Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
23 Июль 2023, 10:00

Икенсегә “Йыл кешеһе”

Салауатта “Йыл кешеһе” премияһы ҡаланың “Выбор” ижтимағи-сәйәси гәзите башланғысы менән 1991 йылда булдырыла. Был махсус наградаға ҡала тормошо өсөн файҙалы эштәр башҡарған кешеләр лайыҡ була. Премияның символы - махсус заказ буйынса әҙерләнгән күсмә кубок.

Икенсегә “Йыл кешеһе”
Икенсегә “Йыл кешеһе”

Салауатта “Йыл кешеһе” премияһы ҡаланың “Выбор” ижтимағи-сәйәси гәзите башланғысы менән 1991 йылда булдырыла. Был махсус наградаға ҡала тормошо өсөн файҙалы эштәр башҡарған кешеләр лайыҡ була. Премияның символы - махсус заказ буйынса әҙерләнгән күсмә кубок.

Быйылғы тантана башҡа йылдарҙыҡынан бер аҙ айырылды. Редакция коллективы, оҙаҡ фекер алышҡандан һуң, “Йыл кешеһе - 2022” премияһын  Салауат ҡалаһы һәм уның халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткәне, конфессия-ара хеҙмәттәшлеккә ҙур өлөш индергәне, терроризмға ҡаршы эшмәкәрлеге һәм  хәйриә эше алып барғаны өсөн шәйех, “Әннәби” йәмиғ  мәсете мөфтөйө, Рәсәй үҙәк диниә назаратының баш мөфтөйә ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насировҡа икенсегә тапшырырға ҡарар итте. Бындай осраҡ быға тиклем бер ҙә булманы.

Рәмил Рауил улы 30 йылдан ашыу дини  эшмәкәрлек алып бара. Мәсет төҙөлөшө ил тарҡалған, законһыҙлыҡ хакимлыҡ иткән иң ҡатмарлы осорға тура килә.  Бер нигә ҡарамай, ул ҡалала мәсет төҙөлһөн өсөн тырыша.
1995 йылдан мөфтөй итеп тәғәйенләнә, 2019 йылдан Рәсәй үҙәк диниә назаратының баш мөфтөйә ярҙамсыһы, ә 2023 йылдың 19 апреленән шәйех исеме бирелә.

Рәмил хәҙрәткә күсмә кубокты “Йыл кешеһе - 2021” исеменә лайыҡ ҡала Советы депутаты, “Дмитрий Донской” спорт мәктәбе етәксеһе Сергей Данилов тапшырҙы. 
- Тулҡынланам, сөнки кубокты лайыҡлы кешегә тапшырыу үҙе оло мәртәбә. Рәмил Рауил улы тәүлегенә 24 сәғәт үҙ хеҙмәтен алып бара, йәш быуынға рухи-әхлаҡи, хәрби-патриотик тәрбиә биреү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Ныҡлы һаулыҡ, именлек һеҙгә, - тине ул кубокты тапшырып.
“Йыл кешеһе - 2022” дипломын ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова тапшырҙы: 
- Хөрмәтле Рәмил Рауил улы! Ошо изге урынға һәр ваҡыт ихлас күңелдән киләбеҙ. Һеҙ гел ваҡиғалар уртаһында ҡайнайһығыҙ, мөһим сараларҙан ситтә ҡалғанығыҙ  юҡ. Өс конфессияның бергә татыу хеҙмәттәшлек итеүе лә - һеҙҙең хеҙмәт емешегеҙ.
Быйылғы 15-се юбилейлы бүләкләү тантанаһында тағы бер яңы традицияға нигеҙ һалынды: хәҙер күсмә кубоктан һәм дипломдан тыш, премия лауреатына почетлы таҫма ла тапшырыла. Төҫө эшмәкәрлек төрөнә ҡарап үҙгәрәсәк. Был юлы ул - ислам диненең зөбәржәт-йәшел төҫөндә.
- Бәләкәйҙән эшселәрҙең ауыр хеҙмәтен, икмәктең ниндәй көс менән табылыуын күреп үҫтем. Шулар мине ғәҙел, намыҫлы булырға өйрәткәндер. Сит кеше әйберенә тейергә ярамай, киреһенсә, сауап алыу өсөн мохтаждарға ярҙам итергә кәрәк. “Йыл кешеһе” премияһына икенсегә лайыҡ булыу минең өсөн - оло хөрмәт, ышаныс билдәһе. Хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Ваҡиғаның ҡаланың 75
йыллығы менән тура килеүе лә бик әһәмиәтле. Күпме ваҡиғаларға шаһитбыҙ, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров үҙенә һүҙ бирелгәс.
Залда шулай уҡ алдағы йылдарҙа “Йыл кешеһе”премияһына лайыҡ булыусылар ҙа бар ине. Уларҙын барыһы ла награданың лайыҡлы тапшырылыуын билдәләне.
- “Выбор” гәзите был ҡарарҙы ҡабул итеп дөрөҫ эшләгәндер, тип уйлайым. Ошондай кешеләрҙе беҙ  күп осраҡта күрмәйбеҙ, һиҙмәйбеҙ. Хеҙмәтегеҙ кәрәкле һәм файҙалы, айырыуса йәш быуын өсөн. Тағы оҙаҡ йылдар ошо йүнәлештәге эште алып барырға яҙһын һеҙгә, - тине иң абруйлы ҡунаҡтарҙың береһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, “Йыл кешеһе - 2015” премияһы лауреаты Таис Колышев.
Шәйехтең шатлығын уртаҡлашырға Стәрлетамаҡ ҡалаһы ветерандары ла килгәйне.
- Рәмил хәҙрәтте лайыҡлы награда алыуы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Беҙҙе уның менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Бында килгән  һайын күңел тыныслығы, рух күтәренкелеге алып ҡайтабыҙ, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй. Беҙҙең ҡалала ла күп файҙалы осрашыуҙар уҙғара. Гәзит редакцияһына хәҙрәттең хеҙмәтен күргәне һәм ошо наградаға икенсегә тәғәйенләүе өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Быға бик шатбыҙ, - тине Стәрлетамаҡ ҡалаһы ветерандары советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов.
Әле “Әннәби” йәмиғ мәсетендә 150 тирәһе бала һәм 100 өлкән кеше белем ала. Ул көндө балаларҙан да ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны, улар матур итеп шиғыр һөйләне, кескәйҙәрҙең үҙ ҡулдары менән төшөрөлгән һүрәтен хәҙрәт айырыуса йылылыҡ менән ҡабул итте.
Павел БИЗИКИН фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: