газета "Салауат"
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
5 Февраль , 14:10

Бәрәкәтле ғилем

Ҡалабыҙҙың «Әннәби» йәмиғ мәсете үҙенә республиканың көньяҡ райондары һәм ҡалаларының имам-хатибтарын, мөхтәсибтәрен һәм ахундарын йыйҙы. Дини йортта мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айына әҙерлек һорауҙары буйынса уҡыуҙар үтте.

Бәрәкәтле ғилем
Бәрәкәтле ғилем

- Беҙ бындай дини уҡыуҙарҙы квартал һайын ойоштороп торабыҙ. Улар беҙгә онотолғандарҙы иҫкә төшөрөргә, булған ғилемдәребеҙҙе тағы ла байытыуға булышлыҡ итә, халыҡ араһында ислам динен таратыу өсөн дин әһелдәренең үҫештә, камиллашыуҙа булыуы зарур. Ғилем арттырыу өсөн «Әннәби» йәмиғ мәсетен һайлайҙар, сөнки күрше ҡала һәм район вәкилдәре өсөн килеү уңайлы. Имамдарға ниндәй генә арауыҡ һәм үҙҙәренең ниндәй генә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан Салауатҡа килеүҙәренә рәхмәт белдерер инем. Шулай уҡ күберәк йәш дин әһелдәрен әҙерләүҙәрен һорайым, шул саҡта беҙҙе бәхетле ҡартлыҡ көтә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала шәйех, мөфтөй, Юғары мөтөй ярҙамсыһы, Рәсәй мосолмандары диниә назараты ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров.
Дини уҡыуҙар тере аралашыуҙы күҙ уңында тота ине. Рәсәй ислам университеты уҡтыусыһы Булат Ғәфүровтың Рамаҙан айы, ураҙа тотоу үҙенсәлектәре тураһындағы инеш һүҙенән һуң, имамдар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған көнүҙәк һорауҙарҙы бирҙе һәм ентекле яуаптар алды.
- Беҙ Рәсәй ислам университетынан Рәмил хәҙрәт Насиров саҡырыуы буйынса килдек. Дини уҡыуҙар даими уҙғарыла һәм бөгөнгөһө Рамаҙан айына бағышланған. Был ай ваҡытында мәсеткә халыҡ күп йөрөй, шуға күрә кешеләргә ислам дине тураһында күберәк һөйләү мөмкинлеге бар. Имамдар был эште грамоталы алып барырға, нигеҙле мәғлүмәт еткерергә тейеш. Шулай уҡ кешеләрҙе тәнҡитләү түгел, ә кәңәш биреү, дөрөҫ юл күрһәтеү мөһим, - ти Булат Ғәфүров.
Дини уҡыуҙар һуңында Рәмил хәҙрәт Насиров Рәсәй ислам университеты уҡытыусыларына имамдарҙың белемдәрен камиллаштырыуҙағы хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларға Дингә, халыҡҡа, Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙәре өсөн миҙал, маҡтау грамоталары тапшырҙы. Ә барлыҡ имамдар уҡыу үтеүҙәре хаҡында таныҡлыҡ алды.
- Бындай уҡыуҙарға һәр ваҡыт килергә тырышабыҙ. Улар бик кәрәк тип иҫәпләйем, сөнки яңы ғилем алабыҙ, һуңынан ошо белемдәребеҙҙе халыҡҡа ла еткерәбеҙ, - тип бүлешә Көйөргәҙе районының Зәк-Ишмәт ауылы имамы ярҙамсыһы Илнур Әҙеһәмов.
- Мосолман кешеһе һәр ваҡыт белем алырға, дини ғилемен арттырырға бурыслы. Салауатҡа килеп ошолай дини яҡтан күңелдәребеҙҙе байытып ҡайта алыуыбыҙға шатбыҙ. Рәмил хәҙрәткә уҡыуҙар ойоштороуы өсөн рәхмәт, ул динде таратыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала, - ти дини уҡыуҙарҙа ҡатнашыусы Федоровка районының Үрге Яуыш ауылынан Флүр Дашкин.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: