газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
23 Октябрь 2025, 09:16

Белем алыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу - төп маҡсат

7 октябрҙә Салауат ҡалаһындағы «Әннәби» йәмиғ мәсетендә Башҡортостандың көньяҡ төбәге имамдарының мөһим осрашыуы үтте. Был сара дини хеҙмәткәрҙәр өсөн файҙалы һөйләшеү майҙансығына әүерелде, унда улар көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе, тупланған тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм дини өлкәләге белемдәрен тәрәнәйтте. Осрашыу барышында үткән йылға йомғаҡ яһалды.

Белем алыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу - төп маҡсат
Белем алыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу - төп маҡсат

Абруйлы ҡунаҡтар араһында Салауат ҡалаһы хакимиәте, Юрматы ере Башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре булды. Шулай уҡ Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм уның ислам университеты делегаттары, Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы вәкилдәре һәм ветерандар ойошмалары ҡатнашыуы осрашыуҙың әһәмиәтен билдәләне. Татарстан Республикаһы делегацияһынан һәм Башҡортостан Республикаһының дини эштәр буйынса кабинеты хеҙмәткәрҙәренән дә сәләмләү һүҙҙәре тапшырылды.
Власть вәкилдәре конфессияара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә һәм дини институттарға ярҙам итеүгә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Юрматы ере Башҡорттары ҡоролтайы делегаттарының ҡатнашыуы төбәктең рухи мираҫын һаҡлау һәм арттырыу эшендә берҙәмлекте раҫланы.
Сараның төп өлөшө булған асыҡ диалог имамдарға үҙҙәрен ишеткән кеүек тойорға һәм иң актуаль һорауҙарға яуап алырға мөмкинлек бирҙе, был ышаныс һәм үҙ-ара аңлашыу атмосфераһын булдырҙы.
- Белем алыуҙан тыш, мәсеттәрҙә һәм кешеләр менән уңышлы эшләү өсөн кәрәкле ҡиммәттәрҙе, тәжрибәне һәм күнекмәләрҙе формалаштырыу ҙа сараның төп темаһына әүерелде. Сөнки тап имамдарҙың белемлелегенә һәм рухи өлгөрөүенә, йәмғиәттә әхлаҡты, тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеп, уларҙың иманлыларға исламдың ысын ҡиммәттәрен еткерә алыуы бәйле, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесенең юғары мөфтөй ярҙамсыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Почетлы ветераны Рәмил хәҙрәт Насиров.
Республиканың холоҡ төҙәтеү учреждениеларында диндар мосолмандар өсөн инфраструктура булдырылған: дүрт мәсет һәм имамдар тәғәйенләнгән туғыҙ ғибәҙәт бүлмәһе уңышлы эшләй. Хөкөм ителеүселәр өсөн кәрәкле дини материалдар, шул иҫәптә Ҡөрьән һатып алына. Салауат ҡалаһындағы 16-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында бишенсе мәсет төҙөлә. Был ғибәҙәт ҡоролмаларын төҙөүҙә хөрмәтле Рәмил хәҙрәттең әүҙем роле һәм кураторлығы айырыуса әһәмиәтле. Был хаҡта Рәсәй федераль яза башҡарыу хеҙтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигының диндарҙар менән эшләү буйынса ярҙамсыһы Александр Петров хәбәр итте.
Салауаттағы «Әннәби» йәмиғ мәсете ҡала өсөн мөһим үҙәк булып тора. Ҡала Советы депутаты Андрей Ғәзиев бында йәштәр өсөн белем биреү саралары һәм экскурсиялар үткәрелеүенә ҡәнәғәтлек белдерҙе, конфликттарҙы булдырмау өсөн үҫеп килгән йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Мәжлестең тантаналы өлөшөндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн Ҡорбан әҙерләүгә ҙур өлөш индергән активистар бүләкләнде.
Көнүҙәк проблемалар күтәрелгән, уларҙы хәл итеү юлдары тикшерелгән һәм йәнле аралашыу булған бындай осрашыуҙар баһалап бөткөһөҙ. Был профессиональ бәйләнештәрҙе нығытыуға, ҡиммәтле тәжрибә уртаҡлашыуға һәм рухи лидерҙар алдында торған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләүгә булышлыҡ итә.

Зилә Сәлимова

Автор: Дина Галеева
Читайте нас