- Йәштәр эштәре буйынса комитет эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше - йәштәрҙе рухи-әхлаҡи тәрбиәләү. Салауат епархияһы, “Әннәби” йәмиғ мәсете менән беҙҙең берлектәге бурыс - йәш быуында Тыуған илгә, хеҙмәткә һөйөү, милләт-ара һәм дини-ара толерантлыҡ, яҡшы рухи сифаттар тәрбиәләү. Эш күп йылдар дауамында алып барыла, был йүнәлештә беҙҙең ведомствоға ҡараған “Йәштәш” йәштәр үҙәге, “Ышаныс” психологик ярҙам үҙәге лә мәсет һәм епархия менән хеҙмәттәшлек итә. Бөгөн беҙ 5 йылға килешеү төҙөйбөҙ, - тине йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Розалия Сәлихова.
Өс яҡлы килешеүгә “Әннәби” йәмиғ мәсете мөфтөйө урынбаҫары Илшат Заһиҙуллин, Успенский кафедраль собор ҡарамағындағы йәштәр хәрәкәте етәксеһе Иерей Дионисий Антипов һәм ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Розалия Сәлихова ҡул ҡуйҙы.
Килешеүҙең нигеҙендә - йәштәрҙе рухи-әхләҡи тәрбиәләү, студенттарҙа юғары әхлаҡи ҡиммәттәр булдырыу буйынса яҡтарҙың хеҙмәттәшлеге, мәғлүмәт менән алмашыу, деструктив тоталитар ойошмалар эшмәкәрлегенә ҡаршы тороу буйынса механизм төҙөү, уҡыусы йәштәрҙә донъяға дөйөм ҡараш, Рәсәй һәм донъя мәҙәниәтенең төп өлөшө булып торған дини мәҙәниәт тураһында ҡарашты формалаштырыу, йәштәргә рухи-әхлаҡи белем биреү һәм тәрбиәләү эшендә яҡтар араһында тәжрибә уртаҡлашыу һәм эшмәкәрлектә үҙ-ара килешеп эшләү.
- Һәр төрлө дин йәштәрҙе дини, әхлаҡи тәрбиәләүгә төп иғтибар бүлә, сөнки йәштәр тәрбиәһе - киләсәк нигеҙе. Беҙ кешеләрҙе мәжбүр итергә тейеш түгел, тик үҙебеҙ өлгө күрһәтеп әйҙәү, йәштәрҙең төрлө радикаль йүнәлештәргә эләгеүенә юл ҡуймаҫ өсөн диндең дөрөҫ төп нигеҙҙәрен өйрәтеү мөһим, - тип билдәләне Илшат хәҙрәт Заһиҙуллин. - Рәсәйҙә төрлө милләт, дин вәкилдәре йәшәй һәм беҙҙең ил тап шул берҙәмлек, татыулыҡ, милләт-ара, дини-ара хөрмәт менән көслө.
- Бөгөн тарихи ваҡиға, быға тиклем һүҙҙән генә бергә эш итһәк, хәҙер беҙ был хеҙмәттәшлекте өс яҡлы килешеү менән нығыттыҡ. Һеҙ, йәштәр, ирекмән булараҡ бик күп изге эштәрҙә ҡатнашаһығыҙ, артабан да шулай дауам итегеҙ, - тине Иерей Дионисий Антипов.
“Йәштәш” йәштәр үҙәгенең социаль педагогы Ләйсән Асҡарова дин әһелдәренең йәштәрҙе тәрбиәләүгә үҙ өлөштәрен индереүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Гөлнара Асҡарова.
Автор фотоһы.