Иртә менән ғәйет намаҙына тиклем мосолмандар фитыр саҙаҡаһын түләргә ашыҡты.
Ураҙа байрамында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Заһир Хәкимов, ҡала хакимиәте урынбаҫары Азамат Хәсәнов ҡатнашты.
Мәсеткә йыйылыуыслар өсөн һигеҙ телдә ҡотлау яңғыраны: башҡорт телендә - Марат хәҙрәт, татар телендә - Радик хәҙрәт, рус телендә - Ильяр хәҙрәт, ғәрәп телендә - Абдулкодир хәҙрәт, үзбәк телендә - Толибджон хәҙрәт, тажик телендә - Абдурозик хәҙрәт, африка телендә Секу Дукуре хәҙрәт тәбрикләне.
Байрам намаҙынан һуң балалар өсөн ысын байрам ойошторолдо. Мәсеттә дин ғилемен өйрәнгән балалар һорауҙарға яуап бирҙе, йырҙар башҡарҙы, хәҙистәр һөйләне, уйындарҙа ҡатнашты. Улар бүләктәргә бик шатланды.
Изге байрамда Йәмиғ мәсете махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәрен һәм ҡатындарын да үҙенә йыйҙы, уларға тантаналы шарттарҙа "Ватанды һаҡлаусы" миҙалы тапшырылды.
- Рамаҙан айында күп мосолмандар мәсеткә йөрөнө, улар өлкән быуын кешеләре генә түгел, йәштәр ҙә, ҡайһы берҙәре тотош ғаиләләр менән килде. Был ислам диненә кешеләр күберәк ынтыла тигәнде аңлата. Был ҡыуаныслы, һәм мәсеттең юҡҡа төҙөлмәгәненә, дөрөҫ йүнәлештә эшләүенә күп тапҡырҙар инанабыҙ, - тип билдәләй шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров. - Беҙ йыл һайын дини байрамдарға ниндәйҙер үҙенсәлек индерергә тырышабыҙ. Изге Рамаҙан айында йыйылған фитыр саҙаһын ниндәй изге эшкә йүнәлтә алабыҙ тип уйланыҡ һәм Ураҙа байрамында тыуған ил, тыныслыҡ, татыулыҡ өсөн ғүмерҙәрен биргән ир-егеттәрҙең бөтә әсәләрен йыйырға ҡарар иттек. Быйыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Яугирҙарҙың әсәләрен, ҡатындарын түңәрәк өҫтәл артына йыйып, "Ватанды Һаҡлаусы" миҙалын, бүләктәрҙе тапшырабыҙ. Әгәр беҙ бер аҙ булһа ла ярҙам итә, уларҙы рухландыра алһаҡ, имандың да ярҙам итеүен, изгелеккә өндәүен еткерә алһаҡ, был да яҡшы эш. 80 йыл элек ата-бабаларыбыҙ еңеү менән ҡайтты, һәм беҙҙең быуын да еңеү менән ҡайтыр, тип уйлайым. Миҙалдар өсөн таныҡлыҡтарҙы ураҙа тотҡан, намаҙ, Ҡөрьән уҡыған ҡыҙҙар тултырҙы һәм улар шуның менән дә әһәмиәтле. Бүләкләүҙе дауам итәбеҙ, иртәгә лә әсәләрҙе йыйабыҙ, шулай уҡ Ҡорбан байрамында бүләкләйәсәкбеҙ. “Әннәби” йәмиғ мәсете Рәсәйҙә бындай изге, мәрхәмәтле эш башҡарған берҙән-бер мәсет. Был үҙебеҙҙе маҡтау түгел, башҡаларҙың да беҙҙән өлгө алыуын теләйбеҙ.