Рәмил хәҙрәт Насиров «Салауат» гәзитендә дин һорауҙарын, темаларын яҡтыртыуға, шулай уҡ милли баҫманы һаҡлап ҡалыуға, халыҡ араһында таратыуға ҙур өлөш индерә.
- Ҡалабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары дингә ҡағылышлы бөтә сараларҙы яҡтыртып бара. «Салауат» гәзите 25 йыл дауамында ҡала халҡын бөтә хәл-ваҡиғалар менән таныштырып тора. Беҙҙең хеҙмәттәшлек электән килә. Маҡсатыбыҙ - халыҡ араһында дөрөҫ дини белем таратыу. Баҫма хеҙмәткәрҙәрен байрамдар менән ҡотлап, именлек, ижади уңыштар, рух ныҡлығы теләйем. Алдағы йылдарҙа ла гәзит йәшәһен, сәскә атһын, - тип теләне Рәмил хәҙрәт Насиров.
Рамаҙан айында мосолмандар ураҙа тота, изге ғәмәлдәр ҡыла.
- Март аҙағында мосолмандар өсөн изге Ураҙы байрамы билдәләнә. Байрамда «Әннәби» йәмиғ мәсете ай дауамында йыйылған саҙаҡаларға махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған ир-егеттәрҙең әсәләрен, ҡатындарын саҡырып мәжлес үткәрәсәк. Уларҙың рухтарына бағышлап, шулай уҡ әлеге ваҡытта хәрби хеҙмәт алып барған яугирҙарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп доғалар ҡылабыҙ, - тип тә билдәләне Рәмил хәҙрәт Насиров.
Шулай уҡ был көндө Рәмил хәҙрәт Насиров «Выбор» гәзите хеҙмәткәрҙәрен дә байрамдар менән ҡотланы.