Бөтә мосолман донъяһы иң ҙур дини байрамдарҙың береһен - Ҡорбан байрамын билдәләне. Беҙҙең ҡалала төп тантаналар, ғәҙәттәгесә, «Әннәби» йәмиғ мәсетендә үтте.
Ҡотлау менән шәйех, мөфтөй, Рәсәй Үҙәк диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров сығыш яһаны:
- Хөрмәтле мосолмандар! Барығыҙҙы ла оло Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотлайым. Был байрам - Аллаһҡа яҡынайыу һәм ул тәрән әхлаҡи мәғәнәгә эйә, тыныслыҡты, ниәттәрҙең сафлығын кәүҙәләндерә, рухи камиллашыу һәм изге ғәмәлдәр ҡылыу осоро булып тора. Ошо ваҡыттарҙа һау-сәләмәт мосолмандар хаж ҡыла. Улар Аллаһы Тәғәләнән беҙҙең именлектә, барлыҡта йәшәүебеҙҙе һорай. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, хаж
ҡылыусыларҙың алыҫ ерҙәрҙән тыуған яҡтарына имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙары өсөн доға ҡылайыҡ. Байрам менән! Ғаиләләрегеҙгә именлек, күңелдәрегеҙгә сафлыҡ теләйем.
Мосолмандарҙы байрамдары менән ҡотларға ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау килгәйне.
- Барығыҙҙы ла бөйөк Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләйем. Был - хаж тамамланыуын аңлатҡан изге ваҡыт. Ул беҙгә исламдың тоғролоҡ, ихласлыҡ, миһырбанлыҡ һәм яҡындарың тураһында хәстәрлек күреү кеүек мәңгелек ҡиммәттәргә нигеҙләнеүен иҫкә төшөрә. Ҡорбан байрамының әһәмиәте бик ҙур. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап йөрөтһөн, ярҙам-мәрхәмәтенән ташламаһын. Был матур көндө туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән бергә уҙғарығыҙ, - тине ул үҙенең сығышында.
Һуңынан байрам намаҙы, хөтбә, изге Ҡөрьән уҡылды. Ҡорбан итенән бешерелгән тәмле былау менән дә һыйланырға була ине ул көндө.
Рәфҡәт хәҙрәт Сәхәбөтдинов:
- Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары - мосолмандарҙың төп дини байрамдары. Был көндәрҙе дин ҡәрҙәштәребеҙ бер-береһенә ихласлыҡ күрһәтеп, матур табындар әҙерләп туғандары менән бергә уҙғара. Шулай
уҡ мохтаждарға ярҙам ҡулын һуҙабыҙ, яҡындарыбыҙҙың хәлен белешәбеҙ.
Бер туғандар Алһыу һәм Земфира Исламовалар:
- Бөгөн хәйер-саҙаҡалар биреп, изге теләктәребеҙҙең бойомға ашыуын теләнек. Улым яңы ғына әрме хеҙмәтенә китте. Ватан алдындағы бурысын үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын Аллаһы Тәғәләнән ялбарып һорайым. Улым мәсеткә йөрөнө, намаҙҙа булды. Ҡайтҡас та был изге юлға ҡабаттан баҫыр, тип уйлайым, - ти Земфира Исламова.
Уның һүҙҙәренә һеңлеһе Алһыу ҙа ҡушылды:
- Мәсеткә килеп кереү менән күңелде яҡтылыҡ, еңеллек биләп ала. Аллаһы Тәғәлә салған ҡорбандарыбыҙҙы, изге уй-ниәттәребеҙҙе ҡабул итһен ине.
Фәүзиә Шәрәфетдинова:
- Был байрамды көтөп алабыҙ. Яҡты уйҙар, изге ниәттәр менән мәсетебеҙгә киләбеҙ, саҙаҡалар бирәбеҙ. Тәмле ризыҡтар бешереп яҡындарыбыҙҙы ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Аллаһы Тәғәләнән доғаларыбыҙҙың ҡабул булыуын, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыуын һорайбыҙ. Һәр беребеҙҙең күңеле иман нуры менән тулһын.
Фәрит Рәимов:
-Изе байрам көнөндә мәсетебеҙгә килеп саҙаҡалар бирергә күнеккәнбеҙ. Ҡорбайн байрамы менән бенргә һәр йортҡа иман нуры, бәрәкәт инһен. Теләктәребенҙҙең ҡабул булыуын Аллаһы Тәғәләнән үтенеп һорайбыҙ.