Өфөлә үткән XVI «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер өммәт - уртаҡ яҙмыш» халыҡ-ара ғилми ғәмәли конференцияһын һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратының сираттағы киңәйтелгән съезы барышында Рәсәйҙең юғары мөфтөйө, шәйех-әл- ислам Тәлғәт Сафа Тажетдин илебеҙҙең иң боронғо ислам дини үҙәгенең рәсми наградаларын тапшырҙы.
Шәйех-әл-ислам Тәлғәт-хәҙрәт Тажетдин Указы менән «Әл-Иззат» (дан, хөрмәт һәм абруй) орденына Салауат ҡалаһы мөфтөйө шәйех Рәмил хәҙрәт Насиров лайыҡ булды.
Был награда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратының иң юғары бүләге, һәм Рәмил хәҙрәт был награданы алған өсөнсө дини лидер булып иҫәпләнә. Уға тиклем был орден 2016 йылда үлгәндән һуң, имам Әхмәтзәки Сәфиуллинға һәм 2018 йылда шәйех-әл-ислам Тәлғәт Тажетдинға тапшырылған.
«Әл-Иззат» ордены бик һирәк һәм ислам, бөтә ил алдындағы айырым ҡаҙаныштары өсөн генә тапшырыла. Наградаға нигеҙ һалынғандан алып бөгөнгө көнгә тиклем уның кавалерҙары 10 кеше.
Рәмил хәҙрәт күп йылдар дауамында шәйех-әл-ислам Тәлғәт Тажетдиндың ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Һис шикһеҙ, хөрмәтле мөфтөйҙең хеҙмәттәре бөгөн лайыҡлы баһалана. Хөрмәтле Рәмил хәҙрәтте был юғары награда менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға бөйөк Рәсәйебеҙҙең иң әүҙем дини эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ, артабан да изге хеҙмәттә уңыштар теләйбеҙ.
Фото «Әннәби» мәсетенән.