Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
2 Май 2022, 20:30

Рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлеккә һәм изгелеккә ынтылышты сағылдырыусы байрам

2 майҙа Салауат ҡалаһы мосолмандары «Әннәби» йәмиғ мәсетенә ислам динендәге мөһим байрамдарының береһе, кешеләрҙең рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлеккә һәм изгелеккә ынтылышын сағылдырыусы Ураҙа байрамына йыйылды. Мосолман халҡының иң бөйөк, ураҙа тотоп, һәр яҡлап ҙур һынау үтеп уҙғарған изге Рамаҙан айы тамамланыуы уңайынан оло ғәйет намаҙы менән билдәләнә ул.

Рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлеккә һәм изгелеккә ынтылышты сағылдырыусы байрам
Рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлеккә һәм изгелеккә ынтылышты сағылдырыусы байрам

Билдәле булыуынса, изге Рамаҙан айын дини ҡәрҙәштәребеҙ ураҙалар тотоп, Ҡөрьән уҡып, намаҙҙа булып, хәйер-саҙаҡалар таратып, изге эштәр менән үткәрҙеләр. Йола буйынса Ураҙа абйрамында мосолмандар мәсеттәргә бара, ҡунаҡ ҡаршылай, яҡындары һәм туғандары, таныштары һәм таныш булмаған кешеләр менән бергәләшеп байрам табынын уртаҡлаша.
-Элекке кеүек үк беҙ ҡала халҡы өсөн иң яҡшы эштәр башҡарырға тырышабыҙ. Бик күп изге, мәрхәмәтле ғәмәлдәр башҡарылды был айҙа. Мәҫәлән, быйыл мәсеттең эсен яңырттыҡ, эс яҡтан стеналарҙы буяныҡ, уларҙы матур плиткалар менән биҙәнек. Дөйөм йәмиғ мәсет территорияһында ла эштәр атҡарылды, уны беҙ таҙалыҡта һәм тәртиптә тотабыҙ, былтыр ултыртҡан шыршыларҙы күреп күңел шатлана. Иң мөһиме 30 көн дауамында беҙҙең шәкерттәр, имамдар, хәҙрәттәр изге Ҡөрьән китабын уҡыны. Был беҙҙең ҡала халҡы, уларҙың ныҡлы һаулығы, ғаилә именлеге, уларҙың тыныслыҡта һәм берҙәмлектә шатланып йәшәүе өсөн эшләнде. Минеңсә, беҙҙең был ғәмәл ҡабул ителгәндер, - тип һөйләне мөфтөй, Рәсәй мосолмандары диниә назаратының юғары мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров.
Ураҙа ғәйете көндө иртәндән алып ҡала мосолмандары Салауат күрке булған «Әннәби» йәмиғ мәсетенә ағылды. Улар араһында байрам намаҙына тиклем фитыр саҙаҡаһын түләп өлгөрөргә ашығыусылар ҙа, вәғәз тыңлап, намаҙ уҡыу өсөн килеүселәр ҙә күп булды.
Йәмиғ мәсетенең үҙәк намаҙ уҡыу залында байрам тантанаһы ла уҙғарылды. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар халыҡты Ураҙа байрамы менән ҡотланы, һуңынан ғәйет намаҙы уҡылды.
- Рәсәй мосолмандары диниә назараты һәм үҙемдең исемдән барыһын да изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон имен ғүмер, ғаилә бәхете, рух ныҡлығы теләйем. Үҫеп килеүсе йәш быуынға иман юлына баҫып, халыҡҡа һәм дәүләткә намыҫ менән хеҙмәт итеүҙәрен теләйем, - тип ҡотлау һүҙҙәре менән дә сығыш яһаны Рәмил хәҙрәт Насиров. - Һеҙ Аллаһы Тәғәлә бүләк иткән тантаналарҙа ҡатнашаһығыҙ. Бөгөнгө көн ҡояшлы булыуы менән дә ҡыуандыра. Тимәк, беҙ генә түгел, фәрештәләребеҙ ҙә Хоҙай Тәғәләгә табыныуыбыҙға шат.
Был көндө ҡала мосолмандарын Ураҙа байрамы менән ҡотларға ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та килде.
- Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, йорттарығыҙҙа татыулыҡ тантана итеүен теләйем. Бөгөн байрам өҫтәлдәре әҙерләнә, туғандар, дуҫтар, күршеләр ҡунаҡҡа саҡырыла. Был дөрөҫ. Байрам өҫтәле артына йыйылыу, изге эштәр башҡарыу, мохтаждарға ярҙам итеү кешеләрҙең берләшеүенә, милләт-ара бәйләнеште нығытыуға булышлыҡ итә, әлеге ваҡытта был бик мөһим, - тине Игорь Миронов.
Салауат ҡалаһындағы байрамға Рәсәй Федерацияһында Татарстан Республикаһының дәүләт власы органдары менән мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм йәмәғәт менән бәйләнеш хеҙмәттәшлеге буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Эмиль Фәйзуллин килде.
- Һеҙҙе яҡты һәм исламдағы иң мөһим байрамдарҙың береһе - Ураҙа байрамы менән ҡотлайым. Ислам беҙҙе әхлаҡлы, изге күелле булырға өйрәтә, Салауат ҡалаһында шундай кешеләр йәшәй, - тип билдәләп үтте Эмиль Фәйзуллин. - Доғалар ҡылып беҙ иманыбыҙҙы нығытабыҙ, намыҫлы хеҙмәт итеп ҡалаларыбыҙҙы күркәмләйбеҙ. Салауат ҡалаһына килгән һайын, уның ни тиклем матурланыуына шаһит булаһың. «Әннәби» йәмиғ мәсете - ҡала көҙгөһө, һәр ваҡыт таҙа, йәмле, иң мөһиме доға ҡылыусы кешеләр менән тулы.
Был көндө салауаттар алдында имам-хатибтар башҡорт, татар, тажик, үзбәк телдәрендә сығыш яһаны.
Ғәйет намаҙынан һуң мәсеткә килеүселәргә тәмле байрам былауы таратылды.
Флүрә Зәйнәғетдинова:
- Бөгөн беҙҙең өсөн шатлыҡлы байрам. Ураҙа тоторға тырыштыҡ, күршеләр менән ауыҙ асырға, ифтарға саҡырыштыҡ. Ошо байрамда барлыҡ мосолмандарға, балаларыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
Ошо изге байрам көндәрендә Суфия Буранбаева ла әсәһе янына себер тарафтарынан ҡайтып еткән.
- Мин Когалым ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайттым. Беҙҙә лә Ураҙа, Ҡорбан кеүек ислам дине байрамдары киң билдәләнә. Иң ҙур теләк - илдәрҙә тыныслыҡ булһын, ниндәй милләттән, ниндәй диндән булыуға ҡарамаҫтан, бөтә донъяла ла халыҡтар дуҫ, татыу йәшәһә ине, тигән теләктәбеҙ.
Рафаэль хәҙрәт Ниғмәтуллин:
- Фитыр саҙаҡаһы Аллаһы Тәғәләнең ризалығын алыу өсөн бирелә. Быйыл ул - 150 һум. Уны ғәйет намаҙына тиклем тапшырырға кәрәк, унан һуң бирелһә, ул ябай саҙаҡа булып иҫәпләнә. Быларҙы беҙ халыҡҡа аңлатырға тырыштыҡ, шуға күрә Рамаҙан айы дауамында фитыр саҙаҡаһын килтереүселәр күп булды. Аллаға шөкөр, йылдан-йыл дингә ынтылыусылар, дини йолаларҙы үтәүселәр һаны арта.
Рәсәй мосолмандары диниә назаратының Салауат ҡалаһындағы «Гибадуррахман» йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Артур Сәғитов:
- Рамаҙан айында ҡала магазиндарында, спорт комплекстарында, Салауат эске эштәр бүлегендә һауытҡа 3-ләп һалынған 15 мең финик емеше таратылды. Быйыл «Ҡояшлы» үҙәге тәрбиәләнеүселәре өсөн 23 февраль һәм 8 март байрамдары уңайынан «Әннәби» йәмиғ мәсетенә экскурсия ойошторолдо, шулай уҡ бүләктәр тапшырҙыҡ. Бынан тыш, тағы бер акция уҙғарҙыҡ, үҙәктәге балаларҙы Боҙ һарайына алып барып, һуңынан тәмле ризыҡтар менән һыйланыҡ, күстәнәстәр биреп ҡайтарҙыҡ. Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә мосолмандар билдәләгән Ҡәҙер кисәһе уңайынан хәриә акцияһы уҙғарҙыҡ, психоневрологик интернатта йәшәүселәргә ләүәш, алма, киви, әфлисун, финик алып барып тапшырҙыҡ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: