газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
28 Июль 2025, 14:48

Изге ғәмәлдәрҙең сауабы

Шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров етәкләгән ҡалабыҙҙың «Әннәби» йәмиғ мәсете республиканың көньяғындағы имамдарҙы йыйып, осрашыу уҙғарҙы.

Изге ғәмәлдәрҙең сауабы
Изге ғәмәлдәрҙең сауабы

Имамдар тәүҙә Нөгөш һыуһаҡлағысы буйына йыйылды. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, ғорур ҡаяларға, мөһабәт ағастарға һыйынып ҡына аҡҡан саф һыулы Нөгөш буйлап теплоходта елдереү имамдарҙың күңелендә иҫ киткес тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әйтергә кәрәк, имамдар теплоходта йөрөгәндә лә үҙ бурыстарын онотманы - йылғала фажиғәләр, төрлө күңелһеҙ ваҡиғалар булмаһын өсөн доғалар ҡылды.
Сараның төп өлөшө Мәләүез районы Һәргәй ауылының «Фатиха» мәсетендә уҙҙы. Көн үҙәгенә урындағы мәсеттәрҙә дини белемдең нисек алып барылыуы, юридик мәсьәләләргә аңлатма биреү кеүек һәм башҡа һорауҙар сығарылды, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләнде. Ә осрашыуҙың төп тәғәйенләнеше - махсус хәрби операцияһына ярҙам иткәндәрҙе билдәләп үтеү ине. Быйыл дин әһелдәре бергә йыйылып яугирҙарға 305 баш ҡорбан ите оҙатҡан.
- Бөгөнгө көндә илебеҙ хәүеф аҫтында. Шуға беҙ ҙә егеттәр өсөн доғалар ҡылып, ярҙам итеп, үҙебеҙҙең яҡтан булышлыҡ итәбеҙ. Ҡорбан ғәйетендә республиканың көньяғындағы имамдар менән һалдаттарға ҡорбан ите ебәрҙек. Уны тапшырып ҡайтыусылар яугирҙарҙың беҙгә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙеләр. Шуға күрә, имамдарҙың тырышлығын, битараф булмауын иҫәпкә алып, уларға «Махсус хәрби операцияға ярҙам иткәне  сөн» миҙалдарын тапшырырға ҡарар иттек. Һалдаттарыбыҙ Еңеү менән ҡайтҡас, хәҙрәттәребеҙҙең күкрәктәрендә ошо миҙалдарҙы күреп, уларҙың да Еңеүгә индергән өлөшөн күреп шатланыр, - тип уртаҡлаша Рәмил хәҙрәт Насиров.
Миҙал алыусылар араһында «Салауат» гәзите һәм «Салауат» телекомпанияһы хеҙмәткәрҙәре лә бар. 
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, «Әннәби» йәмиғ мәсете хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға 10 миллиондан ашыу суммаға ярҙам күрһәткән. Мәсет етәкселеге билдәләүенсә, был эш артабан да дауам итәсәк.
Сарала 80 һәм 85 йәштәрен билдәләүсе хәҙрәттәр - Күгәрсен районынан Мәжит Йосопов һәм Федоровканан Вәкил Исмәғилев Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратының йәмәғәт наградаһы - «Берҙәмлек»
миҙалдары менән бүләкләнде. Ә Салауат ҡалаһындағы «Ғибадуррахман» ойошмаһы етәксеһе Артур Сәғитовҡа республиканың көньяғындағы имамдар менән эш алып бара алыуы тураһында танытма тапшырылды. Белеүегеҙсә, ойошманың эше етем балаларға һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеүҙән ғибәрәт.
- Август аҙаҡтарында православныйҙар менән берлектә «Ҡояшлы» үҙәгенән балаларҙы Өфөгә алып  барырға планлаштырабыҙ. Улар өсөн теплоходта йөрөү, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратына, Өфөепархияһына барыу ҡаралған, - ти Рәмил хәҙрәт.
Сара һуңында егеттәребеҙҙең барыһы ла йорттарына иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп, доға ҡылдылар, намаҙ уҡынылар. Имамдар бындай осрашыуҙарҙың бик кәрәк булыуын, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнарға ярамағанлығын,
заман менән бергә атларға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, осрашыуҙы ойошторған «Әннәби» йәмиғ мәсетенә рәхмәт белдерҙе.
Фото «Әннәби» йәмиғ мәсетенән.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас