газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
6 Июнь 2025, 21:00

Салауатта - Ҡорбан байрамы

Бөгөн бөтә мосолмандар үҙҙәренең календарындағы төп Ҡорбан байрамын билдәләй. Улар өсөн Ҡорбан байрамы ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Аллаһы Тәғәләгә тоғролоҡтоң, башҡа кешеләргә ҡарата шәфҡәтлелектең һәм ярҙамға мохтаж булғандарға ҡарата яҡшылыҡ ҡылырға әҙерлектең мөһимлеген иҫкә төшөрә, рухи көс, берҙәмлек һәм изгелек символы булып тора.

Салауатта - Ҡорбан байрамы
Салауатта - Ҡорбан байрамы

 Ҡорбан байрамы быйыл мосолмандар өсөн изге йома көнөнә тап килде. Байрам кейемдәрендә йөҙләгән ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ имамдарҙың өгөт-нәсихәттәрен, байрамдың бөйөк мәғәнәһенә арналған вәғәздәрен тыңларға һәм ғәйет намаҙына йыйылды.

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин ҡаланың бөтә мосолман халҡын Ҡорбан байрамы менән ҡотлау өсөн "Әннәби" йәмиғ мәсетендә килде.

- Хөрмәтле мосолмандар. Бөгөн Һеҙҙе Ҡорбан байрамы менән ҡотлай алыуыма бик шатмын. Ҡорбан байрамы - ул изге, яҡты байрам, был көндәрҙә беҙ Аллаһы Тәғәләнән һәм бер-беребеҙҙән ғәфү үтенәбеҙ. Бөтә мосолмандарға ҡылған изге ғәмәлдәренең, салынған ҡорбандарының, доғаларының Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡабул ителеүен теләйем. Республикабыҙ күп милләтле, күп конфессия вәкилдәре йәшәй, тыныслыҡ һәм тәртип булһын. Барыһын да байрам менән, изгелек, һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем, - тине Марат Зәһиҙуллин.

- Беҙ йыл һайын Ҡорбан байрамын билдәләйбеҙ һәм һәр ваҡыт йәмғиәтебеҙҙең рухи, дини тормошона үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ,- тип билдәләне шәйех, мөфтөй, Юғары мөфтөй ярҙамсыһы, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров. - Мәсетебеҙҙәге бынан 36 элек ҡылынған тәүге намаҙҙарҙы иҫкә төшөрәм, ул ваҡытта беҙҙең сафта 46 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булды. Бөгөн беҙ  ил азатлығы өсөн көрәшкән ветерандар өсөн дә доға ҡыласаҡбыҙ. Бөгөн беҙ махсус хәрби операция барышында ватаныбыҙҙы яҡлап, ватан алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған әсәләрҙе бүләкләүҙе дауам итәбеҙ.

Мәсеттә башҡорт, татар, рус, ғәрәп, үзбәк, тажик һәм африка телдәрендә ҡотлауҙар яңғыраны.

Ҡорбан байрамынан репортаж “Салауат” гәзитенең киләһе һанында.

Салауатта - Ҡорбан байрамы
Салауатта - Ҡорбан байрамы
Салауатта - Ҡорбан байрамы
Салауатта - Ҡорбан байрамы
Салауатта - Ҡорбан байрамы
Салауатта - Ҡорбан байрамы
Салауатта - Ҡорбан байрамы
Салауатта - Ҡорбан байрамы
Салауатта - Ҡорбан байрамы
Салауатта - Ҡорбан байрамы
Автор: Гульнара Аскарова
Читайте нас