

Минең әсәйем - Сәриә Сураҡова. Быйыл ҡыш уға 76 йәш тулды. Ул - ғаиләлә иң өлкәне. Ғүмер буйы мәғариф системаһында эшләне, хәҙер инде хаҡлы ялда. Ғаиләһенә, дуҫтарына һәр саҡ терәк. Мин - атаәсәйемдең берҙәнбер ҡыҙы. Улар 53 йылдан ашыу мөхәббәттә, татыулыҡта, тигеҙлектә бергә ғүмер кисерәләр.
Әсәйем тормош иптәшенә - тоғро ҡатын, бөтә мәсьәләләрҙә төплө кәңәшсе, ныҡлы терәк, миңә һәм ейәнсәренә - яратҡан әсәй, хәстәрлекле өләсәй. Ул оҫта хужабикә лә. Өҫтәле төрлө ризыҡтарҙан һәр ваҡыт һығылып тора, бешергән әйберҙәре телде йоторлоҡ. Баҡсаһында нимә генә үҫмәй: йәшелсә, емеш-еләк һәм башҡалар.
Әсәйемә оҙон ғүмер, күп йылдар шулай әүҙем, оптимист булып ҡалыуын, һәр көнөнөң яҡшы, ҡыуаныслы хәбәрҙәргә тулы булыуын теләйем.
Гөлшат Аҡбашева, 25-се башҡорт гимназияһы директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.