газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
18 Март 2022, 12:00

Төплө ғилем кешеләрҙең дәрәжәһен күтәрә

Ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә изге Рамаҙан айына бағышланған уҡыуҙар үтте. Осрашыуға республиканың көньяҡ төбәгенән имам-хатибтар, мөхтәсибтәр, ахундар саҡырылды. Сарала Рәсәй ислам университеты уҡытыусылары ҡатнашты. Йәмиғ мәсетенә Ишембай ҡалаһы һәм районы, Мәләүез ҡалаһы һәм районы, Федоровка, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарынан 50-гә яҡын кеше йыйылды.

Төплө ғилем кешеләрҙең дәрәжәһен күтәрә
Төплө ғилем кешеләрҙең дәрәжәһен күтәрә

Ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә изге Рамаҙан айына бағышланған уҡыуҙар үтте. Осрашыуға республиканың көньяҡ төбәгенән имам-хатибтар, мөхтәсибтәр, ахундар саҡырылды. Сарала Рәсәй ислам университеты уҡытыусылары ҡатнашты. Йәмиғ мәсетенә Ишембай ҡалаһы һәм районы, Мәләүез ҡалаһы һәм районы, Федоровка, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарынан 50-гә яҡын кеше йыйылды.

- Беҙ квартал һайын Башҡортостандың көньяғының имамдары, имам-хатибтары, ахундарының йыйылыштарын уҙғарабыҙ. Хәлдәр үҙгәреп тора, ә ислам диненең дөрөҫ юлдан барыуын һаҡлап ҡалырға кәрәк, шуға күрә квалификация күтәреү уҡыуҙары уҙғарабыҙ һәм бындай саралар йышыраҡ “Әннәби” йәмиғ мәсетендә ойошторола, сөнки ул үҙәктәрәк урынлашҡан, райондарҙан килеү өсөн уңайлы, - тип һөйләй мөфтөй, Рәсәйҙең юғары мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров.
2 апрелдә мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы башлана. Йыйылыш ошо айға ла арналды.
- Беҙ 3 мең календарь әҙерләнек, уның буйынса ҡайһы ваҡытта ураҙа тоторға кәрәклеге тураһында һорауға яуап ала алалар. Уларҙы имамдарға бирәбеҙ, улар, үҙ сиратында, ураҙа тотоусыларға таратасаҡ. Рамаҙан айы алдынан уҡыуҙар үткәреү бик кәрәкле тип уйлайым, сөнки һорауҙар күп. Оло йәштәге хәҙрәттәр күберәк йолаларға таяна, ошоларҙы бөтөрөү мөһим, сөнки кешеләрҙе дөрөҫлөктө белергә тейеш. Йолаларҙы ҡулланыу мөмкин, әлбиттә, тик улар ислам ҡанундарын боҙмаҫҡа тейеш. Беҙ ислам буйынса дөрөҫ һәм тулы белем бирәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Рәмил хәҙрәт Насиров.
Рамаҙан айы яҡынлашыу менән күптәр ураҙаны нисек дөрөҫ тоторға, нимә ярай-ярамай, ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк һәм башҡа һорауҙар менән ҡыҙыҡһына башлай. Рәсәй ислам университеты мөғәлиме Булат Ғәфүров биргән дәрестәр йыйылыусылар өсөн бик тә фәһемле булды, ул ошо һорауҙарҙың барыһына ла асыҡлыҡ индерҙе.
- Бөгөн ошо мөбәрәк Рамаҙан айы алдынан дәрес үткәрҙек. Төп мәсьәлә ураҙа ҡағиҙәләре менән таныштырыу ине. Кемгә ураҙа фарыз, кем ураҙа тота ала, сәхәр, ифтар ваҡыты, ошо ураҙа менән бәйле тәрәүих намаҙы ҡағиҙәләре, фитыр саҙаҡаһы, уны кем күпме бирә, ниндәй күләмдә һәм башҡа һорауҙарҙы ҡарап үттек. Фитыр саҙаҡаһын ғәйет намаҙына тиклем бер көн алдан биреү яҡшыраҡ. Ураҙа - ул ризыҡтан ғына тыйылыу түгел, күҙ гонаһтан һаҡланырға, ҡолаҡ хаҡ нимә генә тыңларға, тел ғәйбәт һөйләмәҫкә тейеш һәм ошоларҙан күңел дә паҡлана, - ти Булат Ғәфүров.
Ислам вәкилдәре менән осрашыуға табип та саҡырылғайны. Ул тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү алымдары менән таныштырҙы.
- Мәсеттә намаҙҙа торған ваҡытта һушын юғалтҡан осраҡтар ҙа бар, күптәр был осраҡта нимә эшләргә икәнде белмәй, шуға күрә хәҙрәттәр тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүгә өйрәнһә артыҡ булмаҫ, - ти Рәмил хәҙрәт Насиров.
Ҡала дауаханаһының анестезиолог-реанимотологы Темир Хәйбуллин мөмкин тиклем аныҡ итеп кеше менән киҫкен хәлдәр килеп тыуғанда нисек ярҙам күрһәтергә кәрәклеген аңлатты. Шәкәр диабете, эпилепсия, йөрәк туҡтаған хәлдә ябай кешеләрҙең нисек ярҙам итә алыуы, нисек эш итергә кәрәклеге тураһында һөйләне.
Салауат, Ишембай ҡалалары һәм Ишембай районының янғын күҙәтселеге буйынса дәүләт инспекторы Тимур Сәфиуллин дини учреждениеларҙа һәм йортта янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса инструктаж уҙғарҙы. Уға Иманға, халыҡҡа, Тыуған илгә хеҙмәт итеүе өсөн бланкы Сүриәлә әҙерләнгән үҙенсәлекле Почет грамотаһы тапшырылды.
- Беҙ Салауатта дини йолалар буйынса тәртип тә булдырабыҙ, ул фекерҙе күп йылдар йөрөттөк һәм бына бойомға ашыра башланыҡ. Үҙаллы дини белем алған кешеләр бар, халыҡ беҙгә килеп дәғүәләрен белдерә. Һәр имамдың кем икәнлеген танытҡан таныҡлыҡ тапшырасаҡбыҙ. Улар мәжлескә барһа, үҙҙәренең “Әннәби” мәсенән булыуын иҫбатлап, ошо ҡағыҙҙы күрһәтә ала, - тип асыҡлыҡ индерә мөфтөй, Рәсәйҙең юғары мөфтөйө ярҙамсыһы. Ул “Әннәби” йәмиғ мәсетенең дин әһелдәренә ошондай таныҡлыҡ тапшырҙы.
Рәмил хәҙрәт Насиров һүҙҙәренсә, киләһе йыйылыш Көйөргәҙе районында июндә үтәсәк һәм мосолмандар өсөн изге байрамбарҙың береһе - Ҡорбан байрамына арналасаҡ.
Рафаэль Ниғмәтуллин, Салауат ҡалаһы:
- Бындай осрашыуҙар, уҡыуҙар бик кәрәк. Беҙгә янғынға ҡаршы инструкциялар, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәттеләр. Күп белмәгән нәмәләр бар икән, ошо бөгөнгө сара арҡаһында күп кенә нимәләрҙе үҙләштерҙек. Шулай уҡ ислам университетынан килгән Булат хәҙрәт рамаҙан айына бәйле бик күп кенә һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.
Тәлғәт хәҙрәт Хужәхмәтов, Мәләүез районының Ҡотош ауылы:
- Бөгөн бик кәрәкле осрашыу уҙҙы. Медицина буйынса ла, янғынға ҡаршы саралар тураһында ла белем алдыҡ. Алдағы көндәрҙә лә лә иҫәнлектә-һаулыҡта, бәрәкәттә ошолай итеп бергәләшеп, кәңәшләшеп эшләргә Хоҙай Тәғәлә насип итһен. Булат хәҙрәт менән электән танышбыҙ, белемдәре менән уртаҡлашып тора, бик фәһемле дәрестәр бирә.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: