

ӘСӘ ТЕЛӘГЕ
Яҡты донъяларға килгәнмен,
Әсәм ҡуйынында үҫкәнмен.
Күкрәк һөткәйенән көс алып,
Тәпәй баҫып, атлап киткәнмен.
Әсәй, изге теләктәрең һинең,
Йөрәгемә һеңгән уйылып:
-Уҡы, балам, уҡы, ҙур кеше бул,
Ышанысым һиңә ҙур булыр.
Тормош йөгө баҫты һине, әсәй,
Эшең дә еңелдән булманы.
Бар ғүмерең бирҙең балаларға,
Ауырлыҡтар еңә алманы.
Ҡояш нуры менән яҡтыртылған
Аҡ юлдар теләнең һин беҙгә:
-Үпкәләшеү арағыҙҙан китһен,
Йәшәгеҙ, тип, гөрләшеп бергә.
Сәстәреңә сал ятһа ла,
Бирешмәнең - ныҡ булдың.
Һинең изге теләктәрең
Ғүмерлек терәк булды.
Яҙмыштарҙан һәр бер яра
Йөрәктәрҙә тороп ҡала.
Тик әсәйем төшкә инеп,
Күктән изге ауаз һала.
Марс Ибраһимов.
МИНЕҢ ӘСӘЙЕМ
Кескәй саҡтан тәрбиәләп
Мине ҡарап үҫтергән.
Моңһоу саҡтарымда мине
Шаяртҡан һәм көлдөргән.
Һалҡындан ул мине һаҡлап
Үҙе һалҡын алдырған.
Үҙе ашамаған, ләкин
Миңә өлөш ҡалдырған.
Уны белгегеҙ киләлер,
Кем ул, тип һорарһығыҙ,
Ниндәй кеше һине шулай
Ҡәҙерләгән, тиерһегеҙ.
Сер түгел ул, йәшермәйем,
Ул яратҡан әсәйем.
Шуға күрә мин был донъяла
Рәхәтләнеп йәшәйем.
Мин шундай бәхетле, шатмын,
Сөнки бөгөн ҙур байрам.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың көнөндә
Әсәйгә сәскә һуҙам.
Рәхмәт, тинем, әсәйемә,
Мине үҫтергән өсөн.
Мине кеше итер өсөн
Түккән ул бөтә көсөн.
Йәмилә Исламғолова.
ӘЛЛӘ ҠАЙҘА КИТЕП БАРАБЫҘ
Их, әллә ҡайҙа китеп барабыҙ беҙ!
Бөтмәҫ мәшәҡәттән ҡабынып.
Кемдер беҙҙе алдай, йә беҙ
ташлайбыҙ,
Ығы-зығыны яңынан башлайбыҙ,
Башҡа бәхеттәргә табынып.
Их, әллә ҡайҙа ашығабыҙ шулай,
Йығылабыҙ ҡайсаҡ, абынып.
Тик әсәйҙәр йәлләй, ғәфү итә,
Тик әсәйҙәр генә беҙҙе көтә,
Мамыҡ шәлкәйҙәрен ябынып...
Сәүиә Бикмөхәмәтова.
ХӘТИЖӘ АПАЙЫМА АРНАЙЫМ
Етен сәсле сибәр башҡорт ҡыҙы,
Мандолина уйнай һыҙҙырып.
Тынмай уйнар ине - ваҡыты тар,
Һандар шаяралар туҙҙырып.
Шаян һандар аҡ ҡағыҙҙа бейей,
Саҡыралар серҙәр сисергә.
Һандар донъяһынан ҡотолһа, ҡыҙ,
Аҡ буҫтауҙар көтә, сигергә.
Кирге энәләре аҡ селтәрҙә,
Дауам итәһе бар, семәр ҙә.
Ваҡыт елеп үтә йәшлектә лә...
Елдәр тәҙрә сиртә, шиғриәткә
Ваҡыт бүлмәй ҡалма, нисек тә.
Елдәр, елдәр, ярай иҫкәрттегеҙ,
Һиҙелмәгән ваҡыт сабыуы.
Күҙ алдымдан китмәй, апайымдың
Төн ултырып шиғыр яҙыуы.
Гөлнара Сәйфетдинова.
ӘСӘЙЕМДЕҢ БАЙРАМЫ
Был кем әле матур итеп
Иҙәндәрҙе һепергән?
Һауыт-һаба ла йыуылған,
Гөлдәргә һыу һибелгән.
Ҡурсаҡтар ҙа аунап ятмай,
Урындар ҙа йыйылған.
Өҫтәл өҫтөнә ҙур букет -
Сәскәләр ҙә ҡуйылған.
Аш өйөндә тәмле еҫтәр,
Кемдер унда мәж килә.
Сыж да пыж ҡоймаҡтар бешә,
Бәрәмәстәр өлгөрә.
Был нимә һуң: өнмө-төшмө?
Әсә кеше аптырай.
Мут йылмайып, бәләкәс ҡыҙ
Шат әсәһенә ҡарай.
«Эй, әсәйем, тор тиҙерәк!
Бөгөн һинең байрам», - ти,
Күрсе, ана , атай менән
Беҙҙән һиңә бүләк», -ти.
Флүрә Хәзиева.
ЙЫР БАЛА
«илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем...»
З. Биишева
Мин ҡатын-ҡыҙ түгел, ә йәнемдә
Тулғаҡ тотҡан кеүек бер бала:
Моң-һағышҡа сабырлығын юйып,
Тыуыр йырым өнһөҙ яр һала.
Мин ҡатын-ҡыҙ түгел, ә бер ябай
Ергә ғашиҡ ерҙең уланы:
Йөрәгемде ярып ҡап уртаға
Тыуған йырым - балам иланы.
Был тормошто ҙурлап, илде нурлап,
Халҡың күңелендә урын тап!
Ила йырым, илап тыуған йыр ҙа
Булыр көслө, булыр һәр саҡ хаҡ!
Иҙел Хәлимов.
ӨЛӘСӘЙЕМӘ
Йөҙ йәшәгер, тиеп әйткәндәрме
Өләсәйем тыуған сағында.
Бер быуатты үҙ иңенә һалып,
Тора икенсеһе башында.
Йылдар менән тормош ауырлығы
Иңдәреңде шулай баҫҡанмы?
Күҙҙәрендә йәшәү сатҡылары -
Терегөмөш инеп ятҡанмы!
Ҡул һырттары ағас ҡайырылай,
Тамырҙары - имән тамыры.
Күпме саҡрым йөн иләнгән икән,
Нисә бот баҫылған ҡамыры?
Бик күптәргә өлгө була белде,
Йөҙ йәштә лә ҡатыҡ ҡайнатып.
Йәшәлһәсе өләсәйем кеүек,
Дөрөҫ иҫле булып ҡартайып.
Нәжибә Фәйзуллина.
ҠОШСОҠТАРҘАЙ
Ата-әсәйҙә беҙ ҡунаҡ,
Ҡанаттар нығытабыҙ.
Ваҡыт та оҙаҡ көттөрмәй,
Осорға ашҡынабыҙ.
Ҡошсоҡтарҙай сыр-сыу килеп,
Үҫәбеҙ бер ояла.
Күмәгерәк булған һайын,
Рәхәтерәк донъяла.
Өйрәтә олораҡтары
Ныҡлы фәһем тупларға.
Сит-яттарға бирешмәҫкә,
Үҙ-үҙеңде яҡларға.
Ҡанаттарыбыҙ нығына,
Үҫкән саҡта ояла.
Өйрәнәбеҙ күмәкләшеп,
Осорға сит ҡаяға.
Кешеләр ҙә ҡоштар кеүек,
Яҡлай, һаҡлай яҡынын.
Бирә ул үҙ яҡынына,
Йөрәгенең ялҡынын.
Нәүфилә Юлбарыҫова.
АҒИНӘЙҘӘР - ХАЛЫҠ ЫНЙЫҺЫ
Ил һөйәрлек, тиеп һөрән һалмай,
Халҡым ҡомартҡыһын тергеҙеп,
Камзул, түшелдерек, ҡашмау кейеп,
Француз ал яулығын иңгә һалып,
Дәүерҙәрҙе айҡап, тарих байҡап,
Йыр йырлап, әкиәт, шиғыр һөйләп,
Балаларға мөнәжәт көйләйбеҙ,
Телебеҙҙе һаҡларға өндәйбеҙ.
Аһәңле лә телдә аң йорлоғо,
Йомшаҡ телебеҙҙә моң орлоғо,
Быуаттарҙан килгән ул хазина -
Юғалтма, һаҡла - яңы замана.
Ҡурай, ҡумыҙ уйнап, күңел асып,
Бейеп тә китәбеҙ ер һелкетеп,
Зыңҡылдата баҫып, йә ойотоп,
Йә өйрөлөп, бармаҡ сыртлатып.
Бейегәндә тәңкәләр сыңлашы,
Көйләгәндә сулпы сылтырашы,
Бар ғәмәлдә изге башҡортомдоң
Быуындарҙан килгән һыналмышы.
Осрашыуға килгән ҡунаҡтарҙың
Тыуған яҡҡа ҡайтҡандар һағышы.
Өндәшәләр танып, йә һоҡланып:
- Ынйы биҙәге һеҙ, байрамдарҙың,
Һеҙ - ынйыларҙа, дәүер балҡышы!
Мәйсәрә Хәйрова.