Ҡаланың «Әннәби» йәмиғ мәсетендә иртә таңдан Ҡөрьән тауыштары яңғыраны, диндарҙар байрам намаҙына ашыҡты, һәр кем фитыр саҙаҡаһын түләп өлгөрөргә тырышты. Быйыл Ураҙа ғәйетенең йома намаҙы менән тап килеүе байрамдың әһәмиәтен тағы ла арттырҙы. Ҡотлауҙар башҡорт, рус, татар, тажик, үзбәк телдәрендә яңғыраны.
Тантаналағы абруйлы ҡунаҡтар араһында ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин, ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рафаэл Әбүләев, ҡала хакимиәте башлығы кәңәшсеһе Руслан Ишморатов, Рәсәй федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы вәкилдәре, Юрматы ырыуы башлығы Риф Иҫәнов, Мәләүез ҡалаһы һәм районы имам-мөхтәсибе Марат Ишбаев бар ине.
Ҡунаҡтарҙы татар һәм башҡорт милли кейемдәрендә бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар.
- Ҡәҙерле мосолмандар! Ҡала хакимиәте һәм шәхсән үҙемдең исемдән һеҙҙе изге Ураҙа байрамы менән ҡотлайым. Рамаҙан айында мосолмандар Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн оло сауаптар һорап ураҙа тотто, мохтаждарға ярҙам итте, яҡшы ғәмәлдәр ҡылды. Барығыҙға ла иман ныҡлығы, ғаилә именлеге һәм яҡты киләсәк теләйем. Бөгөн айырыуса Ватанды һаҡлаусы яугирҙарыбыҙ өсөн доға ҡылыу мөһим. Егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙам иткән мосолмандарға ҙур рәхмәтемде белдерәм. «Әннәби» мәсете был юҫыҡта ғәйәт ҙур эш башҡара. Имамдарыбыҙға һәм хәҙрәттәребеҙгә һалдаттарыбыҙға күрһәткән ярҙамдары, ҡылған доғалары өсөн рәхмәт, - тине Марат Зәһиҙуллин үҙенең ҡотлауында.
Ҡала халҡы байрам тураһында үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Ләйсән Һәм Илһам Иҙрисовтар:
- Беҙ бөгөн «Әннәби» мәсетенә Ураҙа байрамына йыйылдыҡ. Барлыҡ кешеләрҙең дә татыу йәшәүен теләйбеҙ. Быйыл беренсе тапҡыр ураҙа тоторға тәүәккәл иттек. Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән барыһы ла яҡшы килеп сыҡты. Баштараҡ ҡына бер аҙ ҡатмарлы булды, һуңынан бер ниндәй ҙә ауырлыҡ юҡлығын аңланыҡ. Киләсәктә лә ошо ғәмәлдә булырға тырышасаҡбыҙ. Тормошобоҙҙа барыһы ла үҙ сираты менән бара: Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән шәхси йорт төҙөп сыҡтыҡ, газ үткәреү мәсьәләһен дә еңел генә хәл иттек.
Әлфиә Йәноҙаҡова, Салауат ҡалаһы татарҙары Конгресының «Мираҫ» фольклор ансамбле ағзаһы:
- Бөгөн беҙҙә ҙур байрам. Шул айҡанлы бөтә мосолмандарҙы ихлас ҡотлайым. Һәр кемгә һаулыҡ, бәхет, йорттарына именлек, ғаиләләренә тыныслыҡ теләйем. Ошо байрамды билдәләр өсөн бөгөн мәсеткә килдек, саҙаҡалар бирҙек. Аллаһы Тәғәлә доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен һәм изге теләктәребеҙ тормошҡа ашһын. Рамаҙан айы - изге эштәр башҡарыу ваҡыты. Һәм, әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа махсус операцияның тиҙерәк тамамланыуын көтәбеҙ, яуҙағы егеттәргә булышыу әһәмиәтле бурыстарҙың береһе булып ҡала. Үҙебеҙҙең йортта йәшәүселәр менән 11 тапҡыр посылка ебәрҙек, күптән түгел шәхсән үҙем егеттәргә бер нисә комплект түшәк кәрәк-яраҡтары һәм ирем үргән маскировка селтәрен тапшырҙым. Бынан тыш, һеңлебеҙ менән балалар йортона әйберҙәр йыябыҙ.
Гөлмира Рәхимова ғүмер буйы ҡала халҡының һаулығы һағында торған, күп балалы әсә, байрамға ҡыҙы Азалия менән килгәйне:
- Ураҙа - мосолмандарҙың иң изге байрамы. Ғөмүмән, мосолман халҡы, Рамаҙан айында ғына түгел, ә һәр саҡ ислам ҡанундарына буйһоноп, нәфсенән тыйылып, мохтаждарға ярҙам итеп йәшәргә тейеш. Ата-әсәйебеҙ бик динле кешеләр булды, бәләкәйҙән Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген белеп үҫтек. Һуңғы йылдарҙа ураҙаны ҡалдырғаным юҡ. Ике улым да бер нисә йыл мәсеткә йөрөй. 20 йәшлек өлкән улым армия хеҙмәтендә, тиҙҙән ҡайтасаҡ. Уға хеҙмәттә лә ураҙа тоторға мөмкинлек биргәндәр, биш тапҡыр намаҙын ҡалдырмай. Был беҙҙең илдә дин мәсьәләләрендә сикләүҙәр юҡлығын аңлата, бары теләк кенә булһын. Мин сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләйем, уны ла үҙем менән мәсеткә алып киләм. Ҡыҙым ағайҙарының намаҙ уҡыуын күреп, улар артынан ҡабатлай, яулыҡ ябыныуҙың мәғәнәһен белеп үҫә, доға уҡығанда ҡулдарын күтәреп, «Амин» тип әйтә.
Ураҙа байрамы тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.