Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан татарҙары конгресының башҡарма комитеты рәйесе, республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов, Башҡортостандағы татарҙар конгресы вәкиле Альфред Дәүләтшин, ҡала хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Олеся Арестова, шәйех, мөфтәй, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров ҡатнашты.
Иң тәүҙә ҡунаҡтар «Әннәби» йәмиғ месете менән танышып сыҡты. Һуңынан Салауат ҡалаһы татарҙары конгресы ағзалары, татар теле уҡытыусылары, йәмиғ мәсете имам-хатибтары, Салауат, Федоровка, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ вәкилдәре менән ултырыш уҙҙы.
- Татарҙар конгресы милли мәҙәниәтте, тарихты, туған телде, динебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлау өсөн киләсәк быуын алдында яуаплылыҡ тоя. Салауат ҡалаһының дүрт мәктәбендә һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәгендә татар теле өйрәнелә. Рәмил хәҙрәт Насиров етәкслегендә рухи, әхлаҡи һәм дини тәрбиә буйынса ҙур эш алып барыла. “Әннәби” йәмиғ мәсетендә шәйех, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров һәм имамдар намаҙҙан һуң Тыуған иле өсөн ғүмерҙәрен биргәндәргә һәм әлеге ваҡытта махсус хәрби зонаһындағы яуҙа ҡатнашҡандарға аяттар уҡый. Махсус хәрби зонаһындағы яугирҙарға аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар менән ике йөк гуманитар ярҙам ебәрелде. Татарҙар конгресы ҡаланың барлыҡ йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Уҡытыусылар, мәҙәниәт, музей хеҙмәткәрҙәре менән берлектә төрлө саралар ойоштора һәм республика кимәлендәге вокал, театраль, шиғари конкурстарында, байрамдарында актив ҡатнаша, - тип таныштырҙылар Салауат татарҙары конгресы эше менән.
Ойошма рәйесе Клара Сабирйәнова ҡал хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестоваға, “Мираҫ” мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү мөдире Ольга Шалеваға һәм конгрес рәйесе урынбаҫары Вадим Шәфиевҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Татарҙар конгресы ҡалаларҙа һәм райондарҙа эшләүсе үҙенең бүлексәләре менән көслө. Беҙҙең 74 бүлексә бар. Йәмәғәт ойошмаһы йыл дауамында 400-ләп сара уҙғарҙы, киләсәктә лә берҙәмлектәге эшебеҙ һөҙөмтәле булыр, тип ышанам, - тине Башҡортостан татарҙары конгресының башҡарма комитеты рәйесе, республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов.
Ул бөтә йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеген даими яҡтыртып тороуы өсөн Салауат ҡалаһының мәғлүмәт үҙәге – “Выбор” гәзитенең баш мөхәррире Надежда Фарраховаға Башҡортостан Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай рәйесенең рәхмәт хатын тапшырҙы.
Татарстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, Бөтә донъя татарҙары конгресының Милли совет рәйесе Вәсил Шәйхразыев үҙенең сәләмләү телмәрендә ошондай осрашыуҙарҙың милләттәштерҙең берләшеүе өсөн әһәмиәте ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Беҙ йыл һайын эшкә йомғаҡ яһау өсөн Өфөлә йыйылабыҙ. Был юлы Салауат ҡалаһына килеп етә һәм Аллаһы Тәғәлә йортонда осраша алыуыбыҙға шатбыҙ. 2024 йыл еңелдән булманы. 2025 йылды татарҙар конгресы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм тыныслыҡ йылы тип иғлан итте. Власть, башҡа ойошмалар менән бергә эшләүегеҙгә афарин, берҙәмлек булған ерҙә эш тә һөҙөмтәле, - тип билдәләне Вәсил Шәйхразыев.
Ул татар милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, актив йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Татарстан Республикаһының “Фиҙаҡәр хеҙмәт” миҙалы менән шәйех, мөфтәй, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насировты, Татарстан мәғариф һәм фән министрлығының “Телде, мәҙәниәтте һәм йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереү өсөн” күкрәк билдәһе менән Федоровка районының Ҡараласыҡ ауылы мәктәбе директоры Сөмбөл Хәйбуллинаны, Бөтә донъя татарҙары конгресының махсус бүләге менән Салауат ҡалаһы татарҙарының аҡһаҡалы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, мәрхүм Әсхәт Ҡорманаевтың хәләл ефете Венера Ҡорманаеваны бүләкләне.
- Салауат ҡалаһы төрлө халыҡтарҙың йолаларын, телдәрен, мәҙәниәттәрен һаҡлауҙың сағыу миҫалы булып тора. Беҙҙең ҡалала йәмәғәт ойошмалары байтаҡ һәм улар үҙ-ара татыу, әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ниндәй генә ҡала байрамына килһәгеҙ ҙә, унда йәмәғәт ойошмаларының үҙ милләтен сағыу итеп күрһәтеүен күрә алаһығыҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова.
- Изге Ҡөрьәндә лә берҙәмлек тураһында һүҙҙәр бар. Беҙ ҙә йәмиғ мәсете республикала өлгөлө булһын өсөн тырышып хеҙмәт итәбеҙ. Һәр кем башҡарған эштәре һәм ғәмәлдәре өсөн үҙе алдында яуаплылыҡ тоторға тейеш. Мин күп йылдар дауамында дин юлында булыуыма шатмын, - тине шәйех, мөфтөй, Рәмил хәҙрәт Насиров. – Бөгөн миңә шундай юғары награда тапшырҙылар, был минең генә түгел, дөйөм хеҙмәтебеҙ һөҙөмтәһе. Изге ниәттәрҙе генә күҙ уңында тотҡан эшебеҙҙе баһалағандары өсөн рәхмәт.
Рәмил хәҙрәт Насиров Татарстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, Бөтә донъя татарҙары конгресының Милли совет рәйесе Вәсил Шәйхразыевты һәм Башҡортостандағы татарҙар конгресы вәкиле Альфред Дәүләтшинды “Иман һәм намыҫ” ордены менән бүләкләне.