26 марттан 27-һенә ҡараған кистә - Ҡәҙер кисәһе (“Ләйләтүл-Ҡадр”), был төндө Хоҙай Тәғәләгә доға ҡылып уҙғарыу мең айҙыҡына ҡарағанда ла әһәмиәтлерәк
булыр.
30 мартта - Ураҙа байрамы.
Был көндө ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә дини байрам билдәләнәсәк. Вәғәздәр иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана, һәр 30 минут һайын ислам нигеҙҙәре һәм
мосолмандарҙың тормошо хаҡында имамдар сығыш яһаясаҡ. Байрам намаҙы сәғәт 10-да башлана.
Ураҙа ниәте
Сәхәр ашағандан һуң уҡыла торған доға
«Нәүәйтү ән-әсүүмә сәүмә шәхри рамаҙаан минәл-фәжри иләл-мәғъриби хаалисан ЛИЛЛӘӘҺИ Тәғәәлә».
Мәғәнәһе: «Иләһи, ниәт ҡылдым Һинең ризалығың өсөн, Рамаҙан айында ураҙаһын тоторға, иртәнге сәхәрҙән - ҡояш байығансы».
Ифтар доғаһы
Ҡояш байығас, аҡшам намаҙы еткәс, ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сүмтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыйҡә әфтәртү фәғъфирлии - Йә ғәффәәрү мәә ҡәддәмтү үә мәә әххәртү».
Мәғәнәһе: «Йә, Раббым! Был ураҙамды Һинең өсөн генә тоттом һәм мин Һиңә генә иман килтерҙем һәм Һиңә генә тапшырҙым һәм Һинең ризығың менән ауыҙ
асамын. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ! Инде минең әүәлге гонаһтарымды ла һуңғы гонаһтарымды ла ярлыҡа!».