газета "Салауат"
+24 °С
Облачно
Динебеҙ - ислам
7 Августа , 10:40

Рухи үҫешкә илтеүсе юл

«Әннәби» йәмиғ мәсете - ул тик намаҙ уҡыу урыны ғына түгел, ә халыҡты берләштергән, белемгә һәм рухи камиллыҡҡа юл асҡан ысын мәғариф усағы. Бында ислам диненең нескәлектәренә төшөнөргә теләгән һәр кем өсөн ишектәр киң асыҡ.

Рухи үҫешкә илтеүсе юлРухи үҫешкә илтеүсе юл
Рухи үҫешкә илтеүсе юл

Мәсеттә ойошторолған курстар дини белемдең нигеҙҙәрен үҙләштерергә ярҙам итә. Уҡыусылар «иман» төшөнсәһен тәрән аңлауҙан башлап, намаҙҙы ғәмәлдә дөрөҫ башҡарыуға һәм Ҡөрьән сүрәләрен тәржемә итеп, мәғәнәһенә төшөнөүгә тиклемге мөһим белемде алалар.
Был уҡыуҙың төп һөҙөмтәһе - кешеләрҙең тормошҡа ҡарашы үҙгәреүендә. Күптәр, белем алыу менән генә сикләнмәй, үҙ яҙмышын дини юл менән бәйләй. Сығарылыш уҡыусыларының бер өлөшө Рәсәй ислам университетында уҡыуын дауам итһә, икенселәре тыуған мәсеттәренә ҡайтып, дини йолаларҙы үткәреүҙә һәм йәмәғәт эштәрендә ярҙамсы булалар. 
31 август мәсет өсөн иҫтәлекле ваҡиға менән билдәләнде. Йома намаҙынан һуң ете уҡыусыға тантаналы рәүештә таныҡлыҡтар тапшырылды. Уларҙың береһе өсөн был уңыш - ҙур белем юлының башы ғына: ул Рәсәй ислам университетына уҡырға инергә әҙерләнә.
Курсты тамамлаусыларҙы ҡотлап, шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты Юғары мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насыров былай тип билдәләне:

- Беҙҙең эшебеҙҙең төп мәғәнәһе - кешеләрҙе белемле итеү һәм уларҙың иманын нығытыу, аңлы тормошҡа өйрәтеү.
Дини белем биреүҙән тыш, мәсеттә йәмәғәт тормошо ла ҡайнап тора. Төрлө хәйриә акциялары, дини байрамдарҙы бергәләп үткәреү, мохтаждарға ярҙам итеү - былар барыһы ла мәсеттең кешеләрҙе изгелеккә өндәүсе үҙәк булыуын раҫлай.
«Әннәби» мәсете ишектәре үҙенең рухи ҡиммәттәрен арттырырға һәм ислам диненең асылын өйрәнергә теләгән һәр кешегә асыҡ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас