газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
22 Июнь 2022, 09:20

Донъяны танып белеү

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүсе балалар Салауат ҡалаһының “Әннәби” йәмиғ мәсетендә булды.

Донъяны танып белеү
Донъяны танып белеү

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүсе балалар Салауат ҡалаһының “Әннәби” йәмиғ мәсетендә булды.

“Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белеүсе” махсус профилле лагерь отряды тәрбиәләнеүселәре өсөн экскурсияны Рәсәй мосолмандарының диниә назараты юғары мөфтөйө ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров үткәрҙе. Уҡыусылар уның мәсеттә нисек балаларға исем аталыуы тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы. Артабан ҡыҙ һәм малайҙар никах уҡыу залын менән танышты, Салауатта мәсеттең барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында белде. Шулай уҡ Рәмил хәҙрәт мосолмандарҙың изге китабы “Ҡөрьән” күрһәтеп, уның тураһында һөйләне, Ураҙа, Ҡорбан кеүек дини байрамдар тураһында белешмә бирҙе. Уҡыусылар барыһын да иғтибар менән тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Изгелек, йылылыҡ, яҡтылыҡ мөхите тантана итте “Әннәби” йәмиғ мәсетендә. Экскурсия һуңында балалар техник ижады үҙәге балалары һәм педагогтары ҡыҙыҡлы һәм фәһемле сәйәхәт өсөн рәхмәт белдерҙе, ә балалар мәсеттән тәмле бүләктәр алып ҡыуанды.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: