Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
19 Сентябрь 2022, 15:35

Төҙәлеү юлына баҫырға ярҙам итер

Үҙенең тормош юлына яңы күҙлектән ҡарап, рухи ныҡлыҡты, хаҡ юлды табыу бигерәк тә хата ҡылыусылар өсөн мөһим. Был йәһәттән дин ныҡ ярҙам итә. Яңыраҡ Салауаттағы 2-се холоҡ төҙәтеү колонияһында мәсет һәм сиркәү асыу тантаналары үтте.

Төҙәлеү юлына баҫырға ярҙам итер
Төҙәлеү юлына баҫырға ярҙам итер

Үҙенең тормош юлына яңы күҙлектән ҡарап, рухи ныҡлыҡты, хаҡ юлды табыу бигерәк тә хата ҡылыусылар өсөн мөһим. Был йәһәттән дин ныҡ ярҙам итә. Яңыраҡ Салауаттағы 2-се холоҡ төҙәтеү колонияһында мәсет һәм сиркәү асыу тантаналары үтте.

Холоҡ төҙәтеү учреждениеларында дини йорттар төҙөү - Рәсәй федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының күптәндән алып барылған эше. Бындай объекттарҙың һәр береһенә икешәр дин әһеле беркетелә, дини йорттар хөкөм ителеүселәрҙе рухи яҡтан тәрбиәләүгә һәм төҙәлеү юлына баҫыуына ярҙам итә.
- Дин хөкөм ителгәндәргә төҙәлеү юлына баҫырға ярҙам итә. Йыл һайын 1 500 хөкөм ителеүсе алдан иреккә сыға. Улар араһынан яза үтәүҙең билдәләнгән тәртибен боҙмағандар уҡыйҙар, эшләйҙәр һәм суд тарафынан билдәләнгән исктарҙы түләйҙәр. Иреккә сыҡҡандар араһында ла сиркәүҙәргә һәм мәсеттәргә йөрөүселәр күп, - тип һөйләне Рәсәй федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигының диндарҙар менән эште ойоштороу буйынса ярҙамсыһы Александр Петров.
2-се холоҡ төҙәтеү колонияһында мәсет һәм сиркәү төҙөлөшө ике йыл элек башлана. Уны хөкөм ителеүселәр үҙҙәре һала. Эш барышында бер ниндәй ҙә бүленеш булмай, православие ғибәҙәтханаһын һалыуҙа мосолмандар, ә мәсетте төҙөүҙә православие динендәгеләр ҡатнаша. Был төрлө конфессия вәкилдәренең үҙ-ара хөрмәттә булыуы - ныҡлы берҙәмлек нигеҙе икәненә бер өлгө.
Ҡалабыҙҙың дин лидерҙары, күп йылдар дауамында республика кимәлендә ике конфессия хеҙмәттәшлегенең лайыҡлы үрнәге булып торған Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы, мөфтәй Рәмил хәҙрәт Насиров һәм Салауат һәм Күмертау епискобы Николай дини объекттарҙы төҙөүҙә ярҙам күрһәтә.
- Беҙ Аллаһы Тәғәлә йортон асабыҙ һәм был тарихи ваҡиға беҙҙең берҙәмлек тураһында һөйләй. Владыка Николайға, бөтә православие диндарҙарына һәм хәҙрәттәргә башҡаларға үрнәк күрһәтә алыуыбыҙға рәхмәт, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров һәм хөкөм ителгәндәргә өгөт-нәсихәт менән мөрәжәғәт итте. - Хәҙер һеҙҙең өсөн ысын хаҡ юл башлана һәм һеҙгә үҙегеҙҙәге насар һыҙаттарҙы еңеү өсөн ҙур эш башҡарыу талап ителә. Әгәр һеҙ быны эшләһәгеҙ, иреккә сыҡҡас, беҙ был донъяға юҡҡа килмәгәнбеҙ, ерҙә Аллаһы йорто төҙөнөк, хаҡ юлға баҫтыҡ, тип әйтә аласаҡһығыҙ. Һеҙ үҙегеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе намыҫ, ғәҙел һәм тәртип менән алып барырға тейешһегеҙ, бер ниндәй ҙә дәғүәләр булмаһын, тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетегеҙ.
- Беҙ милли республикала хеҙмәт итәбеҙ һәм беҙгә мосолмандар һәм православие динендәгеләр араһында бүлешерлек нимәбеҙ юҡ. Мосолмандарҙың күбеһе храмды төҙөүҙә ҡатнашты, мин быны үҙем күрҙем, православныйҙар ҙа шулай итте, - тип өҫтәне Салауат һәм Күмертау епискобы Николай. - Аллаһыға рәхмәтле булған кеүек бында ғибәҙәтхана төҙөүселәргә лә рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Хәҙер һеҙ ғибәҙәт ҡылған урынға йөрөргә тейеш. Мин һеҙгә тиҙерәк иреккә сығыуығыҙҙы һәм киләсәктә хаталар яһамауығыҙҙы теләйем. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙе яҡындарығыҙ көтә.
- Беҙ сиркәү биләмәһе бәләкәй булыр тип уйлағайныҡ, бик һәйбәт кенә килеп сыҡты. Биләмәлә фонтан бар, ҡыңғырау тауышын ишетергә була, Крещение уҙғарыу өсөн купель дә бар, - тип билдәләй 2-се холоҡ төҙәтеү колонияһы храмы өлкән священник Зосима Кондраков.
Мәсетте һәм сиркәүҙе һалыуҙа кәрәкле төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүҙә эшҡыуарҙар ярҙам иткән.
- Православие сиркәүен һәм мосолмандар мәсете асылыуы - ул иркенән мәхрүм ителгәндәр өсөн Аллаһыға мөрәжәғәт итеү ишектәре. Улар төҙәлеү юлына баҫыр, киләсәктә уларҙың юлы яҡты булыр, тип өмөт итәбеҙ, - тине дини йорттарҙы асҡанда ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рундау.
Иҫтәлекле көндә наградлау тантанаһы ла үтте. Мосолман һәм православие конфессияһы вәкилдәре, Рәсәй федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ 2-се колонияла православныйҙар һәм мосолмандар өсөн дини үҙәктәр төҙөүҙә актив ҡатнашыусы алты хөкөм ителеүсе рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
- Дин беҙгә төҙәлеү юлында ярҙам итә. Элек беҙ подвалда доға ҡылһаҡ, хәҙер беҙгә Аллаһы Тәғәлә дини йортҡа йөрөү, дингә яңы аҙымдар яһауға, бөтә ҡурҡыуҙарҙан арынырға һәм үткәндәргә әйләнеп ҡайтмаҫҡа мөмкинлек бирҙе. Мәсеттә бөтә насар уйҙар юҡҡа сыға. Бында дини дәрестәр ҙә уҙғарыла башланы, Аллаһы Тәғәлә йортон төҙөүгә мөмкинлек биреүселәрҙең барыһына ла рәхмәт, - тип бүлеште дингә ынтылыусыларҙың береһе.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: