газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
9 Июль 2022, 08:00

Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Хөрмәтле мосолмандар, дин-ҡәрҙәштәр! Барығыҙҙы ла изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым! Ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәүселәрҙең хаждары, ҡорбан салыусыларҙың ҡорбандары ҡабул булһын. Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙҙең күңелен иман нуры менән нурлаһын, ғибәҙәттәребеҙ бәрәкәтендә күңелдәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә, мәхәлләләребеҙгә, Ватаныбыҙға һәм бөтөн донъяға тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәттәр насип итһен. Бырыбыҙ ҙа иҫән-һау, ғаиләләребеҙ имен булып, Ҡорбан байрамын матур ғәмәлдәр менән үткәрергә булһын! Донъялар тыныс, күңелдәр яҡты, уй фекерҙәребеҙ яҡшы булһын!

Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Хөрмәтле мосолмандар, дин-ҡәрҙәштәр! Барығыҙҙы ла изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым!
Ҡорбан килтереү байрамы мосолмандың иң яҡшы сифаттарын – миһырбанлыҡты, шәфҡәтлелек һәм рәхмәтле булыуҙы, рухи сафлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтылышты сағылдыра. Изге ғәйет көндәрендә игелек­тәребеҙ ишәйә, иманыбыҙ яңыра, күңелдә мәрхәмәт, килер көндәргә ышаныс арта. Ҡорбан байрамы дини ҡәрҙәштәребеҙ мәсеткә барып, яҡындарының һаулығын һәм бәхетен, дөйөм именлекте, Ватаны­быҙҙың сәскә атыуын теләп доға ҡыла.
Ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәүселәрҙең хаждары, ҡорбан салыусыларҙың ҡорбандары ҡабул булһын. Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙҙең күңелен иман нуры менән нурлаһын, ғибәҙәттәребеҙ бәрәкәтендә күңелдәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә, мәхәлләләребеҙгә, Ватаныбыҙға һәм бөтөн донъяға тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәттәр насип итһен. Бырыбыҙ ҙа иҫән-һау, ғаиләләребеҙ имен булып, Ҡорбан байрамын матур ғәмәлдәр менән үткәрергә булһын! Донъялар тыныс, күңелдәр яҡты, уй фекерҙәребеҙ яҡшы булһын!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: