Салауат ҡалаһының «Әннәби» йәмиғ мәсете ҙур ислам һәм дәүләт байрамдарын уҙғарыу ваҡытында бер ваҡытта ла изге эштәрҙән ситтә ҡалмай. Шулай тыуған йыл уңайынан «Ҡояшлы» үҙәге балалары өсөн сара әҙерләнде һәм ул учреждениеның үҙендә үтте.
Балалар ысынлап та яҡын дуҫтарына әйләнгән Артур Сәғитов менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алды.
«Мин балалар янына килеү менән уларҙың йөҙҙәренә йылмайыу сыға, улар шатланып йүгереп килеп иҫәнләшә, шунда уҡ аралаша башлайҙар. Был шул тиклем күңелде йылыта, һүҙ менән дә әйтеп бөтөрлөк түгел. Һәр осрашыу минең өсөн тулҡынландырғыс», - тип бүлешә Артур Сәғитов.
Был юлы осрашыу урыны итеп ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге билдәләнде, ә унан алда балалар мәсеткә һәм үҙебеҙҙең һәм күрше ҡалаларҙың төрлө күңел асыу, мәҙәни-спорт учреждениеларына саҡырылғайны. Был осрашыу ҙа балалар өсөн ҙур файҙа менән үтте. Улар менән социаль һәм рухи тәрбиә алыу әһәмиәте, сифатлы белемгә эйә булыу мөһимлеге һәм оло быуынды хөрмәт итеү кәрәклеге тураһында һөйләшеү алып барылды.
Осрашыу һуңында тәрбиәләнеүселәрҙең барыһына ла татлы күстәнәстәр бүләк ителде. Балалар был саранан ҡәнәғәт ҡалды, әйтелгән һүҙҙәр уларҙы уйландырҙы, йәмиғ мәсете уларҙы иғтибарҙан ситтән ҡалдырмауы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.