Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
22 Март 2023, 17:35

Изге Рамаҙан айына аяҡ баҫабыҙ!

Аллаһы Тәғәлә насип иткәс, бына мөбәрәк Рамаҙан айы аяҡ баҫып, ураҙа тотоу ваҡыты етте. Рамаҙан айы - мосолман өсөн ғилем һәм тәрбиә, һөйөү һәм һөйөнөс, сабырлыҡ, ризыҡтың ҡәҙерен, мохтаждарҙың хәлен белеү, изгелектәрҙе күп ҡыла торған ай.

Изге Рамаҙан айына аяҡ баҫабыҙ!
Изге Рамаҙан айына аяҡ баҫабыҙ!

Ураҙа - мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең береһе. Таңдан алып ҡояш байығанға тиклем ашамай, эсмәй, яҡынлыҡ ҡылмай һәм артыҡ һүҙҙәр һөйләмәй, гонаһлы эштәрҙән үҙ-үҙеңде тыйып тороу тигәнде аңлата. Ураҙаны балиғ йәшкә еткән һәм сәләмәт булған кешеләрҙең барыһы ла тоторға тейеш.
22 март кис, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана. Ошо кистә бөтөн донъя мосолмандары оло һөйөнөс менән мәсеттәргә килеп, йәстүҙән һуң беренсе тәрәүих намаҙын уҡый. Был ғибәҙәтте иман йортона күмәкләп йыйылып атҡарыу - ҙур сауаплы ғәмәл, тиелә динебеҙҙә. Салауат ҡалаһының «Әннәби» йәмиғ мәсетендә көн һайын өҫтәмә тәрәүих намаҙҙары үткәреләсәк, тәүгеһе - 22 мартта 21 сәғәт 06 минутта һәм һуңғыһы 19 апрелдә 22 сәғәт 00 минутта.
Рамаҙан айында ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары яныр, юҡ булыр. Ураҙа тотоусы ризыҡ ҡапмау, тамсы һыу эсмәүҙән тыш, күңел таҙалығын һаҡларға бурыслы. Был изге айҙа күберәк яҡшы ғәмәлдәр атҡарып, буш ваҡыттарҙа Ҡөрьән уҡып уҙғарыу һәйбәт.
Аллаһ Тәғәлә ураҙабыҙҙы, ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡылһын, доғаларыбыҙ ҡабул булһын, иншаллаһ. Изге Рамаҙан айын лайыҡлы ҡаршылап, изгелек ҡылып, яҡшы эштәр башҡарып, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек күрһәтеп үткәрәйек, хөрмәтле дин-ҡәрҙәштәр!
Ураҙа ниәте
Сәхәр ашағандан һуң уҡыла торған доға.
«Нәвәйтү ән-әсүүмә сәүмә шәхри рамаҙаан минәл-фәджри иләл-мәғриби хаалисан ЛИЛЛӘӘҺИ Тәғәәлә»
Мәғәнәһе: Иләһи! Ниәт ҡылдым Һинең ризалығың өсөн, Рамаҙан айында ураҙаһын тоторға, иртәнге сәхәрҙән - ҡояш байығансы.
Ифтар доғаһы
Ҡояш байығас, ахшам намаҙы еткәс, ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға
«Аллаһүммә ләкә сүмтү, үә бикә әәмәнтү, үә ғәләйкә тәүәккәлтү, үә ғәләә ризҡыйҡә әфтәртү, фәғфирлии йә ғәффәәрү мәә ҡәддәмтү үә мәә әххәртү».
Мәғәнәһе: “Йә, Раббым! Был ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом һәм мин Һинә генә иман килтерҙем һәм Һиңә генә тәүәккәл ҡылдым һәм һинең ризығын менән ауыҙ асамын.
Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ! Инде минең әүәлге гонаһтарымды ла һуңғы гонаһтарымды ла ярлыҡа!”.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: