газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
27 Июль 2021, 09:20

Күңелдәребеҙҙе иман байлығына тултырыусы Ҡорбан байрамы

Ҡорбан байрамы - иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Хаж тамамланыуын белдерә, зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә. Был көндө изге ниәт менән ҡорбан салына һәм уның ите мохтаждарға таратыла. Байрам өс көн дауам итә. Мосолмандар яҡындарынан яман ҡылыҡтары өсөн ғәфү үтенә, ата-бабаларының ҡәберҙәренә бара һәм Хоҙайҙан изгелек, тыныслыҡ һорап доға ҡыла.

Күңелдәребеҙҙе иман байлығына тултырыусы Ҡорбан байрамы
Күңелдәребеҙҙе иман байлығына тултырыусы Ҡорбан байрамы

Ҡорбан байрамы - иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Хаж тамамланыуын белдерә, зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә. Был көндө изге ниәт менән ҡорбан салына һәм уның ите мохтаждарға таратыла. Байрам өс көн дауам итә. Мосолмандар яҡындарынан яман ҡылыҡтары өсөн ғәфү үтенә, ата-бабаларының ҡәберҙәренә бара һәм Хоҙайҙан изгелек, тыныслыҡ һорап доға ҡыла.

Байрам ҡояш ҡалҡыу менән башлана. Мосолмандар таҙарынып, матур кейемдәрен кейеп иртәнге намаҙға мәсеттәргә юллана. 20 июлдә, Ҡорбан байрамы уңайынан ғәйет намаҙына ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетенә кеше күпләп килде. Шул уҡ ваҡытта быйыл ғәйет намаҙы бөтә хәүефһеҙлек, санитария-эпидемиология шарттарын үтәп, ҡайһы бер сикләүҙәрҙе индереп уҙғарылды. Диндарҙар мәсеткә килеүселәрҙең битлектәре булыуын тикшереп торҙо, кемдәрҙеке юҡ, уларға битлек таратты, дистанция һаҡлау кәрәклеге иҫәртелде. Мәсеттең намаҙ уҡыу залына инеүселәр һаны сикләнгәйне, шуның өсөн бина эсенә инә алмағандар мәсеттең тышҡы биләмәһендә намаҙға баҫты.
- Бөгөн бөтә мосолмандар өсөн бөйөк байрам. Күптәр нисек инде хайуандан ҡорбан салыу мөмкин тип ризаһыҙлығын белдерә, әммә был дөрөҫ түгел, сөнки Аллаһы Тәғәлә кеше ҡаны ҡойолмаһын өсөн шулай эшләгән. Имам ҡорбан салғанда “Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр” тип Аллаһы Тәғәләнең Бөйөклөһөн иҫкә алып уның исемен әйтә икән, хайуандар юҡҡа салынмай тимәк. Ҡорбан Ибраһим ғәләйһи үә сәлләмдең улы тере ҡалһын өсөн салынған. Бөгөн ҡорбанға салынған иттең диндарҙарға, бөтә кешеләр өсөн доға уҡый белеүселәргә бирелеүенә шатланырға ғына кәрәк, - тип аңлатма бирә Рәсәй мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө ярамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров. - Бөгөн беҙҙең ҡаланан 70-ләп тирәһе кеше ҡорбан салдырыуы ла ҡыуандыра, был бит әҙ кеше түгел. Беҙ һәр йома һайын унан былау бешереп, йома намаҙына килеүселәргә таратасаҡбыҙ. Ҡорбан салыусы кешеләргә тағы ла өҫтәмә доға уҡыласаҡ. Уйлап ҡараһаң, күпме һауап аласаҡ. Әгәр мосолмандар ҡорбан салып, бөтә гонаһтарыбыҙ йыуылыуын, бөтә бәләләрҙән ҡотола алыуыбыҙҙы ныҡлы аңлап бөтһә, ҡорбан салдырыусылар тағы ла күбәйер, тип уйлайым.
“Әннәби” йәмиғ мәсете етәксеһе Рәмил хәҙрәт Насиров салауаттарҙы изге байрам менән ҡотлап та үтте.
