газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
7 Июнь 2022, 10:00

Ҡала-ара мөнәсәбәттәр ныҡлы

“Әннәби” йәмиғ мәсетендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы граждандары менән осрашыу уҙҙы.

Ҡала-ара мөнәсәбәттәр ныҡлы
Ҡала-ара мөнәсәбәттәр ныҡлы

“Әннәби” йәмиғ мәсетендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы граждандары менән осрашыу уҙҙы.

Күрше ҡаланың ветерандар советы вәкилдәренән торған ҡунаҡтар төркөмөн совет рәйесе Тәлғәт Ғәбитов һәм “Башҡортостан сода компанияһы”ның ветерандар советы рәйесе Николай Мотовилов етәкләне.
Мәсет ишеге алдында ҡунаҡтарҙы мөфтөй кәңәшсеһе Мөхәммәд хәҙрәт һәм Рәсәй мосолмандарының диниә назаратының Салауат ҡалаһындағы “Ғибадуррахман” йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Артур Сәғитов ҡаршы алды. Ветерандар дини йорттоң матурлығын һәм ҙурлығын баһалап, шунда уҡ фотоға төшөрҙө. Артабан улар Рәсәй мосолмандары диния назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров менән осрашты.
Рәмил хәҙрәт сәләмләү телмәре менән сығыш яһаны, йәмиғ мәсетенә ихтирам белдереп килеүҙәре, шулай Тыуған ил именлегенә күп йылдар намыҫлы хеҙмәт итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Мөфтөй ветерандар советы рәйестәре Тәлғәт Ғәбитов һәм Николай Мотовиловты СССР-ҙың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына арналған махсус миҙал менән бүләкләне.
Һуңынан ҡунаҡтар йәмиғ мәсетенә экскурсия ҡылды, Мөхәммәд хәҙрәт дини йорттоң барлыҡ үҙенсәлектәре, ислам диненең нигеҙҙәре тураһында ентекләп бәйән итте.
Ҡыҙыҡлы экскурсиянан һуң ветерандар йәмиғ мәсетенең кафеһына саҡырылды.
Ундағы сараның тантаналы өлөшөндә Рәмил хәҙрәт Насиров Тәлғәт Ғәбитовты һәм Николай Мотовиловты милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн, “Әннәби” йәмиғ мәсете комплексында тәүге намаҙ уҙыуҙың 20 йыллыҡ юбилейы һәм ислам дине ҡабул ителеүҙең 1100 йыллығы уңайынан бүләкләне. Рәмил хәҙрәт “Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы ветераны” исеменә лайыҡ булды, ул, үҙ сиратында, рәхмәт белдереп, ветерандарға бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух ныҡлығы теләне.
Сәй өҫтәленән һуң ҡунаҡтар Рәмил хәҙрәт һәм Артур Сәғитов менән бергә “Мәңгелек ут” мемориаль комплексына юлланды, унда һәйкәлгә сәскәләр һалды һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.
Стәрлетамаҡ ветерандарына сара оҡшауы күренеп тора ине, улар мөфтөй менән ихлас аралашты, мәсет, ислам дине тураһында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, яуаптар алды, ҙур рәхмәттәрен белдерҙеләр.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: