Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
13 Февраль , 09:45

Яҡты уйҙар, изге ниәттәр менән

«Әннәби» йәмиғ мәсетендә республика биләмәһендәге холоҡ төҙәтеү колонияларында ислам динен уҡытыу программаһы менән таныштырыу маҡсатында кәңәшмә үтте.

Яҡты уйҙар, изге ниәттәр менән
Яҡты уйҙар, изге ниәттәр менән

Осрашыуға Рәсәй ислам университеты уҡытыусылары: ислам фәндәре кафедраһы уҡытыусыһы Лилиә Хөсәйен, ошо уҡ кафедра уҡытыусыһы Булат Ғәфүров һәм ҡабатта әҙерләү, квалификация күтәреү һәм өҫтәмә белем биреү факультетының әйҙәүсе белгесе Рәғинә Ишмакова, шулай уҡ төбәктең көньяҡ өлөшө имамдары, федераль яза башҡарыу хеҙмәте вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты шәйех, мөфтөй, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров алып барҙы.
Сара изге Ҡөрьән уҡыуҙан башланды.
- Беҙ холоҡ төҙәтеү колонияларында дини эшмәкәрлекте 30 йылдан ашыу алып барабыҙ һәм был хеҙмәт өлгө итеп ҡуйылды. Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә был тиклем дин әһелдәре эшләмәй, был тарихи ваҡиға тип әйтер инем, - тине үҙенең сәләмләү телмәрендә Рәмил хәҙрәт Насиров. - Әлбиттә, хеҙмәт еңел түгел, шулай ҙа беҙҙең бурыс - бындай учреждениеларҙағы яза үтәүселәр менән лайыҡлы, ышаныслы һәм ғәҙел эш алып барырлыҡ имамдар әүҙерләү. Әгәр дөйөм тырышлыҡ менән һуҡмаҡтан тайпылыусыларҙы дөрөҫ юлға баҫтырһаҡ, был ҙур эш буласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеһы начальнигының дин эше буйынса ярҙамсыһы Александр Петров Рәмил хәҙрәткә холоҡ төҙәтеү учреждениеларында дини эшмәкәрлек алып барыуҙағы хеҙмәттәшлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
Ислам фәндәре кафедраһы уҡытыусыһы Лилиә Хөсәйен уҡытыу программаһы хаҡында һөйләне. Фекер алышыу барышында холоҡ төҙәтеү колонияларында дини хеҙмәт алып абырыусы имамдарҙы махсус уҡытыу кәрәклеге, шулай уҡ бындай учреждениеларға тәғәйенләнеүсе имамдарҙың ҡылыҡһырламаһы һүҙ тейҙермәҫлек булыуы тәҡдимдәре индерелде.
- Бындай учреждениеларҙа башланған дини эш өҙлөкһөҙ булһын ине, һуңынан азатлыҡҡа сыҡҡас та кеше дөрөҫ иман юлынан тайпылмаһын, - тип билдәләне Булат Ғәфүров.
Дини-әхлаҡи эште 10 холоҡ төҙәтеү колонияһында 20 хәҙрәт алып барасаҡ.
- Өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт дингә хеҙмәт итеү ваҡытында бик күп эш башҡарылған. Әгәр элек был эш Салауат биләмәһендәге учреждениеларҙа ғына алып барылһа, хәҙер беҙгә Стәрлетамаҡты, Мәләүезде лә ҡуштылар. Элек мин бер үҙем яуап бирһәм, хәҙер был учреждениеларҙа 20 имам дини белем биреү хеҙмәтен алып барасаҡ. Һәр кешенең күңелендә иман йәшәй, уны уята белергә кәрәк, беҙҙең имамдар ысын мосолман ниндәй булырға тейешлеген өйрәтәсәк. Колонияла мәсет төҙөү - бер, унан да бигерәк уның эшләүе, дини ғилем таратыуы мөһим. Үҙемдең тормошомдан миҫал килтерә алам, ундай учреждениеларға инеп вәғәздәр һөйләгәндән һуң, хәҙрәт ни эшләп һеҙ беҙгә алданыраҡ осраманығыҙ, беҙ бындай юлға баҫмаҫ инек, тип әйтеүселәр бар, тимәк кеше хатаһын таный һәм беҙгә ышаныс белдерә икән был изге эш. Беҙ дини, рухи яҡтан кешегә дөрөҫ юлға баҫыуҙа ярҙам итергә тырышабыҙ, - тип һығымта яһаны Рәмил хәҙрәт Насиров.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: