Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
30 Июнь 2023, 17:15

Рухи көс сығанағы булырҙай байрам

«Әннәби» йәмиғ мәсетендәге Ҡорбан ғәйетенән һуң, байрам саралары Салауат башҡорт дәүләт драма театрында дауам итте.

Рухи көс сығанағы булырҙай байрам
Рухи көс сығанағы булырҙай байрам

Был көндө Салауат ҡалаһына мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне. Сарала Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, академик, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, республика Рустар соборы идаралығы етәксеһе Валентин Павлов, Луганск дәүләт медицина университеты ректоры, профессор Александр Торба, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, республика «Татарҙар конгресы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Заһир Хәкимов, Нур-Солтандағы «Дуҫлыҡ» белем мәҙәни үҙәге етәксеһе Йәннәт Низаметдинова ҡатнашты.
- Күп быуаттар буйына Ҡорбан байрамы мосолмандар тормошонда мөһим роль уйнай, кешеләрҙе ислам ҡиммәттәренә йәлеп итә, халыҡтарҙың яҡынайыуына, бер-береһенә хөрмәт менән ҡарауына булышлыҡ итә, - тип билдәләп үтте үҙенең сәләмләү телмәрендә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау.
Ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге, йәмғиәттә рухи-әхлаҡи тәрбиә алып барыуға, конфессия һәм милләт-ара берҙәмлекте булдырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн имамдар Фәрит Иҙрисовты һәм Абдрафиҡ Ниғмәтуллинды рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
- Беҙ уникаль республика, Башҡортостанда 140-тан ашыу милләт вәкилдәре йәшәй һәм пасханы ла, наурыҙҙы һәм хануканы ла бергә байрам итә, дуҫлыҡта һәм татыулыҡта тормош көтә. Рәсәй Федерацияһының яңы төбәктәрен һаҡлауға юлланған хәрбиҙәребеҙ һәм медиктарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, - тине Валентин Павлов.
- Бәхеттә йәшәү өсөн Аллаһы Тәғәләгә инаныуыбыҙҙы күрһәтеп, белдереп торорға кәрәк, шул саҡта Хоҙай ҙа беҙгә яҡшы тормош насип итер. Иманлы кеше - ышаныслы, аҡыллы, сыҙамлы кеше. Киләсәк быуыныбыҙҙы ла лайыҡлы кешеләр, иманлы һәм белемле мосолмандар итеп тәрбиәләргә бурыслыбыҙ, - тине шәйех, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров.
Ул Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты исеменән бер нисә кешегә йәмәғәт ордендарын һәм миҙалдарын тапшырҙы.
Луганск медицина университеты ректоры Александр Торба йылы ҡабул итеү өсөн һәм Луганск еренһаҡлауға ҙур өлөш индереүсе Башҡортостан хәрбиҙәренә, медиктарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Ислам - тыныслыҡ, именлек дине. Беҙҙең ил иң ҡатмарлы хәлдәрҙән дә сыға алған, халыҡтарҙың берҙәмлеге менән дошмандарҙы еңгән. Ошо изге Ҡорбан көнөндә беҙҙең тыныслыҡ, именлек теләктәре ысынға ашһын, - тип теләне Заһир Хәкимов.
Нур-Солтандан килгән яҡташыбыҙ Йәннәт Низаметдинова Ҡаҙағстанда йәшәүсе башҡорт һәм татарҙарҙың берҙәм булып саралар уҙғарыуы, милли мәҙәниәтте, телде, йолаларҙы һаҡлау буйынса эш алып барыуы хаҡында һөйләне.
- Салауат та күп милләтле ҡала һәм уларҙың барыһы ла дуҫлыҡта, татыулыҡта ғүмер итә. Әлеге ваҡытта Ватаныбыҙҙы яҡлаусы яҡташтарыбыҙ менән дә ғорурланабыҙ, улар илебеҙ именлеген һаҡлай, - тине Салауат ҡалаһының «Татарҙар конгресы» рәйесе Клара Сабирйәнова.
- Салауат башҡорттары ҡоролтайы һәм башҡа башҡорт йәмәғәт ойошмалары ҡалала тыныслыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек тантана итһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй, ошо йүнәлештә саралар атҡарыла. Шулай уҡ мосолмандар дин юылн һайлай икән, улар тик изгелеккә генә ынтыласаҡ, - тине Салауат башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Буранғолова.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Иҙрис Кәлимуллиндың, Салауат театры артистары Фидан Шәйәхмәтовтың, Йәнгүзәл Халиҡованың, «Тататрҙар конгресы» ағзалары Розалия Ефремованың, Вадим Шәфиевтың, Руфина Фәхретдинованың Ҡорбан байрамына һәм Ватан һаҡсыларына арнап башҡарған йырҙары күңелдергә илһам өҫтәне.
- Мин Салауатта беренсегә һәм ҡала бик оҡшаны, ул шундай таҙа, матур, кешеләре лә асыҡ. Беҙ йәмиғ мәсетендә булдыҡ, уның ҙурлығы, бөтә нимә уйланып эшләнеүе хайран ҡалдырҙы. Бындай осрашыуҙар кәрәк, йышыраҡ булып торһон, - ти Өфөнән килеүсе Лилиә Вәлиева.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: