Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
18 Август 2023, 13:09

Халыҡ ризыҡҡа түгел, дингә һыуһаған

Башҡортостанға һәм Салауат ҡалаһына Мөхәммәт пәйғәмбәр вариҫы, шәйех Әхмәт Кфтаро исемендәге комплекстағы Бильадушшам университеты филиалы директоры, шәйех Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф килде. Был республика, уның мосолман йәмәғәтселеге өсөн ҙур һәм әһәмиәтле ваҡиға. Шәйех ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсете етәкселеге 4 августан алып 8-нә тиклем ойошторған күсмә мәжлестәрҙә ҡатнашты.

Халыҡ ризыҡҡа түгел, дингә һыуһаған
Халыҡ ризыҡҡа түгел, дингә һыуһаған

Мәртәбәле ҡунаҡты иң башта республиканың баш ҡалаһында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты резеденцияһында Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Сафа улы Тажетдин һәм уның ярҙамсыһы - шәйех, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров ҡабул итте.
Башҡортостан Республикаһы имам-ахундарының һәм мөхтәсибтәренең квалификацияһын күтәреү һәм дини сараларҙа ҡатнашыу буйынса күсмә мәжлестәрҙең программаһы бай булды.
4 августа “Әннәби” йәмиғ мәсетендә тәүге тапҡыр йома намаҙы шәйех Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф ҡатнашлығында уҙҙы. Ул ҡалабыҙ һәм тирә-яҡтан йыйылған имамдар, ахундар, мөхтәсибтәр өсөн үҙенең фәһемле дини дәрестәрен бирҙе.
5 августа шәйех Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы, шәйех, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров етәкселегендәге дин әһелдәре делегацияһы Федоровка районына юлланды. Улар райондың Юрматы, Батыр һәм Федоровка ауылдарында була. Урындағы халыҡ өсөн был - тарихи ваҡиға һәм улар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең нәҫеленән булған шейехте күреүҙәре менән бик бәхетле ине. Абруйлы ҡунаҡтарҙы ауыл кешеләре матур әҙерлек менән һәм үҙенсәлекле итеп - иңгә-иң ҡуйып теҙелешеп тороп ҡаршы алды.
Сүриә вәкиле район кешеләренә, имамдарына, етәкселегенә йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Шулай уҡ шәйех исламдың төп ҡиммәттәре тураһында һөйләне, Аллаһҡа табынырға, дин ҡағиҙәләре менән донъя көтөргә өндәне, барыһына ла тыныслыҡ һәм изгелек теләне. Шулай уҡ был көндө Юрматы, Батыр һәм Федоровка ауылдарында халыҡ күмәкләп намаҙ уҡыны, доғалар ҡылынды.
6 августа шәйех Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф Салауат ҡалаһының “Әннәби” йәмиғ мәсетендә мосолмандарға дини ғилем таратыуҙы, ислам диненең төп нигеҙҙәре буйынса аңлатыу эшен дауам итте. Ошо көндө Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насировҡа шәйех исеме бирелеүе хаҡындағы фарман тапшырылды. Һуңынан ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау менән иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Шулай уҡ дин юлында хеҙмәт итеүселәр төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләп үтелде.
7 августа делегация иң башта Мәләүез районының Ергән ҡасабаһына юлланды. Һуңынан Нөгөш һыуһаҡлағысы буйында урынлашҡан Һәргәй ауылына сәфәр тотто. Юл ыңғайында шәйех республикабыҙҙың матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Йомағужа һыуһаҡлағысы менән дә таныша алды. Ауылдарҙың мосолмандары ислам донъяһындағы бөйөк шәхес, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең вариҫын менән аралаша алыуҙарына бик шат булды.
8 августа Мәләүез районының Юлдаш ауылында мәсет асылыу уңайынан ҙур байрам ойошторолдо. Юлдаштар дин йортоноң төҙөлөп бөтөүен көтөп алған. Мәсеткә нигеҙ ташы 2017 йылда уҡ һалынған. 2 йылдан һуң төҙөлөш башлана һәм 4 йыл үткәндән һуң иман йорто ҡалҡып сыға. Ауыл халҡы өсөн бер яҡтан мәсет асылыуы ҙур ҡыуаныс булһа, икенсе яҡтан уны асыуҙа Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең нәҫеленән булған шейх Мөхәммәт Шәриф Ассаууафтың ҡатнашыуынан, тәүге намаҙҙы уҡыуынан оло бәхет кисерҙе. Байрамға килеүсе абруйлы ҡунаҡтарҙы юлдаштар милли мөхиттә, башҡорт халҡының билдәле “Ете ҡыҙ” бейеүе менән ҡаршы алды, милләттәштәребеҙгә хас һый-хөрмәт менән ихтирам күрһәтте. Тантанала Мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн идергән һәр кегә рәхмәт һүҙҙәре яңыраны. Яңы мәсеттә тәүге аҙан әйткәндән һуң изге доғалар уҡылды. Мәсет “Ассухба” исемен йөрөтәсәк.
- Беҙҙең ауыл Юлдаш атала. Уның исеме менән бәйле булһын өсөн беҙ мәсеткә Көрьән яҙылған, пәйғәмбәребеҙ телендәге исемде бирҙек, - тип аңлатма бирә мәсеттең имам-хатибы Эдуард Байсурин.
Әйткәндәй, яҡын киләсәктә бында мәҙрәсә асыу планлаштырыла.
- Хоҙайға табыныу өсөн ошондай урын булдырылыуы өсөн шатмын, - тине Мөхәммәт пәйғәмбәр вариҫы үҙенең телмәрендә.
Шәйех булған бөтә мәсеттәргә ваҡиға иҫтәлеге итеп үҙ ҡултамғаһы менән Ҡөрьән Кәримде бүләк итте. Тимерғәли хәҙрәт Мостафин, Марат хәҙрәт Ишбаев, Вилдан хәҙрәт Аҡсурин, Вәкил хәҙрәт Исмәғилов, Фәнил хәҙрәт Зөбәйеров ҡәҙерле бүләкте пәйғәмбәр вариҫы ҡулынан тулҡынланып алды һәм ҙур рәхмәт белдерҙеләр.
- Мөхәммәт пәйғәмбәр вариҫы, Әхмәт Кфтаро шәйех исемендәге комплекстағы Бильадушшам университеты филиалы директоры, шәйех Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф Салауат ҡалаһына беренсе тапҡыр килмәй. Уның беҙҙең ҡалаға эшлекле сәфәре Салауат мосолмандары өсөн бик әһәмиәтле, кәрәкле һәм фәһемле. Был юлы беҙҙең аралашыу, дини ғилемдәребеҙҙе арттырыу ҡала менән генә сикләнмәне, беҙ Федоровка һәм Мәләүез районы ауылдарында булдыҡ, мөһим ваҡиғаларҙа ҡатнаштыҡ, мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе дөрөҫ, хаҡ ислам юлынан барырға, һәр ваҡыт белемдәрен камиллаштырып торорға, күберәк изге ғәмәлдәр ҡылырға өндәнек. Минеңсә, был иң мөһиме һәм ул киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк, ислам диненең бөтә ҡанундарына таянып йәшәүселәр һаны бермә-бер артыр, тип ышанабыҙ, иншаллаһ, - ти юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы, шәйех, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров.

Фото “Әннәби” йәмиғ мәсетенән.


Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: