газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
5 Июнь 2025, 16:25

Мөбәрәк һәм изге байрам

Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле мосолмандар! Барығыҙҙы ла Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым.

Мөбәрәк һәм изге байрам
Мөбәрәк һәм изге байрам

6 июндә мосолмандар өсөн изге Ҡорбан байрамы билдәләнә. Был беҙҙең көтөп алған байрамыбыҙ. Уны изге ниәттәр, яҡты уйҙар, хаж ҡылып, доға уҡып, яҡындарыбыҙҙың хәлен белешеп, мохтаждарға ярҙам итеп, яҡшы эштәр ҡылып ҡаршы алабыҙ.

Мосолмандар изге Ҡорбан байрамы уңайынан бергәләшеп «Әннәби» йәмиғ мәсетенә йыйыла.

Раббыбыҙ һәр беребеҙҙең күңелен иман нуры менән нурландырһын, Үҙенең рәхмәтен һәм бәрәкәтен яуҙырһын, был донъяла һәм әхирәттә бәхетлеләрҙән булырға насип итһен. Намаҙҙарыбыҙҙы, ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итһен, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итһен. Илебеҙҙә тыныслыҡ, именлек булһын, халыҡтар дуҫ-татыу йәшәһен, илебеҙ сәскә атһын. Аллаһы Тәғәлә барыһына ла һаулыҡ, бәрәкәтле тормош, ғаилә татыулығы, бәхет насип итһен.
 Рәмил хәҙрәт Насиров, шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй ярҙамсыһы.

Ҡорбан байрамының программаһы
«Әннәби» йәмиғ мәсете имамдары иртәнге сәғәт 8-ҙәмәхәллә кешеләрен ҡабул итә башлай. Шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар ҡаршы алына.
Сәғәт 10-да изге Ҡөрьән уҡыла. Һуңынан абруйлы ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ. Салауаттарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотлау өсөн ҡала хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллиндың, Юрматы башҡорттары ырыуы рәйесе Риф Иҫәновтың, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитовтың килеүе көтөлә.
Тағы ла ҡотлауҙар ете: башҡорт, татар, рус, ғәрәп, үзбәк, тажик, африка телдәрендә яңғыраясаҡ.
10.35 сәғәттә байрам намаҙы.
11.00 сәғәттә улдары махсус хәрби операциянан әйләнеп ҡайтмаған әсәйҙәрҙе бүләкләү сараһы.
12.00 сәғәттә Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына бағышлап Салауат ҡалаһының халыҡтар дуҫлығы ассамблеяһы менән берлектә әҙерләнгән концерт.
13.30 сәғәттә йома намаҙы.
Байрам барышында йәмиғ мәсете янында былау таратыласаҡ.

Автор: Гульнара Аскарова
Читайте нас