Сентябрь аҙағында ислам календарындағы изге айҙарҙың береһе Рабиғел әүүәл айы башланды, уның барышында бөтә мосолмандар өсөн әһәмиәтле ваҡиға - Мәүлит Әннәби, йәғни Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған көнө билдәләнә. Тап ошо сорҙа Салауат ҡалаһының “Әннәби” йәмиғ мәсетенә Болғар ислам академияһы, Рәсәй мосолмандары диниә назаратының Рәсәй ислам университеты, Иорданиялағы Амманск халыҡ-ара ислам фәндәре университеты профессоры, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең 42-се быуын ейәне шәйех Абдурраззаҡ Абдуррахман Ассаидиҙың килеүе символик мәғәнәгә эйә.
Шәйех Абдурразак Абдуррахман Ассаиди беҙҙең илгә һәм республикаға ҡунаҡҡа йыш килә. Ул ислам фәндәре магистрҙары, докторҙары, мосолман руханиҙары уҡытып сығарған Болғар ислам академияһы һәм Рәсәй мосолмандары диниә назаратының Рәсәй ислам университеты кеүек Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарының профессоры булып тора.
- Мин Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында булдым. Миңә халыҡтың дингә ынтылышы оҡшай. Бында тулы ирек бар, йәғни кеше үҙенең динен тота, йолаларҙы үтәй. Был шатландыра, - тип һөйләй шәйех Абдурраззаҡ Абдуррахман Ассаиди. Минең “Рәсәйҙә мосолмандар изгелек хаҡына йәшәй” тигән баҫылып сыҡҡан мәҡәләм бар. Унда Рәсәйҙәге мосолмандар үҙ динен тотоп, үҙ йолаларын башҡарып һәм намаҙҙарын уҡып тыныс йәшәй алыуҙары хаҡында бәйән ителә.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр тоҡомо Башҡортостан Республикаһында беренсегә түгел. Һуңғы тапҡырында шәйех 22 сентябрҙә Өфөлә Рәсәй мосолмандары диниә назараты Рәсәй ислам университетының яңы корпустарын асыу тантанаһында ҡатнаша, ул сара Волга Болғарының исламды ҡабул итеүенең 1100 йыллығына һәм Юғары мөфтөй шәйех-ул-ислам, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың 40 йыллыҡ хеҙмәтенә арналды. Был тантанала шулай уҡ мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров, уның кәңәшсеһе Мөхәммәд хәҙрәт Әл Ҡиәми һәм хәйриәлек буйынса ярҙамсыһы Артур хәҙрәт Сәғитов ҡатнаша.
Салауатҡа дини тәғлимәт белгесе 29 сентябрҙә килде һәм тәүге тапҡыр “Әннәби” йәмиғ мәсетендә булды. Пәйғәмбәр вариҫы менән осрашыуға имам-хатибтар, мөхтәсибтәр, ахундар һәм шәкерттәр йыйылды.
“Әннәби” йәмиғ мәсетенең ҙур залында уҙған конференция барышында шәйех Абдурраззаҡ Абдуррахман Ассаиди бик мөһим дини һорауҙарҙы күтәрҙе, шулай уҡ үҫеп килеүсе быуынға өгөт-нәсихәттәр еткерҙе.
- Йәштәр - улар киләсәк. Шуның өсөн йәштәр өсөн иң мөһиме - яҡшы итеп уҡыу, дини, рухи яҡтан үҫешеү, әхлаҡ һәм дин ҡанундарын үтәү. Әгәр йәштәр дини һәм әхлаҡи яҡтан белемле булһа, улар үҙҙәрен тейешле тотасаҡ һәм киләһе тормошта бүләкләнәсәк, - тип билдәләй шәйех. - Йәш кешеләргә иң яҡшы кәңәш - ул мәсеттәргә йөрөү, мәсет доға ҡылыу урыны ғына түгел, ә рухлылыҡ һәм динилек үҙәге булып тора.
Дини тәғлимәт белгесе фекеренсә, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә ата-әсәләр ҙур роль уйнай, улар балаларын үҙҙәре менән мәсеткә йөрөтөргә, шулай уҡ хәҙрәттәр йәштәрҙә исламға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға һәм йәштәрҙе мосолман шәхестәре итеп тәрбиәләргә тейеш.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, конференция башланыр алдынан шәйех Абдурраззаҡ Абдуррахман Ассаиди өсөн комплекс территорияһы буйлап һәм йәмиғ мәсетенең эсендә экскурсия ойошторолдо.
- Рәсәйҙә күпме булдым, шулай ҙа бөтә кәрәкле биналары һәм кабинеттары, бөтә нимә тәртиптә һәм матур булған “Әннәби” йәмиғ мәсете кеүек дини йорттар һирәк осрай, - тип билдәләп китте дини тәғлимәт белгесе һәм тағы ла мөмкинлек сығыу менән мотлаҡ Салауат мәсетенә килергә вәғәҙә итте.
Юғары ҡунаҡтың мәсеткә дөрөҫ исем бирелеүен билдәләүе ҡыуандырҙы - “Әннәби” йәмиғ мәсете Мөхәммәт Пәйғәмбәр хөрмәтенә аталған. Шәйех фекеренсә, Аллаһы Тәғәлә йорттарының барыһы ла изге кешеләр: әсхәбтәр, фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр исемен йөрөтөргә тейеш.
- Беҙгә ҡунаҡҡа Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәне шәйех Абдурраззаҡ Абдуррахман Ассаиди килде. Бөтәһен дә ошо тарихи ваҡиға менән ҡотлайым. Беҙҙең һәм Салауат ҡалаһы өсөн был иҫтәлекле, - тип билдәләне Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй яраҙымсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров. - Иң мөһиме, шәйех Абдурраззаҡ Абдуррахман Ассаиди менән осрашып хаҡ юлдан барыуыбыҙҙы тағы ла иҫбат иттек. Хәҙер кешеләрҙең Мөхәммәт Пәйғәмбәр мәсетенә генә түгел, ә уның ейәне мәсетенә киләсәге лә ҡыуаныдра. “Әннәби” исемен һайлап хаталанмауыбыҙҙан да ихлас шатмын.
Дини белем алыу
Күп йылдар дауамында “Әннәби” йәмиғ мәсетендә мосолмандарға дини белем биреү алып барыла, унда улар ислам нигеҙҙәрен өйрәнә ала. Мәсет ҡарамағындағы йәкшәмбе мәктәбе белем биреүҙең төп нигеҙе һәм звеноһы булып тора, унан һуң шәкерттәр Рәсәй ислам университетында белем ала ала.
Элегерәк йәкшәмбе мәктәбендә уҡытыуҙы дүрт предмет буйынса алып баралар, уларҙа мосолмандар дингә ышанырға, шәриғәт ҡанундарын, ғәрәп теле грамматикаһын һәм Ҡөрьәнде уҡырға өйрәнә. Быйыл уҡытыуға тағы ла бер дәрес - тәрбиә индерелә.
- Әлеге ваҡытта беҙҙә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар беренсе, икенсе һәм өсөнсө курс төркөмдәрендә белем ала. Төркөмдәр тулы, һәр береһендә 25-шәр шәкерт уҡый. Шулай уҡ ял көндәрендә, йышыраҡ йәкшәмбе көн мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар уҡытыла, - тип һөйләй Рәмил хәҙрәт Насиров. - Дәрестәр аҙнаһына өс тапҡыр уҙғарыла. Дини белем алыуға дүшәмбенән алып йәкшәмбегә тиклем, “Әннәби” йәмиғ мәсетенең дежур хәҙрәтенә мөрәжәғәт итеп, йәки 38-68-78 телефоны буйынса шылтыратып яҙылып була.
Алена Бизикина фотоһы.