Ураҙа байрамы - әһәмиәте менән Ҡорбан байрамынан ҡала икенсе урында торған оло көн. Исламда рамаҙан ураҙаһы - ул иртәнге аштан һәм ҡояш байығансы эсеүҙән тыйылыу ғына түгел, рухи таҙарыныу һәм үҫеү, уйланыу һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырыу ваҡыты ла. Күптәр был айҙы Көрьән уҡыу һәм доға ҡылыу менән үткәрә, күмәкләп намаҙ уҡый, мохтаждарға ярҙам итә. Ураҙа ғәйете рамаҙан айындағы 30 көнлөк тыйылып тороуҙың тамамланыуын аңлата. Салауаттар был байрамды түҙемһеҙлек менән көтөп алып, иман йортона ашыҡты.
Йәмиғ мәсетенең намаҙ уҡыу залы, ғәҙәттәгесә, ғәйет ҡылырға теләүсе диндарҙар менән тулды, хатта уның тышҡы биләмәһендә лә йәйелгән балаҫ өҫтөндә урын алыусылар ҙа бихисап йыйылды. Мосолмандарҙы оло һәм әһәмиәтле дини байрамдары менән ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов һәм ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау килде. Улар дин әһелдәренең йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге ролен билдәләп, төрлө өлкәләргә күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдереп, һәр кемгә һаулыҡ, бәхет һәм тормош именлеге теләне.
Шәйех, мөфтөй, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров байрам һәм уның мосолмандар тормошондағы әһәмиәте тураһында вәғәз менән мөрәжәғәт итте.
- Ошо донъяларҙа алтмыш йылдан ашыу йәшәп, Аллаһы Тәғәләгә доғалар ҡылып йәшәүемә шатмын. Нимәлер килеп сыҡмай икән, ниндәйҙер проблемалар булһа, әлбиттә, Хоҙай Тәғәлә ярҙамын ебәреп торасаҡ. Беҙҙә Хоҙай Тәғәлә ҡушҡандарынан тайпылмай, уларҙы һәм Ҡөрьән китабында яҙылғандарҙы үтәп йәшәргә кәрәк. Сөннәттәр башҡара алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ икәнен аңлау мөһим. Намаҙға баҫыу, доға ҡылыу, изге эштәр башҡарыу беҙгә бәрәкәт бирер. Рамаҙан айында 30 көн дауамында ислам шәриғәттәрен, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарын атҡарҙыҡ. Ҡылған доғаларыбыҙ, намаҙҙарыбыҙ, ураҙаларыбыҙ, изге ғәмәлдәребеҙ ҡабул булһын. Ураҙа байрамы менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге теләйем, - тине ул ҡотлау телмәрендә.
Шулай уҡ был көндө «Әннәби» йәмиғ мәсетендә Ураҙа байрамы менән ҡотлау һүҙҙәре ете: башҡорт, татар, рус, ғәрәп, үзбәк, тажик һәм баман телендә яңғыраны. телдә яңғыраны. Изге теләктәрҙе теләй-теләй ғәйет намаҙы уҡылды.
Матди мөмкинлектәре булған мосолмандар ғәйет намаҙына тиклем фәҡирҙәргә йәки мәсеткә фытыр саҙаҡаһын биреп ҡалырға ашыҡты.
Рамаҙан айы - доғалар ҡылыу, изге ғәмәлдәр, рухи яҡтан таҙарыныу осоро.
- Рамаҙан айында ураҙа тотоу ул бар кешеләрҙе лә тигеҙләй. Беҙ бай йәки фәҡир булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәлә тарафынан яратылғанбыҙ. Көнө буйына ашамай тороп беҙ фәҡир урынында ла булып ҡарайбыҙ, үҙебеҙҙең сыҙамлыҡты һынайбыҙ. Ураҙа - ул ашау һәм эсмәү генә түгел, беҙ Хоҙай Тәғәлә биргән күҙҙәр, ҡолаҡтар, телдәр, аяҡтар, ҡулдар, хатта уйҙарыбыҙ менән дә ураҙа булырға тейеш, - тип һөйләп үтте Рәфҡәт хәҙрәт Сәхәбетдинов. - Ҡәҙерле дин-ҡәрҙәштәр, йәмиғ мәсетенең барлыҡ хәҙрәттәре исеменән Ураҙа байрамы менән тәбрик итеп, Аллаһы Тәғәләнең берлегенә инанып, Хоҙай Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр ҡылып, бер-беребеҙҙе хөрмәтләп, ғәфү итеп йәшәргә һәм алдағы йылдарҙа ла ошо изге байрамдарыбыҙҙа осрашырға насип итһен.
- Мосолман календарындағы иң изге һәм мосолмандар көтөп алған айҙарыбыҙҙың береһе ул - Рамаҙан айы. Ул шуныһы менән дә әһәмиәтле, был айҙа Ҡәҙер төнө бар, ул Рамаҙан айының аҙаҡҡы ун көнөндә була. Көн һайын доғалар ҡылдыҡ, улар ҡабул булыр тип ышанабыҙ. Ураҙа тотоуы бик ауыр түгел, оло булғас миңә әҙерәк ҡатмарлыраҡ булды, шулай ҙа Хоҙай ярҙамы менән, иншаллаһ, тоторға насип булды. Өс көнөм ҡалды, уны шәүүәл айында тотоп, тапшырырға насип булһын. Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Ураҙаны минең өсөн тотаһығыҙ, уның сауаптарын һеҙгә ҡиәмәт көнөндә насип ҡылырмын». Шуға күрә ураҙа тоторға кәрәк. Киләһе көндәрҙә барыбыҙҙың да күңелдәренә иман байлыҡтары инеп, ураҙала булып, динебеҙҙе ҡеүәтләп, Аллаһы Тәғәләгә яҡынайып, донъяла тыныслыҡта йәшәргә насип булһын, - тип бүлеште Фәрит хәҙрәт Баймөхәмәтов.
- Беҙ Ураҙа байрамын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Рамаҙан айы дауамында мәсеткә килеп хәйер-саҙаҡалар биреп торҙоҡ. Ҡалабыҙҙың барлыҡ мосолмандарын изге байрамыбыҙ менән ҡотлап, донъя именлеге теләйем, - тине мәсеттәге байрамда ҡатнашыусы Риф Хәсәнов.
- Ураҙа байрамы беҙҙең өсөн үҙенсәлекле, яҡты, изге көн. Беҙ уны ысын күңелдән, ихлас көтөп ҡаршы алабыҙ. Был көндө бер-беребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы ҡотлап изге теләктәр теләйбеҙ, улар тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ. Барыһын да байрам менән! - тип теләктәрен еткерҙе Дариға Ҡорбанғәлиева.