газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
6 Июнь 2022, 16:35

Бар хистәр, бар хәстәр бала өсөн

Салауат ҡалаһының “Ҡояшлы” үҙәге тәрбиәләнеүселәре өсөн спорт сараһы уҙғарылды.

Бар хистәр, бар хәстәр бала өсөн
Бар хистәр, бар хәстәр бала өсөн

Салауат ҡалаһының “Ҡояшлы” үҙәге тәрбиәләнеүселәре өсөн спорт сараһы уҙғарылды.

Уны үткәреү урыны итеп төҙөкләндерелгән Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан спорт майҙансығы һайланды. Тап бында спорт-массалы саралар ойоштороу өсөн пляж футболы, волейбол, баскетбол майҙансыҡтары, тренажерҙар, йүгереү һәм велосипедта йөрөү юлдары, өҫтәл теннисы өсөн махсус ҡоролмалар бар.
Сара профессионал спортсы, бокс буйынса спорт мастерына кандидат Дато Абоян етәкселегендәге күнекмәләрҙән башланды. Артабан малай һәм ҡыҙҙар ике командаға бүленде. Улар йүгереү, “йөк йөрөтөүсе”, велосипедта уҙышыу кеүек ярыштарҙа ҡатнашып, етеҙлектәрен, зирәклектәрен, команда менән бергә эш итә белеү һәләттәрен күрһәтә.
Сараның киләһе өлөшөндә ҡыҙҙар волейбол, малайҙар футбол уйнаны. Төп спорт ярштарынан тыш, балалар рәхәтләнеп велосипедтарҙа йөрөнө, теннис уйнаны. Осрашыуҙың кульминацияһы - үҙәк тәрбиәләнеүселәренә тәмлекәс бүләктәр һәм спорт инвентарҙар тапшырыу. Шулай уҡ Стәрлетамаҡтың “Капитоль” кафеһынан бик матур, ҙур торт тапшырылды.
Сараны ойоштороусылар булып Рәсәй мосолмандары диния назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров, Салауат һәм Күмертау епископы Николай һәм Рәмәй мосолмандары диния назаратының Салауат ҡалаһындағы “Ғибадуррахман” йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Артур Сәғитов сығыш яһаны.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: