Рамаҙан айы рух ныҡлығын, мәрхәмәтлекте, уйҙар таҙалығын, изге ҡылыҡтарҙы һынап ҡарай торған ай булды. Мосолмандар тыныслыҡты, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлауға, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүгә ынтыла. Динебеҙ бер генә килгән ғүмерҙе лайыҡлы үтергә, кешелек сифаттарын юғалтмаҫҡа саҡыра.
Салауаттың мосолмандар берләшмәһе милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә оло өлөш индерә. Ураҙа кешеләрҙә сабырлыҡ, тыныслыҡ, миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлек кеүек ҡиммәттәр тәрбиәләй. Ә изге Ураҙа байрамы уйҙарыбыҙ, эштәребеҙ хаҡында йәнә бер ҡат уйланырға, фекер йөрөтөргә булышлыҡ итә, төрлө милләт кешеләрен яҡынлаштыра. Хоҙайға доға ҡылып, яҡшы эштәр менән, оло быуын һәм мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреп ҡаршы алабыҙ уны.
Ураҙа байрамы рухи берҙәмлегебеҙҙе тағы ла арттырһын, йөрәктәребеҙгә йән йылыһы, һөйөнөс, игелек нуры өҫтәһен! Һәр өйгә бәрәкәт, һәр кемгә һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем. Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, тормошобоҙ яҡты иман нуры менән тулһын, ураҙаларығыҙ ҡабул булһын!
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
«Әннәби» йәмиғ мәсетендә 30 мартта Ураҙа байрамы (0+) үтәсәк. Ул иртәнге сәғәт 8-ҙән имамдарҙың Ҡөрьән уҡыуы менән башлана.
Сәғәт 10-да ҡала етәкселегенең, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатының, Афған һуғышында ҡатнашыусының, шәйех-мөфтөйҙөң, имамдарҙың һигеҙ телдә ҡотлау һүҙҙәре һәм ғәйет намаҙы.
Сәғәт 11-ҙә мәҙрәсәлә уҡыған балаларҙың сығышы.
Сәғәт 12-лә махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренә миҙалдар тапшырыу, был сара 31 мартта ла дауам итәсәк.
Ураҙа байрамы сараларына рәхим итегеҙ.
Шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт НАСИРОВ.