Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
19 Июнь , 09:50

Иман нуры күңелдә, иман нуры аҡылда

Мосолмандар өсөн яҡты, изге байрамдарҙың береһе - Ҡорбан байрамы үҙенә дини, рухи ныҡлыҡ, Аллаһы Тәғәләгәгә яҡынайыу, инаныу, яҡындарға һөйөү, мәрхәмәтлек кеүек һәр мосолман өсөн ҡәҙерле булған мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙ эсенә ала. Йәкшәмбе көн «Әннәби» йәмиғ мәсетенә ислам йолаларына хөрмәт менән ҡараған төрлө милләт кешеләре йыйылды, улар вәғәздәр, изге Ҡөрьән тыңланы, бер-береһен байрам менән ҡотланы.

Иман нуры күңелдә, иман нуры аҡылда
Иман нуры күңелдә, иман нуры аҡылда

Ҡорбан байрамы Изге Ҡөрьән уҡыуҙан башланды.
Ҡала мосолмандарына күркәм ҡотлау һүҙҙәре менән ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау мөрәжәғәт итте.
- Хөрмәтле мосолмандар! Ихлас күңелдән әһәмиәтле Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым. Был байрам Хоҙайға, изгелеккә, мәрхәмәтлеккә, татыулыҡҡа ышанысты символлаштыра. Рәмил хәҙрәткә кешеләр араһында ислам динен таратыу, тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа өндәү эшен алып барыуы өсөн рәхмәт белдерәм. Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле мосолмандар, бәхет һәм ғаилә именлеге, - тине Артур Рундау.
Ҡала халҡын байрам менән ҡотларға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов килгәйне:
- Салауат ҡалаһы миңә бик оҡшай, ул йылдан-йыл матурлана, сәскә ата, шулай уҡ уның халҡы ла ихлас, асыҡ һәм изге күңелле. Байрам менән барығыҙҙы ла!
Шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров үҙенең сығышында ислам - ул тыныслыҡ һәм татыулыҡ дине тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Беҙ Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла тыныслыҡ булыуын теләйбеҙ. Был көндәрҙә миллонлаған мосолман хаж ҡыла, был һәр мосолмандың бурысы. Беҙ Ер шарында тик изгелек, татыулыҡ булыуы өсөн доғалар ҡылабыҙ, һәр кем бәхеттә, именлектә йәшәүен һәм балаларыбыҙ хаҡына лайыҡлы киләсәк ҡалдырыуыбыҙҙы теләйбеҙ. Изге байрамды билдәләп, Аллаһы Тәғәләгә ышанысты белдерәбеҙ. Ихлас йөрәктән һәм оло хөрмәт менән бөйөк байрамыбыҙ менән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бөтмәҫ көс-ҡеүәт теләйем. Дини мосолмандар күбәйһен, изге ғәмәлдәр ҡылынһын, шул ваҡыт исламдың үҫеше, һөҙөмтәһе тураһында һөйләргә була, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров.
- Ҡорбан байрамын йыл да билдәләйбеҙ һәм ошо уңайҙан мәсеттә бик күп халыҡ йыйыла. Дин-ара мөнәсәбәттең нығыныуын, йорттарҙа татыулыҡ, мәрхәмәтлек тантана итеүен, илебеҙ һағында тороусы ир-егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем, - тине хәрби хәрәкәт ветераны Миҙхә т Заһитбаев.
Шулай уҡ «Аннаби» йәмиғ мәсетендә йыйылыусылар өсөн ҡотлау һүҙҙәре башҡорт, татар, рус, ғәрәп, төрөк, үзбәк, тажик телдәрендә яңғыраны.
Ҡотлауҙарҙан һуң мосолмандар байрам намаҙында ҡатнашып, ислам диненә инаныуҙа ныҡлыҡ, изге уй һәм ғәмәлдәр менән донъя көтөүҙе, еребеҙҙә тыныслыҡ, тотороҡлолоҡ, татыулыҡ урынлашыуын, ғаиләләрҙә һаулыҡ, именлек булыуын теләп доғалар ҡылды.
Байрам намаҙынан һуң мәсеткә килеүселәрҙе бик тәмле былау менән һыйланылар.
- Ҡорбан беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле байрам. Был көндө тулҡынланып, айырым бер хис-тойғолар менән ҡаршы алабыҙ. Мин яйлап Ҡөрьән уҡырға өйрәнәм. Донъяларыбыҙ имен, балаларыбыҙ бәхетле булыуын теләп доғалар ҡылабыҙ, - тип бүлеште Нәфисә Ғәлиуллина.
- Мосолмандар үҙҙәренең изге байрамдарын белергә, ололап байрам итергә тейеш. Ибраһим пәйғәмбәр Раббыбыҙ бойороғо буйынса улын ҡорбан итергә теләгәндә, Аллаһ Тәғәлә уға ҡорбан итеп салыу өсөн һарыҡ бирә. Ҡорбан салыу йолаһы Ибраһим пәйғәмбәр заманынан килә һәм ул ул Аллаһҡа яҡынайыу юлы. Мин «Әннби» йәмиғ мәсетендә ислам нигеҙҙәрен өйрәнә башланым һәм артабан да дауам итергә ниәтем, - ти Миникарам Йосопов.
- Ҡорбан байрамы хаж тамамланыуы менән бәйле. Мин изге ерҙә 2022 йылда булып ҡайттым, Аллаға шөкөр һәм бар мосолмандарҙың да унда барып ҡайтыуын теләйем. Ҡорбанға салыныусы малдың ите өс өлөшкә бүлене, береһе туғандарға бирелә, был туғандар араһында араларҙы нығытыуға булышлыҡ итә, икенсе өлөшө мохтаждарға таратыла, бының ауыр хәлдәге кешеләрҙең хәленә инеп, улар ҙа байрам иттерелә һәм өсөнсө өлөш менән ғаиләң һыйлана. Ғөмүмән алғанда, был йолала ҙур мәғәнә ята, кешеләр араһында мөнәсәбәттәр нығына, мәрхәмәтлек ителә, изгелек ҡылына, - тип билдәләй Мөслим Тишкин.
- Һәр мосолман Ҡорбан байрамын көтөп ала. Ибраһим пәйғәмбәр Аллаһы Тәғәләгә инаныуға һынау үтә һәм улын түгел, һарыҡты ҡорбан килтерергә бойорола. Тап ошо мосолмандар һәр төрлө ваҡытта ла, һәр эштә лә Хоҙайға ышанырға тейеш тигәнде иҫкәртә. Ҡорбан байрамы беҙҙе берләштерә, мәсеткә киләбеҙ, доғалар ҡылабыҙ, намаҙҙар уҡыйбыҙ, - ти Асия Лоҡманова.
Шулай уҡ был көндө мәсет кафеһында айырым ҡаҙаныштар өсөн Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратының ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: