газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
15 Сентябрь 2025, 09:09

Иман һәм берҙәмлек юлында

28 августа, йәйге каникулдарҙың һуңғы көндәрендә, Салауат ҡалаһындағы «Ҡояшлы» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге тәрбиәләнеүселәре өсөн иҫтәлекле һәм күңелле ваҡиға булды. Балалар Башҡортостандың баш ҡалаһына экскурсияға юлланды.

Иман һәм берҙәмлек юлында
Иман һәм берҙәмлек юлында

Экскурсияның тәүге туҡталышы Өфө ҡалаһының Изге Сергиев кафедраль соборы булды. Оҙон юлдан һуң, балалар тәрбиәселәре менән бергә соборҙың тарихын тыңлап, өлкән монахинянан тәм-томдар алды.
Киләһе туҡталыш - Өфөнөң «Ағиҙел» яры буйы, унда балаларҙы «Чайка» теплоходы көтә ине. Уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ һәм түҙемһеҙлек күренде. Сәйәхәт барышында балалар күп кенә фотолар төшөрҙө. Өсөнсө туҡталыш - Богородица Раштыуаһы Кафедраль соборы. Экскурсияның тәүге минут-тарынан уҡ балалар соборҙың биҙәле-шенә иғтибар итте һәм экскурсоводтан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды.
Һуңынан - улар Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына юлланды. Өфө ҡалаһының Беренсе Йәмиғ мәсетендә уларҙы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты вәкиле, Мөхәммәт хәҙрәт Миңлеғәлиев ҡаршы алды. Хәҙрәт балаларға исламдың төп ҡағиҙәләре, пәйғәмбәр Мөхәммәт (с.ғ.с.) тормошо тураһында тулы һәм аңлайышлы итеп һөйләне.

Мәсеттән һуң, балалар Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетына экскурсияға юл тотто. Унда ла Мөхәммәт хәҙрәт ҡыҙыҡлы сәйәхәт Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә  назаратының барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы, хатта үҙенең шәхси тормош юлы, ысын юлды табыуы тураһында ла һөйләп үтте.
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы, шәйех, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров сараның әһәмиәтен былай тип аңлатты:

- Беҙгә был уй бер нисә ай элек кенә килде. Артур хәҙрәт балаларҙы Өфөгә  алып барып, теплоходта йөрөтөргә мөмкин тип һөйләгәс, мин был сәфәрҙе Рәсәй Мосолмандары Үҙәк Диниә назаратына һәм Өфө Епархияһына барыу менән берләштерергә тәҡдим иттем. Беҙ был хаҡта православие динендәге ҡәрҙәштәребеҙгә хәбәр иттек, ыңғай яуап алдыҡ. Салауат һәм Күмертау Епискобы Николай менән конфессия-
ара дуҫлығыбыҙҙың Салауат Епархияһы ошондай изге эштәр башҡарырға мөмкинлек биреүе ҡыуандыра.

- Бындай сара балаларҙың күңел асыуына ыңғай йоғонто яһауҙан тыш, уларҙы тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа, конфессия-ара һәм милләт ара берләшеүгә өйрәтә. Рухи лидерҙарыбыҙ беҙҙе бергә эшләргә өйрәтә. Беҙ Дионисий менән бергә балаларҙың дуҫлығын, изгелеген һәм үҙ-ара ихтирамын күрҙек, - тине «Ғибадуррахман» йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Артур Сәғитов.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты һәм Башҡортостан митрополияһы исеменән ярҙам күрһәтеүселәргә ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тәү сиратта, суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводы рәйесе, шулай уҡ Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе урынбаҫары Артур Шәйнуровҡа рәхмәт әйтәбеҙ. Шулай уҡ, Салауат Автотранспорт предприятиеһы директоры Андрей Пугачевҡа транспорт биреүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларҙың ярҙамы беҙҙең проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур роль уйнаны.

Иман һәм берҙәмлек юлында
Иман һәм берҙәмлек юлында
Иман һәм берҙәмлек юлында
Иман һәм берҙәмлек юлында
Автор: Дина Галеева
Читайте нас