- Беҙ квартал һайын Башҡортостандың көньяғының имамдары, имам-хатибтары, ахундарының йыйылыштарын уҙғарабыҙ. Бындай уҡыуҙарҙың төп сәбәбе - тәжрибә уртаҡлашыу, үҙебеҙҙең белгәндәрҙе өйрәтеү һәм динде дөрөҫ алып барыуға өндәү, - тип һөйләй шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров.
1 мартта мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы башлана. Йыйылыш ошо айға ла арналды.
- Рамаҙан һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “ныҡ эҫе” тигәнде аңлата. Кешенең гонаһы шулай уҡ көслө, шуның өсөн Рамаҙан гонаһтарҙан ҡотолоу айы тип атала. Йылына бер генә тапҡыр килгән айҙа бөтәһенә лә ураҙаны тоторға тырышыға кәрәк. Сөнки һәр кемдең белгән, белмәй ҡылған гонаһтары бар. Изге айҙың йолалары ла күп, мәҫәлән, Рамаҙандың башланған көнөнән башлап, Ғәйет намаҙына тиклем, фитыр саҙаҡаһы бирелә, ул йылына 100 һумдан иҫәпләнә. Әгәр мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ошо фитыр саҙаҡаһын һалһа, изге айҙың бер йолаһында ҡатнашты тип иҫәпләнә. Быйыл беҙ ошо саҙаҡаларға махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған ир-егеттәрҙең әсәләрен, ҡатындарын саҡырып, мәжлес үткәрергә уйлайбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Рәмил хәҙрәт Насиров.
Рамаҙан айы яҡынлашыу менән күптәр ураҙаны нисек дөрөҫ тоторға, нимә ярай-ярамай, ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк һәм башҡа һорауҙар менән ҡыҙыҡһына башлай. Рәсәй ислам университеты мөғәлиме Булат Ғәфүров биргән дәрестәр йыйылыусылар өсөн бик тә фәһемле булды, ул ошо һорауҙарҙың барыһына ла асыҡлыҡ индерҙе.
- Рамаҙан айы, әлбиттә, ризыҡтан тыйылып тороуға бәйле. Тик ризыҡтан тыш, күңелдә лә, фекерҙә лә һәм телдә лә ураҙа булырға тейеш. Әлеге көндә кешене һөйләү актуаль проблема булып ҡала килә. Диндә әгәр һин кешенең насар эшләүен күреп, был эште икенсе кешегә һөйләһәң, был осраҡта уның гонаһы һиңә яҙыла, тиелә. Шуға Ураҙала телде тыйырға кәрәк. Икенсе мөһим ҡағиҙә, ул фекер гонаһынан арыныу зарур һәм йөрәккә насар уйҙар, алама эштәрҙе индерергә ярамай. Был ураҙаның төп маҡсаты, - тип аңлатма бирә Булат Ғәфүров.
Имамдар менән осрашыуға ҡала хакимиәте башлығы Альберт Моталов та саҡырылғайны. Етәксе холоҡ төҙәтеү урындарында дин вәкилдәре эшмәкәрлегенең әһәмиәтен, ярҙамын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Изге Рамаҙан айы яҡынлаша. Был шәфҡәтлелек һәм рухи таҙарыныу ваҡыты, ул һәр кешегә еткерелергә тейеш. Имамдар төрмәләрҙә ултырғандарға ла рухи ныҡлыҡ булдырыу яғынан ярҙам итә, уларҙы дөрөҫ юлға баҫтырыуҙа роле ҙур. Ошондай үҙ-ара аңлашыуға нигеҙләнгән берлектәге эш ҡалабыҙҙа тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытырға мөмкинлек бирер, - тине ҡала етәкселеге.
Осрашыуҙа Рамаҙан айын нисек үткәреү тураһында ғына һөйләнмәне. Үҙәк диниә назаратының мәхәлләләрҙе теркәү буйынса етәксеһе Мөхәммәт хәҙрәт Миңлеғәлиев хоҡуҡ, эштәрҙе ойоштороу өлкәһенә туҡталып китте.
- Имамдар менән йыйылышыу, улар менән әңгәмә ҡороу, фекерҙәрен белешеү Рамаҙан айында ғына түгел, башҡа айҙарҙа ла үтә. Был бик кәрәк, хәйерле эш. Һорауҙар дин, Рамаҙан буйынса ғына түгел, ә ғөмүмән, мәсет торошо, ойоштороу эштәре буйынса ла күп. Ошондай осрашыуҙар даими булыр тип өмөтләнәбеҙ, - тине Мөхәммәт хәҙрәт Миңлеғәлиев.
Был көндө бер нисә яҡташыбыҙ наградалар менән бүләкләнде. Улар араһында «Ватанды һаҡсыһы» миҙалы тапшырылыуы үтә лә матур күренеш булды. Фәнил Ғәйнуллин, Юнир Яҡупов, Михаил Овсянников, Ғариф Фәхретдинов, Марат Ишбаев һәм Радик Хәбибуллинға көслө алҡыштар аҫтында түштәренә миҙалдар тағылды.
Әйткәндәй, 29 мартта ураҙаның аҙаҡҡы көнө. Ә инде 30 мартта мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй.
Нәзир Ғәлиев, Ишембай ҡалаһы:
- Дин ҡушыуы буйынса әҙәм балаһы һәр ваҡыт, бишектән алып ләхеткә тиклем уҡырға тейеш. Шуға ла бындай осрашыуҙар, беренсенән, хәҙрәттәр, имамдар менән күрешеү урыны, икенсенән, беҙ рухи яҡтан ғына түгел, кешеләр менән эшләү һорауҙарын, хоҡуҡи өлкәләрҙе өйрәнәбеҙ. Үҙебеҙгә ҡайтып, урындарҙа мосолмандарға алған белемдәребеҙ, белгәндәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ.