Әсәйемдең исеме - Зөлфиә. Ул Күгәрсен районының Һапаш ауылында йәшәй, Мораҡ ҡасабаһында социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Ауылымдың бейек, мөһабәт йорттары араһында беҙҙең
матур йортобоҙ ҙа бар. Өйөбөҙҙә һәр ваҡыт йылы һәм тыныс. Әсәйем - минең өсөн донъялағы иң ғәзиз кеше. Үҙе бик матур, йомарт, изге күңелле. Уның көлгән тауышы көмөш ҡыңғырау кеүек
яңғырай, ә күҙҙәре йылы нур сәсә. Өйөбөҙҙә гел уның хәстәрлеге һиҙелә: тәмле аш, яңы йыуылған кер еҫе, йәйғор төҫөндәге сәскәләр. Уның ҡулынан бөтә эш тә килә. Әсәйемә шундай теләктәр юллайым: һәр саҡ шундай матур, шат, сәләмәт бул. Күҙҙәрең гел нурлы булһын, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен, эшеңдә уңыштар теләйем. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм һәр саҡ ярҙамсыл, уңған булырға тырышабыҙ. Оҙон-оҙон ғүмерле бул, әсәйем! Һинең йылы ҡулдарың, йомшаҡ һүҙҙәрең гел яныбыҙҙа булһын. Һин - беҙҙең ҡояшыбыҙ!
Зөлхизә Ишкинина, Салауат медицина колледжының 1-се курс студенты.