- Бөгөн беҙ ғәйет намаҙынна ҡатнаша алдыҡ, был бик тә мөһим. Байрамда төбәк етәксеһенең дә дингә ышаныусылар менән бер рәттә намаҙға баҫыуы шатландыра. Кешеләр шулай иманға, изгелеккә килә. Үҙемдән шәхсән һәм йәмиғ мәсете исеменән барлыҡ мосолмандарҙы изге һәм оло Ҡорбан байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм татыулыҡ, именлек теләр инем. Мәсеттәргә йөрөгөҙ, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр һеҙҙең өсөн эшләй, әгәр барыбыҙ ҙа ғибәҙәт ҡылһаҡ, беҙҙән дә бәхетлерәк кеше булмаҫ.
Уның әйтеүенсә, был көндө байрам былауы әҙерләнгән, уны тышта айырым һауыттарға һалып таратҡандар, һәр кемдең өйөнә ҡайтып ҡорбан итен ашау мөмкинлеге булған. Шулай уҡ балалар өсөн тәмлекәстәр һәм бүләктәр әҙерләнгән.
Мәсеттең имам хатибы Ирек Ғәҙелшин билдәләүенсә, байрам бөтә хәүефһеҙлек сараларын үтәп ойошторолған.
- Бөгөн мосолмандар байрамына килеүселәрҙең битлектәре булыу-булмауын тикшерҙек. булмағандарға тараттыҡ. Мәсет эсенә инеүселәр һаны сикләнгәнгә күрә, беҙ тышта келәмдәр йәйҙек һәм күптәр шунда намаҙ уҡыны. Башҡа оло байрамдарыбыҙҙағы кеүек үк вәғәз һөйләнелде, намаҙ уҡып, тәҡбир әйтелде. Беҙ байрам матур һәм кеше һаулығы өсөн хәүефһеҙ үтһен өсөн тырыштыҡ. Кешеләр хәҙер үҙҙәре лә аңлы, кеше күп ергә битлек менән килергә кәрәклеген яҡшы белә, - ти имам хатиб.
Ҡорбан байрамы өс көн дауам итә һәм был көндәрҙә доғалар уҡыла. Мосолмандар байрам табыны әҙерләп, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡыра. Ҡорбанға салынған итте өс өлөшкә бүлеп, береһе ғаиләнең үҙенә ҡалдырыла, икенсеһе туғандарға, өсөнсөһө мохтаждарға таратыла. Шулай уҡ мосолмандарҙың хәйриәлек ғәмәлдәре лә хуплана. Мәсеткә килеүселәр хәйер ҡалдырҙы, хәҙрәттәр менән бергә доғалар ҡылды.
Риф Вәлиев:
- Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары беҙҙең өсөн оло байрам. Был көндө ислам динендәге кешеләр ғәйет намаҙында булыу өсөн мәсеттәргә килә. Шулай уҡ беҙ бөгөн вафат булған яҡындарыбыҙҙы ла иҫкә төшөрөп, уларҙың рухтарына бағышлап доға ҡылырға бурыслы. Хәйер һалдым, хәҙрәт доға уҡыны. Шулай уҡ туғандар менән дә байрам менән ҡотлашабыҙ, изге теләктәр теләйбеҙ.
Зәүиә Мортазина:
- Беҙҙең өсөн Ҡорбан байрамы ҙур ваҡиға. Ошо Ҡорбан байрамының сауаптары насип булһын, балаларыбыҙға иҫәнлек, именлек, илдәрҙәге, көндәрҙең тыныслығына, Хоҙай Тәғәлә бөтә бәндәләргә иҫәнлек-һаулыҡ, тигеҙлек, йәштәргә өлфәт-мөхәббәттәрен биреп, ололарҙы хөрмәт итеп йәшәргә насип итһен, тип теләктәр теләп доғалар ҡылабыҙ. Үҙем дә быға тиклем өс тапҡыр ҡорбан салдырттым. Беҙ йәш саҡта бындай байрамдарҙы үткәреү бик булманы, хәҙер, Аллаға шөкөр, был байрамды уҙғарабыҙ. Беҙ ҙә доғалар уҡырға өйрәндек, иншаллаһ. Күршеләребеҙ менән бергә байрамды ҡаршы алабыҙ, табындар әҙерләп, ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ. Ҡорбан байрамдары мөбәрәк булһын, киләһе йылдарҙа ла уны күрергә насип булһын.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: