газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
27 Июнь 2023, 16:35

Мөбәрәк байрам

Зөлхизә, ислам календары буйынса һуңғы, ун икенсе ай. Был ай башындағы ун көн айырыуса яҡшы иҫәпләнә, сөнки бөтә донъя мосолмандары Мәккә ҡалаһына йүнәлеп, 7-9 көндәрҙә хаж ҡыла, ә унынсы көнө Ҡорбан байрамы үткәрелә. Ғәрәп һүҙе булған “Ҡорбан” “яҡынайыу” тигән мәғәнәне аңлата. Тимәк, байрамдың асылы - мал салыуҙа ғына түгел, ошо йола ярҙамында «Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу»ҙа.

Мөбәрәк байрам
Мөбәрәк байрам

- Беҙҙең пәйғәмбәребеҙ Ибраһим ғәләйһи үә сәлләм һынау үткән һәм ошоноң менән ул Аллаһы Тәғәләгә тоғролоҡло булып ҡалған. Ул ҡорбан салыуҙы Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡан һүҙен үтәйем тип эшләгән. Беҙ ҙә был донъяла Ибраһим ғәләйһе сәләм кеүек ҡушҡандарҙы үтәп, тыйылғандарҙан тыйылып йәшәһәк, үҙебеҙҙең тоғролоҡто күрһәтһәк, был донъяла бәхетле булырбыҙ. Аллаһы Тәғәлә әйткән аяттар, сүрәләр, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләм хәҙистәре лә гел яҡшылыҡҡа ғына алып бара. Бергәләшеп, берҙәмләшеп был донъяла беҙ мосолмандар тип лайыҡлы йәшәйек. Барығыҙҙы ла етеп килгән Ҡорбан байрамы менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, көс-ҡеүәт, рух ныҡлығы һәм күңелдә иман булыуын теләйем. Киләсәк быуынға дини һәм донъяуи белем алып, шулай уҡ Тыуған илебеҙҙең лайыҡлы һаҡсылары булыуҙарын теләйем. Бөтә мосолмандар пәйғәмбәребеҙ Ибраһим ғәләйһи үә сәлләм кеүек Аллаһы Тәғәләгә инаныуын күрһәтһен ине. Байрамдарыбыҙ мөбәрәк булһын. Бергәләшеп, берҙәмләшеп шатлыҡлы, бай тормоштарыбыҙға керергә насип булһын. Аллаһы Тәғәлә барығыҙҙы ла һаҡлаһын һәм үҙенең бәрәкәттәрен һеҙгә насип итһә ине, - тип теләй шәйех, мөфтөй, Бөтә Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров.
Быйыл мосолмандарҙың изге Ҡорбан байрамы 28 июндә билдәләнә. Ҡалабыҙҙың «Әннәби» йәмиғ мәсетендә был көндө байрам саралары иртәнге сәғәт 8-ҙә Изге Ҡөрьән уҡыуҙан башлана. Шулай уҡ ислам нигеҙҙәре буйынса имамдар сығыш яһаясаҡ. Ҡорбан байрамы менән ҡотлауҙар ете телдә яңғырар. Ҡала мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән шәйех, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров ҡотлаясаҡ. Мөфтөй кәңәшсеһе Мөхәммәт Әл Ҡиәми байрам тарихы буйынса вәғәз һөйләр. 10.25 - хөтбә, намаҙ, изге Ҡөрьән уҡыу. Сәғәт 11-ҙә мәртәбәле ҡунаҡтар өсөн «Әннәби» йәмиғ мәсете буйлап экскурсия ойошторола.
Ошо уҡ көндө байрам Салауат башҡорт дәүләт драма театрында дауам итәсәк. Ундағы сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышлап Ҡөрьән уҡыуҙан башлана. Артабан салауаттар алдында ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың «Татарҙар конгресы» ойошмаһы рәйесе Заһир Хәкимов, Салауат ҡалаһы «Татарҙар конгресы» рәйесе Клара Сабирйәнова, Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһынан «Дуҫлыҡ» мәҙәни үҙәге рәйесе Йәннәт Низаметдинова һәм шәйех, мөфтөй, Бөтә Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров сығыш яһаясаҡ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: