газета "Салауат"
+20 °С
Болотло
Общие статьи
8 Март , 06:54

Йөрәк йылыһын йәлләмәй әсәйҙәр!

Бөгөн, байрам көнөндә, гәзит уҡыусыларыбыҙ - балалар, студенттар, уҡытыусылар ҡәҙерлеләре тураһында йылы һүҙҙәрен еткерә, изге теләктәрен юллай.

Йөрәк йылыһын йәлләмәй әсәйҙәр!Йөрәк йылыһын йәлләмәй әсәйҙәр!
Йөрәк йылыһын йәлләмәй әсәйҙәр!

Минең ҡәҙерле әсәйем Мәҙинә Шәрипова Стәрлебаш районы Табылды ауылында йәшәй. Әлеге мәлдә хаҡлы ялда. Әсәйем бик тырыш, оло йөрәкле, изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, аҡыллы, ярҙамсыл, уңған, яғымлы, мәрхәмәтле кеше. Урам тултырып сәскәләр, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерергә, өҫтәл тултырып бәлеш, ҡоймаҡ, тәмле ризыҡтар бешерергә ярата ул.
Киләсәктә ҡатын ҡыҙҙарға сәләмәтлек, күңел һәм йән тыныслығы, яңынан-яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар, мул бәхетле тормош теләйем.
Гөлфиназ Шәрәфетдинова, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы, 2-се корпус мөдире.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас