикшерергә кәрәклеген аңлайбыҙ. Шуның өсөн бындай осрашыуҙарҙы даими уҙғарып торорға һәм килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләргә планлаштырабыҙ.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Салауатта һауа атмосфераһын тикшергән төрлө лабораторияларҙың һөҙөмтәләрен һәр кем ҡарай алырлыҡ итеү, экологик хәүефһеҙлек йүнәлешендә башҡа предприятиелар менән дә бәйләнеш булдырыу һәм “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең халыҡҡа компанияның экологик программаһы тураһында күберәк һөйләү бурысы хаҡында ҡарарҙар ҡабул ителде.
Фото «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: