газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
8 Июль 2022, 12:35

Ҡорбан байрамын матур ғәмәлдәр менән үткәрергә булһын

9 июлдә мосолмандарҙың иң изге байрамдарының береһе - Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Ҡорбан байрамы – исламда матур һәм бик әһәмиәтле көн. Ул Ураҙа ғәйетенән 70 көн үткәс, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә уҙғарыла.

Ҡорбан байрамын матур ғәмәлдәр менән үткәрергә булһын
Ҡорбан байрамын матур ғәмәлдәр менән үткәрергә булһын

9 июлдә мосолмандарҙың иң изге байрамдарының береһе - Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Ҡорбан байрамы – исламда матур һәм бик әһәмиәтле көн. Ул Ураҙа ғәйетенән 70 көн үткәс, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә уҙғарыла.

Иң яҡшы ғәмәл
Зөлхизә, ислам календары буйынса һуңғы, ун икенсе ай. Был ай башындағы ун көн айырыуса яҡшы иҫәпләнә, сөнки бөтә донъя мосолмандары Мәккә ҡалаһына йүнәлеп, 7-9 көндәрҙә хаж ҡылалар, ә унынсы көнө Ҡорбан байрамы үткәрелә.
Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. хәҙисендә былай тип әйтелгән: “Ҡорбан ғәйете көнөндә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһындағы иң яҡшы ғәмәл – ҡорбан салыу”. Ҡорбан салыу - шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла.

Аллаһҡа яҡынайыу юлы
Ҡорбан салыу – ул Аллаһҡа яҡынайыу юлы. Хәленән килгән һәр бер мосолман ҡорбан салырға тейешле. Әлбиттә, Аллаһҡа беҙҙән ит, ҡан кәрәкмәй, әммә, Ул беҙҙең Уға нисек инанғаныбыҙҙы, ихласлығыбыҙҙы, тәҡеүәлегебеҙҙе күргеһе килә. Ҡорбан салыу өсөн кешенең күңеле саф, йомарт, ихлас булыуы зарур. Сөнки, Раббыбыҙ ихлас ҡылынған ғәмәлдәрҙе генә ҡабул итә. Ҡорбан салыу кешене һаран булмаҫҡа өндәй, һәм йәмғиәттә туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәрен нығыта, бер-береңә ярҙамсыл булырға, башҡалар менән дә бүлешергә өйрәтә. Шулай итеп, барыһы ла Аллаһ бәрәкәтенән өлөшлө булалар һәм бергә, Аллаһ Тәғәләбеҙ ҡушҡан фарыздарын үтәп, Уның ризалығына ирешә, Уға яҡыная.

Ҙур сауапҡа өлгәшеү
“Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!” – тип бойоролған изге “Ҡөрьән Кә­рим”дә. Әлхәмдүлилләһ, һуңғы йылдарҙа изге ғәмәлде үтәгәндәр күбәйә. Был, әлбиттә, йәмғиәте­беҙҙең дингә яҡынайыуы, күркәм сифаттарҙың өҫтөнлөк ала барыуы хаҡында һөйләй. Хаҡ Тәғә­ләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағыл­дырған изге ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: