Байрам саралары иртәнге сәғәт 8-ҙән башлана, имамдар вәғәздәр һөйләйәсәк. Сәғәт 10-да ғәйет намаҙы, ә сәғәт көндөҙгө 2-лә йома намаҙы. Сәғәт 10-ға тиклем фитыр саҙаҡаһын биреү өсөн махсус урындар булдырыла.
Йола буйынса ғәйет намаҙы мәсеттең төп залында була. Унда имам хатибтар башҡорт, татар, тажик, үзбәк һәм башҡа телдәрҙә сығыш яһаясаҡ.
Байрам нисек һыйһыҙ булһын? Дини йорттоң үҙәк инеү урыны янында теләгәндәргә тәмле былау таратыласаҡ.
- Быйыл беҙҙең икеләтә байрам, Ураҙа байрамы йомаға, йома намаҙына тура килә. Был әһәмиәтле көн буласаҡ. Бер ҙа сер менән бүлешәм: беҙҙең “Әннәби” йәмиғ мәсете мәҙрәсәһендә уҡыусы балалар менән байрамда сығыш әҙерләй. Ҡыҙыҡлы программа көтә, - ти шәйех, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров.
Әйткәндәй, мәҙрәсәлә 150 мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге бала, шулай уҡ 100 оло кеше уҡый.
- Пандемияға тиклем беҙҙә 400 кеше белем алды. Әле яйлап тағы ла кешеләр һаны арта. Намаҙ, доғалар уҡып, дингә ынтылыусылар күбәйеүе ҡыуандыра, - тип өҫтәй Рәмил хәҙрәт Насиров.
Рамаҙан айы - изге ғәмәлдәр айы.
- Рамаҙан айының тәүге көндәренән алып байрамға тиклем фытыр саҙаҡаһын бирә алды. Был аҡса иҫәбенә беҙ психоневрологик интернат пациенттарына аҙыҡ-түлектән, төрөк тәмлекәстәренән, емеш-еләктәп торған бүләктәр әҙерләйбеҙ.
Күптәр фытыр саҙаҡаһын Ураҙа байрамы көнөндә генә һалырға кәрәк тип уйлай, ысынында Рамаҙан айынаның беренсе көнөнән алып ғәйет намаҙына тиклем. Һуңынан инде ул ябай саҙаҡа булып иҫәпләнә, - тип аңлатма бирә Рәмил хәҙрәт Насиров. - Рамаҙан айының беренсе көнөндә беҙ махсус хәрби операция зонаһына ойоҡбаштар, бәйләү бинттары ебәрҙек. Был турала хәрби операцияла ҡатнашыусы мосолмандар һораған. Шулай уҡ яугирҙәргә зәм-зәм һыуы, көндәлек доғалар менән китаптар, компастар ебәрҙек. Тағы гуманитар ярҙам әҙерләйбеҙ, хәрбиҙәргә шәхси һауыттарҙа бал, финиктар ебәрергә уйлайбыҙ. Февралдә Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәне, бик күп кеше вафат булды һәм яраланды. “Әннәби” йәмиғ мәсете был фажиғәгә битараф ҡала алманы һәм финанс ярҙам күрһәтте.
Рәмил хәҙрәт Насиров һөйләүенсә, әлеге ваҡытта телевизион тапшырыу төшөрөлә, унда Рамаҙан айында һәм тормошта нимә һәм нисек эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләнәсәк. Мәҫәлән, ҡасан йоҡонан торорға, намаҙ уҡырға, иртәнге ашты ҡасан ашарға, нисек тәһәрәт алырға, эштәрҙе нисек башҡарырға. Бындай форматтағы тапшырыуҙы төшөрөү идеяһы “Әннәби” йәмиғ мәсете хеҙмәткәрҙәренә килә. Тәүҙә уны Салауатта төшөрөргә уйлайҙар, әммә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында был мөмкин булмай. Әлеге ваҡытта йәмиғ мәсете хеҙмәткәре Мөхәммәт хәҙрәт Әл Ҡиәми Сүриәнең Дамаск ҡалаһында тапшырыуҙы төшөрөү менән мәшғүл һәм билдәле “Әль Кфтаро” университетының кадрҙары, дин белгестәре, шәкерттәре унда ҡатнаша. Тапшырыуҙа 15-20 минутлыҡ 29 серия һәм уны бөтә донъяла күрә аласаҡтар. Ҡөрьән һәм хәҙистәр тураһында ла һүҙ барасаҡ, сөнки тап Рамаҙан айында Ҡөрьән аяттары индерелә.
- Рамаҙан айында изге 600 биттән торған Ҡөрьән китабын тулыһынса уҡып сығырға кәрәк. Көн һайын имамдар һәм мөғәлимәләр мәсеттә 20 бит уҡый, - ти Рәмил хәҙрәт Насиров.
Ураҙа байрамына әҙерлек сиктәрендә байрамға саҡырыуға беркетелгән 2 000 ҡап финиктар таратыла. Улар ябай түгел, Ҡөрьән уҡылған ваҡытта төрөлгән.
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын, дин-ҡәрҙәштәр!