газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Июнь 2021, 11:56

Тирә-яҡҡа йәм таратып

Сәскәләр - тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ юлдашы. Улар донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, күңел төшкән ваҡыттарҙа кәйефте күтәрергә лә ярҙам итә.

Тирә-яҡҡа йәм таратып
Тирә-яҡҡа йәм таратып

Сәскәләр - тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ юлдашы. Улар донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, күңел төшкән ваҡыттарҙа кәйефте күтәрергә лә ярҙам итә.
Ҡалала ла ял итеү урындарында клумбаларҙағы аллы-гөллө сәскәләр тирә-яҡҡа нур һибеп, балҡып, матурлыҡ бөркөп ултыра. Яңыраҡ ҡала хужалығы идаралығы “Флора” учреждениеһы менән берлектә “Октябрь” кинотеатры артындағы скверға 20 төп гортензия ултыртты. Үҫентеләрҙе ҡала хужалығы идаралығы биргән.
- Гортензия - ағас һымаҡ күп йыллыҡ ҡыуаҡлы үҫемлек. Беҙҙең төбәктә өҫтөн ҡапламайынса ла ҡышлай ала, 1,5 - 2 ай буйына сәскә ата. Сәскәле шар тәүҙә йәшел төҫтә була, һуңынан аҡҡа әйләнә, бер ни тиклем ваҡыттан һуң тағы үҙенең йәшел төҫөнә ҡайта. Әле лә сәскә атып ултыра улар, берегеп киткәндән һуң тағы ла матурыраҡ буласаҡ. Улар ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарына матурлыҡ өләшеп ултырыр, тип ышанабыҙ, - ти ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Ольга Бажина.
Сәскәләрҙең ултыртылыуы һәйбәт, тик...уларға ҡул һуҙыусылар ҙа табылып тора шул. Үҫентене ҡаҙып алып үҙ йорттарына алып ҡайтып ултырырға ла оялмаҫтар. Сәскәләрҙең ни тиклем матур булып үҫеүе бары беҙҙән генә тора. Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк, кинотеатр артындағы паркта видеокүҙәтеү камералары урынлаштырылған. Вандализм ҡылыр алдынан йөҙ тапҡыр яҡшы итеп уйларға кәрәк.

Читайте нас: