Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
17 Август 2022, 17:05

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Салауат ҡалаһының “Әннәби” йәмиғ мәсетенең дин әһелдәре һәм йәмәғәт ярҙамсылары Украинанан, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан мәжбүри күсеп килеүселәр янына барҙы. Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров һәм уның кәңәшсеһе Мөхәммәд хәҙрәт етәкселегендә ойошторолған хәйриә саралары матур йолаға әүерелде.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Салауат ҡалаһының “Әннәби” йәмиғ мәсетенең дин әһелдәре һәм йәмәғәт ярҙамсылары Украинанан, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан мәжбүри күсеп килеүселәр янына барҙы. Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров һәм уның кәңәшсеһе Мөхәммәд хәҙрәт етәкселегендә ойошторолған хәйриә саралары матур йолаға әүерелде.

“Урал” ҡунаҡханаһында урынлашҡан күскенселәр мәсет хеҙмәткәрҙәрен тулҡынланыу һәм хөрмәт менән ҡаршы алды, сөнки мосолман дине вәкилдәренең килеүе һәр ваҡыт улар өсөн бәләкәй генә байрамға әүерелә. Молмандар ҡалабыҙ ҡунаҡтары өсөн бүләктәр һәм күстәнәстәр әҙерләгәйне. Бигерәк тә үзбәксә итеп әҙерләнгән былау ләүәш менән, һурпа, яңы өлгөргән йәшелсәләрҙән салаттар, емеш-еләк, төрөк пахлаваһы һәм башҡа тәмлекәстәр уларҙың күңеленә хуш килде. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бүләктәр “Әннәби” йәмиғ мәсетенең 20 йыллығы уңайынан да тапшырылды.
Мәсет хәҙрәттәренең алдағы килеүҙәренең береһендә ситтән мәжбүри күсеп килеүселәрҙең береһе рус телендәге Ҡөръән китабын алып килеүҙе һорай. Мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров православие диненән булып, оло йәштә ислам динен өйрәнергә ҡарар иткән Павел Брылевҡа мосолмандарҙың изге китабы Ҡөрьәнде тапшыра.
Рәсәй мосолмандарының үҙәк диния назаратының Салауат ҡалаһындағы “Ғибадуррахман” йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Артур Сәғитов билдәләүенсә, хәҙер инде таныш йөҙҙәрҙе күреү, улар менән ихлас аралашыу һәм яңы урынға нисек яраҡлашыуҙарын белеү шатлыҡлы.
Битараф булмаған эшҡыуарҙар ярҙамы менән мәжбүри күсенеүселәрҙең ҡайһы берәүҙәре хеҙмәт юлын башлап ебәргән. Балалар араһында ла спорт һәм башҡа сараларҙа ҡатнашып үҙҙәрен күрһәтеүселәр бар. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ҡала ҡунаҡтары үҙҙәрен яҡшы тоя, ҡала, уның халҡы тураһында яҡшы фекерҙәрен еткерә, хатта кемдәрҙер артабанғы яҙмышын Салауат менән бәйләргә теләүен дә белдерә.
Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килеүселәр Салауат руханиҙарының хәйриә акцияларынан, уларҙың һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙарынан бик ҡәнәғәт ҡалды һәм, әлбиттә, Рәмил хәҙрәт Насировҡа, Мөхәммәд хәҙрәткә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Фото “Әннәби” йәмиғ мәсетенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: