газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
16 Май 2025, 22:55

Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай

«Әннәби» йәмиғ мәсетенең дин әһелдәре 9 май - Бөйөк Еңеү көнөндә «Мәңгелек ут» мемориаль комплексына  йыйылды. Улар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү менән ҡотлап, төрлө һуғыш һәм хәрби бәрелештәр ваҡытында һәләк булғандарҙы иҫкә алды, һәйкәлгә сәскәләр һалды. Сарала Салауат имамдары, хәҙрәттәренән тыш, Ишембай, Мәләүез, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондары һәм ҡаланың православие дине вәкилдәре ҡатнашты. 9 майҙың мосолмандар өсөн изге йома көнөнә тура килеүе лә икеләтә әһәмиәтле булды, был көндө ҡотлау һүҙҙәре генә яңғырап ҡалманы, шулай уҡ йома намаҙы ваҡытында яу яландарында үҙ-үҙен аямай башын һалған яугирҙарҙың яҡты иҫтәлегенә доғалар ҙа ҡылынды. 

Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай
Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай
- Еңеү байрамының 80 йыллығына бағышлап бер кәрзингә 80 ҡәнәфер сәскәһе йыйылды. Улар янына 36 йәшел ваҡ ҡына сәскәле үлән ҡуйҙырттыҡ, был Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына 36 йыл тулыуға арналды. Афғанстанда ҡомлоҡ, таш, тауҙар, йәшеллек етмәгәнлектән беҙҙең егеттәр тыуған ерҙәрен бик һағына - был ошоға ишара. Шулай уҡ гөлләмәлә дүрт алһыуыраҡ роза урын алды, улар быйыл махсус хәрби операция барыуҙан һуң Курс өлкәһенең азат ителеүен символлаштыра. Йәшел таҫмаға «Әннәби йәмиғ мәсете» тигән яҙыу ҙа тағылды. Өҫтәмә рәүештә 34 ҡәнәфер сәскәһе алдыҡ, улар хәҙрәттәрҙең ҡулдарында булды. Кәрзиндәге 80 һәм имамдарҙың ҡулдарындағы 34 ҡәнәфер сәскәһен бергә алһаҡ, беҙҙең дөйөм 114  ҡәнәфер килеп сыға, был Ҡөрьән Кәримдә 114 сүрә һанына тап килә. Беҙҙең менән бергә яҡшы билдәләргә генә уҡыусы, активистка, «Ислам нигеҙҙәре» буйынса өс йыллыҡ курстарҙы тамамлаусы ҡыҙ ҙа бар ине. Ҡөрьән Кәримдәге 114 сүрә араһында берәүһе Мәрйәмгә, ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланған. Беҙҙең эргәлә ошо ҡыҙҙың баҫып тороуы ҡатын-ҡыҙҙарҙы символлаштырҙы, сөнки әсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙе был донъяға килтергән, Рәсәйҙең көслө, рухлы, аҡыллы, изгелекле улдарын үҫтергәндәр, беҙҙең ир-егеттәр Бөйөк Ватан һуғышында ла, афған бәрелештәрендә лә, әлеге махсус хәрби операциялала ла еңергә тырышалар, ҡайһы берҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайта алмай, башын һала. Беҙ ошо егеттәрҙе тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ, уларға ҙур-ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ унда һәләк булғандарға йәсин бағышланыҡ, ғәрәп, рус, башҡорт, татар телдәрендә доғалар ҡылдыҡ, - тип һөйләй шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров. - Шулай уҡ Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлап, изге йома көнөндә бергәләшеп, берҙәмләшеп әсәйҙәребеҙгә рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, егеттәребеҙҙең еңеп ҡайтыуын, баш осондағы күктәребеҙ аяҙ булыуын теләп сығыш яһаныҡ. 
 
Һуңынан дин әһелдәре «Әннәби» йәмиғ мәсетендәге ҡунаҡсыллыҡ кафеһына барып, былау ашап, тәмлекәстәр менән сәй эсеп алғандан һуң, йома намаҙын ҡылды. Бөтә доғалар һуғыш яландарында илде һаҡлап башын һалған егеттәргә бағышланды. 
Йома намаҙынан һуң 14 ҡатын-ҡыҙ һәм 14 егеткә өс йыллыҡ курстарҙы тамамалауы уңайынан ғилем алыуҙары хаҡында танытмалар тапшырылды. 
 
Фотолар «Әннәби» йәмиғ мәсетенән. 
Автор: Гульнара Аскарова
Читайте нас