Салауат ҡалаһына Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров саҡырыуы буйынса Сүриә Ғәрәп Республикаһынан абруйлы ҡунаҡ шәйех Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф килде.
Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф шәйех Ахмад Кфтаро комплексындағы Бильадушшам университеты филиалы директоры һәм был университеттың белем биреү даирәһе Палистина, Иордания, Сүриә һәм Ливанды үҙ эсенә ала. Унда дин кешеләрен хәнәфит мәзһәбе - ислам динендә хәҙергәсә йәшәп килгән 4 мәзһәбтең береһе буйынса әҙерләйҙәр.
- Беҙҙең мәсеткә Пәйғәмбәр тоҡомдары килеүенә шатбыҙ. Кемгә ундай бәхет тейә? Быға тиклем Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең 42 быуын ейәне шәйех Абдурраззаҡ Абдуррахман Ассаиди килгәйне, ә шәйех Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф 31 быуын ейәне. Улар килеп, һеҙ дөрөҫ юлдан бараһығыҙ, дөрөҫ итеп уҡытаһығыҙ, беҙ һеҙгә ярҙам итәбеҙ, тип әйткәс, беҙ Пәйғәмбәребеҙ әйткән өммәттәлер, тип тағы нығыраҡ инанабыҙ, - ти Рәмил хәҙрәт Насиров. - Беҙгә килеү уларҙа һәр ваҡыт һоҡланыу уята, сөнки ҡаланың исеме Салауат булыуы, был Аллаһы тәғәләгә бағышланған доға бит инде һәм мәсеттең исеме дөрөҫ һайланыуы, «Әннәби» йәмиғ мәсете Мөхәммәт пәйғәмбәргә бағышлап аталған. Шулай уҡ юғары ҡунаҡтарҙы беҙҙең мәсеттең эске һәм тышҡы яҡтан күркәмлеге һоҡланыу уята.
11 декабрҙә «Әннәби» йәмиғ мәсетендә Башҡортостандың көньяғынан бик үп имамдар йыйыла. Шәйех тарафынан улар өсөн биш тема буйынса лекция уҙғарыла. Улар араһында дини өлкәлә тәжрибә уртаҡлашыу, шариғәт буйынса шәкерттәргә белем биреү, терроризм, экстремизм һәм вахабизмға ҡаршы көрәш кеүек темаларға һөйләшеү була.
Лекцияларҙа беҙҙең ҡала мәсете дин әһелдәренән тыш, 40-тан ашыу башҡа район һәм ҡала имамдары ҡатнаша. Уларҙың барыһына ла белемдәрен камиллаштырыу өсөн лекциялар тыңлауҙары тураһында сертификаттар тапшырыласаҡ. Шулай уҡ был көндө шәйех һәм имамдар алдында йәмиғ мәсетендә белем алыусы 105 бала шәриғәт буйынса белемдәрен күрһәтә.
- Шәйех Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф беҙҙең ҡалала ололар ғына түгел, балаларҙың, йәштәрҙең дә дингә ынтылыуын күреп бик шатланды. Улар өсөн ислам диненә юл асыҡ һәм уларға ярҙам итергә әҙербеҙ, тип белдерҙе шәйех, - тип һөйләй Рәмил хәҙрәт Насиров.
Балалар мәсет әҙерләгән күстәнәстәрҙе алып ҡыуана.
Ошо уҡ көндөң кисендә «Стәрлетамаҡ-Арена» спорт һарайында һәүәҫкәр командалар араһында конфессия-ара турнир уҙа. Ярышта Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, «Әннәби» йәмиғ мәсете, Рус православие сиркәүе Башҡортостан митрополияһының Өфө епархияһы, Салауат «Дмитрий Донской» епархияһы һәм «Ор Авнер Хабаб Любавич» еврейҙар общинаһы вәкилдәренән торған командалар ҡатнаша.
- Беҙ аҙаҡҡы ике уйынға барып өлгөрҙөк, уларҙы ҡараныҡ. Былтыр, ярыш тәүге тапҡыр уҙғарылғанда, беҙҙең мәсет командаһы беренсе урын алғайны, быйыл беҙ икенсе. Имамдарҙы был турнир рухландырҙы, - тип билдәләй Рәмил хәҙрәт Насиров.
12 декабрҙә шәйех Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф Салауат ҡалаһындағы нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы институтында студенттар һәм уҡытыусылар алдында лекциялар менән сығыш яһай.
Һуңынан «Әннәби» йәмиғ мәсетендә республиканың енәйәт-башҡарыу системаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн «Терроризм, экстремизм һәм ваххабизмға ҡаршы көрәш» темаһына семинар уҙғарыла. Уны шәйех Ахмад Кфтаро комплексындағы Бильадушшам университеты филиалы директоры шәйех Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты юғары мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров алып бара. Сарала Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы учреждениеларының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары ҡатнаша.
Йәштәр һәм үҫеп килеүсе быуын әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙе юғалтҡан осраҡта уларҙы алама мәғлүмәттәрҙән һаҡлап ҡалыу мөһим. Тап шуның өсөн 13 декабрҙә шәйех Мөхәммәт Шәриф Ассаууафтың Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалындағы уҡытыусылар һәм студенттар составы менән осрашыуы бик фәһемле үтте. Экстремизмды, терроризмды, ваххабизмды иҫкәртеү кеүек мөһим темалар менән бергә дин әһеле Сүриә Ғәрәп Республикаһында юғары белем биреү үҙенсәлектәре тураһында һөйләй, филиалдар араһындағы хеҙмәттәшлек формалары буйынса фекер алышыу бара.
- Лекциянан һәм төрлө һорауҙарға яуаптарҙан тыш, филиал буйынса экскурсия ойошторолдо. Һуңынан шәйех Өфөгә, Рәсәй ислам университетына барҙы. Унда берҙәм эш итеү тураһында килешеү төҙөлдө. Университетта ла лекциялар уҙғарылды, - тип һөйләй Рәмил хәҙрәт Насиров.
Ҡаланың 25-се башҡорт гимназияһы, 24-се, 17-се мәктәптәре һәм «Крайҙыы өйрәнеү һәм экологик туризм» берекмәһе уҡыусылары менән осрашыу ҙа йылы мөхиттә үтә. Унда ҡала хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Олеся Арестова ҡатнаша. Уға традицион диндәргә ҙур өлөш индергәне һәм үҙ-ара аңлашып эш итеүе өсөн Почетлыҡ тапшырыла.
- Беҙгә балалар матур итеп кейенеп, ҡыҙҙарҙың күбеһе баштарына яулыҡ ябынып, малайҙар түбәтәй кейеп килде. Улар бик ҡыҙыҡһыныусан, шәйехтең ғәрәп телендә һөйләүен, һуңынан уның әйткәндәрен Мөхәммәт хәҙрәт Әл-Ҡиәми тәржемә итеүен яҡшылап тыңланылар. Шәйех тә балалар менән ихлас аралашты, уның да кесе йәштәге ике балаһы булыуы һәм уларҙы Салауаттың ошондай ислам диненә ынтылыусы балалар менән осрашыуға алып килмәгәненә үкенеп тә ҡуйҙы. Шәйехтәрҙең, Пәйғәмбәр тоҡомдарының Салауат ҡалаһына һәм «Әннәби» йәмиғ мәсетенә килеүе әһәмиәтле ваҡиға булып тарих битенә яҙылып ҡаласаҡ, - ти Рәмил хәҙрәт Насиров.
Фото «Әннәби» йәмиғ мәсетенән.