газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
21 Май 2022, 13:45

Берҙәмлеккә - ихтирам

Ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсете быйыл үҙенең 20 йыллығын билдәләй. Ошо датаға арнап дини йортта саралар ойошторола ла башланы.

Берҙәмлеккә - ихтирам
Берҙәмлеккә - ихтирам

Ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсете быйыл үҙенең 20 йыллығын билдәләй. Ошо датаға арнап дини йортта саралар ойошторола ла башланы.

Изге дини йортҡа ҡала хакимиәте, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау системаһы, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре йыйылды.
- Егерме йыл дауамында бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай беҙҙең йәмиғ мәсете дин юлында хеҙмәтен алып барҙы. Ошо ике тиҫтә йыл эсендә беҙ үҙебеҙҙең дуҫлыҡты, берҙәмлекте күрһәттек һәм был үҙенең изге емештәрен, һөҙөмтәләрен бирә. Был халыҡ алдында яҡшы күрһәткес булып тора, - тип билдәләп үтте үҙенең сығышында мөфтөф, Рәсәй мосолмандары диниә назаратының юғары мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров.
Уның әйтеүенсә, “Әннәби” йәмиғ мәсетенең юбилейы июль айында билдәләнәсәк. Төп байрамдан тыш, иҫтәлекле дата уңайынан башҡа сараларҙар ҙа ойоштороласаҡ. Әйткәндәй, Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин беҙҙең йәмиғ мәсетен, уның дини юҫыҡтағы эшмәкәрлеген өлгө итеп билдәләгән.
- Республикалағы башҡа ҡала, район һәм ауылдарҙағы мәсеттәрҙең дин әһелдәре Салауат йәмиғ мәсетенә килеп дин эшмәкәрлеген алып барыу нигеҙҙәрен күреп, өйрәнеп, үҙҙәрендә файҙаланһын өсөн осрашыуҙар уҙғарырға ниәт итәбеҙ. Беҙҙә шәкерттәр уҡып сыҡты, улар араһынан алты имам “Әннәби” йәмиғ мәсетендә хеҙмәт итергә ҡала һәм улар үҙҙәренең белгәнен халыҡҡа еткерәсәк, - тип бүлеште Рәмил хәҙрәт Насиров. - Был көндө мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, йәмәғәт ойошмалары, православие вәкилдәренә, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Мироновҡа һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә ҡала халҡында дингә ышанысты арттырыуҙа, изге эштәргә йәлеп итеүҙә берҙәмлек күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм һәм ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ.
- Ҡалабыҙҙа “Әннәби” йәмиғ мәсетенең барлыҡҡа килеүе ҙур әһәмиәткә эйә, ул кешеләрҙең доға ҡылыу, осрашыу, аралашыу, урыны булып тора, шулай уҡ ул ҡалала тыныслыҡ, берҙәмлек булдырыуға, мосолмандар араһында дин таратыуға ҙур өлөш индерә. Һеҙгә йәмғиәттәге именлек хаҡына кешеләрҙе изге ғәмәлдәр, конфессия-ара татыулыҡ йүнәлешендә ҙур эш алып барыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тип сығыш яһаны ҡала хакимиәте эштәре менән идара итеүсе Семен Евграфов.
Рәсми сығыштарҙан һуң, бүләкләү тантанаһы үтте. Төрлө тармаҡ вәкилдәренә ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттары, “СССР-ҙың 100 йыллығы” миҙалы, шулай уҡ Рәсәй мосолмандары диниә назаратының йәмәғәт миҙалдары, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: