газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
13 Август 2025, 10:53

Балаларға - иман байлығы

Балаларҙың йәйге ялы тамамланыуға һанаулы көндәр ҡалып бара. Уҡыусылар каникулдарын күңелле генә түгел, файҙалы ла итеп уҙғарһын өсөн ҡалала төрлө ойошмалар тырышлыҡ һала.

Балаларға - иман байлығы
Балаларға - иман байлығы

Әйтәйек, ай башында «Әннәби» йәмиғ мәсетенә төрлө белем биреү ойошмаларынан: 1-се һәм 8-се лицейҙан, 1-се һәм 2-се гимназиянан, 4-се, 7-се, 17-се, 18-се, 19-сы, 20-се, 21-се, 23-сө мәктәптәрҙән һәм 25- се башҡорт гимназияһынан 30 бала экскурсияға килә.
Уҡыусыларҙы шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров үҙе ҡаршы ала һәм мәсет менән таныштыра. Тәрбиә нигеҙе иман булғанға күрә, бөтә экскурсиялар һәр ваҡыт изге Ҡөрьәндән сүрәләр уҡыуҙан башлана. Был юлы ла шулай булды. Балалар Абдрафиҡ хәҙрәттең уҡығандарын йотлоғоп тыңланы. Һуңынан барыһы ла никах залына үтте.
- Ислам дине буйынса, никах - ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттең бөйөк нигеҙе. Ислам быға ҙур әһәмиәт бирә һәм никахһыҙ уҙғарылған башҡа союздарҙан баш тарта. Шуға күрә никахһыҙ булған мөнәсәбәттәр иң ҙур зина һанала. Мосолмандарҙы шәриғәт ҡанундары буйынса никахлаштырыу - Ислам йәмғиәтенең изге бурысы, - тип аңлатып үтте Рәмил хәҙрәт никах йолаһының асылын.
Уҡыусылар «Балаға исем ҡушыу» залында булғандан һуң, икенсе ҡатҡа күтәрелде. Дин белгесе балаларға исламдың төп нигеҙҙәре, мәсеткә килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бурыстары һәм уларҙың ни өсөн намаҙҙы өҫкө ҡатта уҡырға тейешлектәре тураһында һөйләне. Һуңынан балаларға тамаша һәм иң күркәм залдарҙы күрһәттеләр, улар, ҡағиҙә булараҡ, йәш быуындың ныҡ хәтерендә ҡала.
Иң аҙаҡтан йәш салауаттар мөфтөйҙөң кабинетына инде. Унда уларҙы, һәр ваҡыттағыса, тәмлекәстәр көтә ине, «Әннәби» йәмиғ мәсетенә килгән өсөн һәр береһенә рәхмәт хаты тапшырылды.
Осрашыу аҙағында уҡытыусылар һәм балалар комплекс етәкселегенә ошондай файҙалы һәм ҡыҙыҡлы экскурсия өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Уҙған ике йылда беҙҙең мәсеткә экскурсияға ҡалабыҙҙың, шулай уҡ яҡын-тирәләге ҡала-райондарҙың төрлө мәктәптәренән 2000-гә яҡын бала килде. Үҫеп килеүсе быуынды рухи-әхлаҡи тәрбиәләүгә иғтибар биргәндәре өсөн уҡытыусыларға ҙур рәхмәт, - тине Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратының Салауат ҡалаһындағы «Ғибадуррахман» йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Артур Сәғитов.
Фото «Әннәби» йәмиғ мәсетенән.

Балаларға - иман байлығы
Балаларға - иман байлығы
Автор: Дина Галеева
Читайте нас