газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
24 Март 2023, 14:10

Сауаплы ай, ғилемле ай

20 мартта ҡалабыҙҙың «Әннәби» йәмиғ мәсетендә Рамаҙан айына бағышланған мәжлес үтте. Унда Башҡортостандың көньяҡ райондарынан 70-тән ашыу кеше, ахундар, мөхтәсибтәр, имамдар, мөғәлимдәр йыйылды. Имамдарҙың квалификацияһын күтәреү маҡсатында лекция һөйләү өсөн Рәсәй ислам университетынан уҡытыусы Булат Ғәфүров саҡырылғайны. Мәртәбәле ҡунаҡтар рәтендә Тимерғәлей хәҙрәт Мостафин һәм Марат хәҙрәт Ишбаев урын алды. Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров сессияның етәксеһе булды.

Сауаплы ай, ғилемле ай
Сауаплы ай, ғилемле ай

- Беҙ бындай мәжлестәрҙе һәр ваҡытта ла ойошторорға тырышабыҙ. Ни өсөн тигәндә, уның әһәмиәте бик ҙур. Беренсенән, имамдар бер-береһен, ниндәй райондан, ниндәй мәсеттән икәнен белмәй, улар ошолай бергә йыйылышып таныша, икенсенән, бер-береһе менән кәңәшләшә, бөтә хәбәрҙәре менән уртаҡлаша. Иң ҙур әһәмиәте тағы ла шунда: ғилем арттырыу бик кәрәк, һәр бер мосолманға ғилем алыу фарыз, тиелгән. Ураҙа айы алдынан уның буйынса ғилем менән таныштырырға тырышабыҙ, сөнки ул бер ай бара, бик күп сауаптар ала торған ай, ә ҡайһы берәүҙәр сауаптың мәғәнәләрен белеп бөтөп еткермәй. Беҙ бөгөн ҡайһы берҙәренең мәғәнәләрен аңлаттыҡ, ҡайһыларын өҫтәнек, ҡайһыларын ҡулланырға тип бирҙек. Тормош үҙгәреп тора, ислам динендә өҫкә табан менеү булмаһа, ислам туҡталды тип иҫәпләнә, шул туҡталмаһын өсөн беҙ ҙә белгән ғилемдәрҙе таратырға тырышабыҙ. Имамдар халыҡ менән эшләй, улар үҙҙәренең ҡәрҙәштәре менән ғүмер итә, имам - ул ауылдамы, райондамы, ҡалаламы мосолмандар өсөн бөйөк кеше, уның һүҙен тыңлайҙар, ә ул үҙенең яғынан дөрөҫ итеп аңлата белергә тейеш. Бөгөнгө мәжлес Рамаҙан айына бағышланған. 22 мартта беренсе тәрәүих уҡыла, ә 23 мартта инде беренсе көн ураҙа башлана. Шуның өсөн мин ысын күңелдән әйтәһем килә, бөтәбеҙгә лә тәҡүәлектәребеҙҙе биреп, иман нурып бағлап, белем-ғилемдәребеҙҙе таратып һәм көс-ҡеүәт биреп, ураҙаларыбыҙҙы тотоп, 21 апрель көндө ошо уҡ үҙебеҙҙең мәсеттә бергәләшеп, шатланышып, эй, Аллаһым, тағы ла икенсе йылға ла ошо айҙарҙы күреп, тағы ураҙа тоторға булһын, тигән уй-фекерҙә йыйылышырға булһын, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров.
Имамдар уҡытыусының лекцияһын иғтибар менән тыңланы, ҡайһы бер нескәлектәрҙе яҙып алды, үҙҙәре лә һорауҙар бирҙе. Аралашыу барышында дарыу ҡабул итеүгә, инъекция яһауға бәйле мөһим һорауҙар күтәрелде, имамдар ураҙа ваҡытында дарыу ҡабул итеү рөхсәт ителәме-юҡмы тигән һорауға асыҡлыҡ индерергә тырышты. Ошо һәм башҡа һорауҙарға Булат хәҙрәт ентекле яуап бирҙе, тормоштан миҫалдар килтерҙе.
«Әннәби» йәмиғ мәсетенән имамдар төплө белем һәм яҡшы тәьҫораттар менән таралышты.
- Беҙ ғилем алып, тәрәүих намаҙҙарында, йома намаҙы хөтбәләрендә үҙебеҙ алған ғилемдәребеҙҙе өйрәтәбеҙ. Беҙгә Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, тыйылғандарынан тыйылып йәшәргә кәрәк. Ошо имамдарҙың йыйылыштары беҙгә терәк булып тора, ғилемдәребеҙҙе байытабыҙ һәм халыҡҡа таратабыҙ, - ти Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылынан килеүсе Тәлғәт Шәмсетдинов. - Иманы ҡеүәтле, Аллаһы Тәғәләне ихлас күңелдән таныған мөьмин мосолмандар Ураҙаны, белеп-белмәй ҡылған гонаһтарыбыҙҙан ошо изге айҙа арынабыҙ тип көтөп алалар, уның һәр бер көнөндә изге ғәмәлдәр ҡылырға тырышалар. Рамаҙан айы бик бөйөк.
Башҡа төрлө ҙур сараларҙағы кеүек үк, был мәжлестә лә күмәкләп махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарыбыҙға бағышлап намаҙ уҡылды. Имамдар һәр намаҙҙан һуң беҙҙең һалдаттарыбыҙҙың иҫәнлеге, һаулығы һәм еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡыла.
Аралашыу барышында Рәмил хәҙрәт йыйылыусыларға яңы белем алыуға булған ынтылыштары, изге айға әҙерлек мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан килеүҙәре өсөн рәхмәт белдереп, урындарҙағы «Татарҙан конгресы», «Ағинәйҙәр» ойошмалары эшмәкәрлегендә ярҙам итеүҙәрен һораны.
Лекциянан һуң Рәмил хәҙрәт Рәсәй мосолмандары диниә назаратының Салауат ҡалаһындағы «Ғибадуррахман» йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Артур Сәғитов менән Мөхәммәт Шәриф Ассауфтан «Терроризм, экстремизм, вахабизм менән көрәш» темаһына лекция тыңлауҙары тураһында сертификаттар тапшырҙы. Артабан дин әһелдәре коллектив намаҙға баҫты.Һуңынан уларға «Дыяфа» кафеһында һый-хөрмәт күрһәтелде.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: