

Был көндө бөтә донъя мосолмандары үҙҙәренең иң мөһим байрамдарының береһен билдәләй. Уның асылы - йомартлыҡ һәм яҡындарың хаҡында хәстәрлек күрһәтеүҙә. Мәсеткә иманлылар бергәләп доға ҡылыу өсөн йыйыла, имамдарҙың өгөт нәсихәттәрен һәм вәғәздәрен тыңлай.
Салауатта «Әннәби» мәсетендә Ҡорбан байрамы уңайынан байрам намаҙы үтте. Ҡорбан байрамының рухи мәғәнәһе - кешенең үҙ ихтыярын Аллаһы Тәғәләгә буйһондорорға, мәрхәмәт күрһәтергә һәм яҡындары менән уртаҡлашырға әҙер булыуында. Был хаҡта үҙенең байрам вәғәзендә шәйех, мөфтөй, Рәсәй юғары мөфтөйө ярҙамсыһы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә азараты рәйесе Рәмил хәҙрәт Насиров һөйләне. Ул төрлө милләт һәм дин кешеләре араһында берҙәмлеккә һәм үҙ-ара аңлашыуға саҡырҙы, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙың, үҫеп килгән быуынды әхлаҡ рухында тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Был изге байрам - ғаиләләребеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың именлеге өсөн доға ҡылыу, ярҙамға мохтаждарҙы хәстәрләү. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа беҙҙең доғаларыбыҙ, айырыуса, яугирҙарыбыҙ хаҡына. Уларҙың тиҙ арала иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ һәм һәр ваҡыт уларға ярҙам итергә әҙербеҙ. Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән хәрбиҙәргә 34 ҡорбан ебәрҙек. Был байрам һәр берегеҙгә именлек, татыулыҡ, өйҙәребеҙгә һәм илебеҙгә тыныслыҡ килтерһен, - тине ул.
Ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рафаэл Әбүләев:
- Ҡәҙерле Салауат ҡалаһы халҡы, мосолмандар! Ҡала хакимиәте исеменән һәм үҙемдән һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым! Был көн мосолмандар өсөн иң әһәмиәтле көндәрҙең береһе булып тора, ул тыныслыҡ, изгелек һәм мәрхәмәтлектең тәрән мәғәнәһе менән һуғарылған. Айырыуса ҡалабыҙ мосолмандарының башҡа конфессия вәкилдәре менән берҙәмлектә конфессия ара татыулыҡ атмосфераһын һаҡлауын күреү ҡыуаныслы. Һеҙҙең оло йәштәге кешеләргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларыбыҙға әүҙем ярҙам итеүегеҙ хөрмәткә лайыҡ. Яугирҙарыбыҙға ярҙам күрһәтеүгә һәм гуманитар ярҙам ебәреүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәнегеҙ өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Һеҙ ситтә ҡалмайһығыҙ, һәм был тәрән ихтирам уята. Һеҙгә күңел тыныслығы, һәр ғаиләгә тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйем.
Б ашҡ о р т о с т а н Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов, башҡорт тархандары етәксеһе, Юрматы ырыуы башҡорттары башлығы Риф Иҫәнов, Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе Алексей Соболев, депутат Андрей Ғәзиев, Федераль язаларҙы үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Петров мосолмандарҙы байрам менән ихлас ҡотланы.
«Әннәби» мәсетендә балалар өсөн ислам нигеҙҙәре буйынса уҡыуҙар үткәрелә. Байрам намаҙынан һуң 70 бала алған белемдәрен һорауҙарға яуап биреп һәм бирелгән эштәрҙе үтәп күрһәтте. Сара аҙағында бөтә балалар ҙа тырышлыҡтары һәм уңыштары өсөн дәртләндереү билдәһе итеп татлы бүләктәр алды.
Мосолмандар өсөн байрам көнөндә йәмиғ мәсете кафеһында иҫтәлекле миҙалдар тапшырыу тантанаһы үтте. Наградалар махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренә, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәренә тапшырылды. Был ваҡиға геройҙарҙың һәм уларҙың ғаиләләренең батырлығына тәрән рәхмәт һәм хөрмәт белдереү булып тора.
Был көндө халыҡты былау менән һыйланылар, ә теләгән һәр кем өсөн спорт уйындарында ҡатнашыу мөмкинлеге булды, шулай уҡ һөнәрселәр йәрминкәһен ҡарай алды.
Сергей Данилов, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды социаль координаторы:
- Беҙҙең үтенес буйынса, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Рәмил хәҙрәткә Мәскәүҙән награда килде. Бөгөн беҙ ҙур ихтирам менән Рәмил хәҙрәткә Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы рәйесе Ф.А. Клинцевич ҡул ҡуйған «Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалын тапшырабыҙ.
Рөстәм Фазылов, Б ашҡ о р т о с т а н Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат театры актеры:
- Доньяларыбыҙ имен тыныс булһын, һуғыш туҡтаһын. Ватаныбыҙҙы һаҡлаған дин ҡәрҙәштәребеҙ, туғандарыбыҙ иҫән-һау тиҙерәк еңеү менән ҡайтһын. Беҙҙең Рәсәйебеҙ алға барһын. Балалар ҡыуанып шатланып ошо донъяның игелеген күреп йәшәһен.
Мәүсилә һәм Филүз Тимерәйевтар:
- Беҙҙең улыбыҙ Денис махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡорбан ғәйетенә уның һаулығына һәм иҫән һау йөрөп ҡайтыуына доға ҡылырға килдек. Бөтә донъяла тыныслыҡ урынлашһын, барыһы ла иҫән-һау булһын.